

Тамара (Тимербикә) Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева 1951 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға керә, аҙаҡтан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Мәктәптәрҙә, Стәрлетамаҡҡалаһындағы мәҙәниәт техникумында уҡытыусы булып эшләй. Республика телерадиокомитетында, «Ағиҙел»журналында бүлек мөдире булып эшләй.Тамара Ғәниева әҙәбиәткә XX быуаттың80-се йылдарында килә. Уның беренсе китабы «Осрашырбыҙ әле» 1980 йылда донъя күрә. Төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Бер үк ваҡытта республика баҫмаларында көнүҙәк темаларға арналған публицистик мәҡәләләр менән дә даими һәм әүҙем сығыш яһай.
Әҙип тәржемә өлкәһендә лә эшләй. Ул ундан ашыу авторҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Улар араһында Фридрих Шиллерҙың «Мария Стюарт», Альбер Камюҙың «Калигула», Николай Гумилевтың «Древо превращений», Лопе де Веганың «Собака на сене», Николай Гоголдең «Ревизор», Камил Йыһаншиндың «Скитники», «Золото Алдана», «Росомаха» китаптары бар. Донъя һәм рус әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарыу буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн Тамара Ғәниева 2015 йыл өсөн яҡшы әҙәби тәржемә өсөн «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды.
2019 йылдың майында Тамара Ғәниеваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Китаптары:
«Йәш көстәр» — 1976 йыл, Өфө, Китап.
Осрашырбыҙ әле: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1980.
Күсмә ҡоштар — 1984 йыл, Өфө, Китап.
Көмөш ямғырҙар — 1988 йыл, Өфө, Китап.
Уйлы сағым — 1991 йыл, Өфө, Китап.
Ҡондоҙ ҡойроғо — 1993 йыл, Өфө, Китап.
Ҡыпсаҡтар — 1994 йыл, Өфө, Китап.
Арҡайым — 1997 йыл, Өфө, Китап.
Аҡыҡ көмбәҙҙәр — 2001 йыл, Өфө, Китап.
Мөхәбәткә ышанам — 2006 йыл, Өфө, Китап.
Обращаюсь к вашему разуму (2009) йыл, Өфө, Китап.
Ғүмер кисеүҙәре: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2015