+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
27 Июнь 2025, 13:54

Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе

Хәҙерге заманда балаларҙың телмәрен, хәтерен, иғтибарын үҫтереү – иң мөһим маҡсат булып тора. Әгәр бәләкәйҙән уларҙы үҫтерһәң, кескәйҙәр менән шөғөлләнһәң, үҫкәс, уларға уҡыу күпкә еңелерәк биреләсәк. Был эште балалар баҡсаһынан уҡ башлап ебәрер кәрәк.

Балаларҙың яратҡан  тәрбиәсеһеБалаларҙың яратҡан  тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе

Шамонино ауылында йәшәүсе Зилә Әҙеһәмова, дүрт балалы әсә, быны яҡшы аңлай, һәм үҙенең ғәзиздәренә лә, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән ваҡытында ла, уйын аша үҫтереү яғында була.

Ә инде егерме йыл тәжрибә туплағандан һуң, ул балаларҙы үҫтереүсе үҙәкте үҙе асырға ниәт итә. Уйланған – эшләнгән. Методик уйынсыҡтар, дидактик уйындар туплап алып, ул эшен башлап та ебәргән. Шамонино, Шмидтовонан ата-әсәләр балаларын Зилә Сәйет ҡыҙына алып киләләр. Аҙаҡ күп рәхмәттәр әйтәләр: “Балам һеҙгә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй”, “Һеҙгә балаларға бөтә күңелегеҙҙе, йөрәгегеҙҙе, мөхәббәтегеҙҙе  биреп эшләгәнегеҙ өсөн, һәр балаға айырым иғтибар һәм һөйөүегеҙҙе биреп өйрәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Беҙҙең балаларыбыҙға һалған изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡатйһын. Беҙ һеҙҙә ихтирам итәбеҙ һәм яратабыҙ ”, “Бер йыл эсендә улым бик үҙгәрҙе, үҫте”, “Оҡшаны ти, һағынған ул һеҙҙе, иртәгә тағы ла барам, ти”. Ошондай матур һүҙҙәр ишетә көн һайын Зилә Сәйет ҡыҙы ата-әсәләрҙән.

Зилә Әҙеһәмова был уңыштың серен түбәндәгесә аңлата:

–             Үҙ эшемде яратам, һәр бер дәресемә ижади әҫәр кеүек ҡарайым. Мотлаҡ рәүештә алдан план яҙам һәм кәрәкле күргәҙмә материалдарҙы әҙерләргә өйрәнгәнмен. Күп йылдар дәүләт балалар баҡсаларында эшләп бай тәжрибә тупланым, сыныҡтым. Ундағы күп өҫтәлмә эштәр, ҡағыҙҙар тултырыу үҙемә оҡшағанса ирекле рәүештә балалар менән эшләүгә тотҡарлай торғайны. Әлеге ваҡытта шәхси рәүештә бөтә йәштәге мәктәпкәсә балалар өсөн дәрестәр һәм башланғыс синыф уҡыусылары менән  продлёнка төркөмдәре ойошторҙом. Минең маҡсат - уҡыуҙы яратҡан, уның менән ҡыҙыҡһынған һәм уңышлы белем алған балаларҙың күберәк булыуында. Ата - әсәләр өсөн дә ярҙам булһын өсөн тырышам.

Мәктәпкә әҙерләү - эшемдең мөһим йүнәлеше. Күп осраҡта ата - әсәләр яғынан эшләнгән хаталарҙы төҙәтергә, психологик ярҙам күрһәтергә тура килә. "Мәктәпкә балаларҙы педагогтар әҙерләргә тейеш", - тигән фекерҙе йыш ишетәм һәм ошо йүнәлештә фәһемле, һөҙөмтәле эшләргә күнеккәнмен.

Башланғыс синыф уҡыусылары, айырыуса, беренсе класҡа барғанда ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтарға осрайҙар. Ата - әсәләр ваҡыт тарлығынан, башҡа сәбәптәр арҡаһында өйгә эш эшләүҙе, ошо ҡаршылыҡтарҙы үтеп сығыу ысулдарын белмәйҙәр. Шул саҡта беҙ ярҙамға киләбеҙ. Мәктәп, уҡыу менән бәйле бөтә мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ.  Өйгә эштәрен эшләргә ярҙам итеү, үҙләштерелмәгән темаларҙы аңлатыу, буш ваҡытты файҙалы үткәреү менән бергә дәрестәрҙән һуң ҡаршы алыу, ашатыу, саф һауала йөрөү кеүек эштәрҙе лә ойошторабыҙ.

Тынғыһыҙ хеҙмәттә, балаларының киләсәген ҡайғыртҡан ата-әсәләргә терәк-таяныс булырға тырышабыҙ.

Беҙ Зилә Сәйет ҡыҙына ҡыҙыҡлы, тынғыһыҙ, әммә яратҡан эшендә уңыштар, сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ. Афарин!

Балаларҙың яратҡан  тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан  тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан  тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан  тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан  тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас