

Пленар ултырышта БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡтисадта ҡатнашыуының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең ғәмәлдәге һәм яңы сараларын билдәләне. Форум программаһына бизнес, брендинг, маркетинг, финанс һәм шәхси үҫеш өлкәһендә 23 спикер — эксперттың сығыштары инде. 12 консультация өҫтәле эшләне, унда ҡатнашыусылар белгестәрҙән шәхси кәңәштәр алдә, шәхси трансформацияға һәм бизнес-күнекмәләрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән 4 уйын практикаһы эшләне. Шулай уҡ ҡыҙҙар визажистар хеҙмәттәренән файҙаланды һәм бушлай макияж яһаны.
Форум сиктәрендә «Ина Матур» брендынан мода күрһәтеү булды, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинектәре сикләнгән 30 баланың йәйге ялын ойоштороу өсөн хәйриә аҡса йыйыу ойошторолдо. Сараларға бай көн байрам атмосфераһы, йылы аралашыу һәм ҙур торт менән тамамланды. «Бизнес Ҡҡтын — ҡыҙҙары» форумы йәнә шуны раҫланы: Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығы - ул идеялар, ғәмәлдәр һәм үҫешкә ынтылыш.