+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
24 Май 2025, 16:19

Адель Шәйхетдинова башҡорт теленә өйрәтә

Ахыр сиктә, Гарик Харламов “Һомай” йырының һүҙҙәрен өйрәнмәк булып, Аделгә мөрәжәғәт итте.

Адель Шәйхетдинова башҡорт теленә өйрәтәАдель Шәйхетдинова башҡорт теленә өйрәтә
Адель Шәйхетдинова башҡорт теленә өйрәтә

24 май Азамат Мусағәлиев, Гарик Харламов, Денис Дороховтар алып барған “Кстати” юмористик ток-шоуында башҡорт төркөмө “AY YOLA” ҡатнашҡайны. Алып барыусылар иң беренсе ҡурай менән ҡыҙыҡһынды. Ринат Рамазанов уйнап ебәргәйне: “Мурашки по коже”, “Как будто двойной звук”, “А долго еще?” - тигән репликалар менән тыңланылар. Ҡурайҙың килеп сығыуы  хаҡында һораштылар. Руслан Шәйхетдиновтың ҡулындағы думбыра хаҡында белештеләр. Азаматтың, думбыраны күргәс, күҙҙәре янып китте: тамырҙар үҙенекен итә.

Төркөмдөң барлыҡҡа килеү тарихын да ситләп үтмәнеләр. Тағы ла ниндәй йырҙар ижад итәсәктәре, альбом ҡасан сығасаҡ кеүек һорауҙарҙан һуң, төркөмдөң, “Һомай” йырының идеяһы менән ҡыҙыҡһындылар. Башҡа төркөмдәрҙең еңел-елпе йырҙары фонында башҡорт төркөмөнөң тәрән мәғәнәле, бөтә кешелеккә, уның тамырҙарына ҡағылышлы йыры алып барыусыларҙы тәьҫирләндерҙе, улар юмористик тапшырыу булыуҙарын да онотоп, шаяртыуҙарын ҡуйып тороп, ихлас тыңланылар.

Ахыр сиктә, Гарик Харламов “Һомай” йырының һүҙҙәрен өйрәнмәк булып, Аделгә мөрәжәғәт итте. Ҡыҙ уға башҡорт йырын өйрәтә лә башланы. Рәсәй кимәлендәге алып барыусының башҡорт телен өйрәнеүен күрҙек! Бына һиңә сәнғәт көсө, йыр көсө! Былай барһа, бөтә Рәсәй башҡорт телен өйрәнә башламаҫ тимә! Афарин, Адель, барыбер өйрәтте бит Гарик Харламовҡа башҡорт йырын!

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас