+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
22 Май 2025, 11:39

Ҡулдарының "теле" бар.

16 йәшендә ҡыҙға мөхәббәт килә. Үҙенән биш йәшкә өлкән күрше подъезд егетенә ғашиҡ була ул. Дуҫ-лашып китәләр. Оҙаҡламай ун беренсе синыф уҡыусыһы ауырлы икәнлеген төшөнә.

Ҡулдарының "теле" бар.Ҡулдарының "теле" бар.
Ҡулдарының "теле" бар.

«Башҡортостан 24» каналындағы яңылыҡтарҙа йыш ҡына экран ситендә сурдотәржемәсене күрергә мөмкин. Ишеткән кешеләр, бәлки, иғтибар ҙа  итмәҫ,  ә бына быға   мохтаждар өсөн ул бер ҡотҡарыусы, ярҙам итеүсе изге йән кеүек.

Ирина Михайловна Илтүбаева Өфө ҡалаһында тыуып үҫә. Атаһы менән әсәһе Бөрөләге һаңғырау-телһеҙҙәрҙең махсус мәктәбендә осрашып-дуҫлашып ғаилә ҡора ла, беҙҙең героиня уларҙың берҙән-бер генә ҡыҙҙары була. Иринаға бәләкәйҙән ҡул хәрәкәттәре менән «һөйләшеүҙе» аңлап үҫергә тура килә. Шулай ҙа әсәһе ниндәйҙер кимәлдә телдән дә аралаша ала, әммә бөтә өндәрҙе лә дөрөҫ сығармағас, күп һүҙҙәрҙе  яңылыш өйрәнә.  Быны ул  балалар баҡсаһына барғас аңлап ала. Бәләкәй генә булһа ла, тәрбиәселәрҙең телмәрен ишетеп, ҡайтып әсәһен төҙәтә башлай. Артабан инде ата-әсәһе менән магазинға ла, табиптарға ла, башҡа донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеү йомоштарына ла ҡуша йөрөй. 

– Атайым миңә музыка бүләк итте, бына шул мәл ныҡ хәтеремдә ҡалған, – тип һөйләй ул. – Бер көн ул өйгә ҡыҙыҡ ҡына ҡумта күтәреп ҡайтты. Уның эсенән проигрыватель сығарып, пластинка ҡуйып ебәрҙе. Өс йәшлек балаға Крокодил Генаның йыры иҫ  киткес бер мөғжизә булды. Төн булһа ла, йоҡо ҡайғыһы китеп, оҙаҡ тыңла-ным. Шунан алып мин музыкаға ғашиҡмын. Ул шулай, үҙе ишетмәһә лә, минең көй тигән нәмәне белеп үҫеүемде теләне.

16 йәшендә ҡыҙға мөхәббәт килә. Үҙенән биш йәшкә өлкән күрше

подъезд егетенә ғашиҡ була ул. Дуҫ-лашып китәләр. Оҙаҡламай ун беренсе синыф уҡыусыһы ауырлы икәнлеген төшөнә. Әлбиттә, юғалып ҡала, ҡурҡа, ни эшләргә белмәй. Тик хәлде аңлаған ата-әсәһе сабыйҙы һаҡлап ҡалыу яғында була. Егете лә килә, аңлашалар һәм уҡыу йылының февраль айында ҡыҙ бала донъяға тыуа. Мәктәптә лә төрлө һүҙҙәр була, ҡайһы бер уҡытыусылар «бәпәй менән ниндәй уҡыу булһын» тип ситкә тибә, аңлағандар ҙа, ярҙам иткәндәр ҙә була. Нисек тә Ирина сығарылыш имтихандарын тапшыра. Әсәһе сабыйын көтә, үҙе кистәрен һәм төндәрен уҡыу әсбаптары менән ултыра, уҡырға инергә әҙерләнә. Шул ваҡытта ул тағы ла бер «эмоциональ удар» кисерә: балаһының атаһы ташлап китә, егет ғаилә башлығы ролен күтәрә алмай. Был хәлдә лә үҙ атаһы арҡа була, «бирешмәйбеҙ, беҙ бергә, беҙ һинең эргәңдә», тип тынысландыра.

Өфө медицина колледжына уҡырға инә Ирина һәм, икенсе курста ашханала сиратта тор-ғанда, бер төркөм йәштәрҙең ҡул хәрәкәттәре менән аралаш-ҡанын күреп аптырай. «Былар бында нисек уҡый һуң?» – тип хайран ҡала. Тегеләр ҡыҙҙың тексәйгәнен күреп, үҙ-ара «һөйләшә» икән: «Ҡара әле, анау ҡыҙ нимәһен улай төбәлә беҙгә?» Аҙаҡ кураторынан ҡыҙыҡһына студентка, баҡтиһәң, бында һаңғырау-телһеҙҙәрҙе лаборант итеп әҙерләй торған бүлек тә бар икән.

– Ә һин уларҙы нисек аңланың? – тип һорай унан уҡытыусыһы.

– Шундай ғаиләлә үҫтем, уларса һөйләшә лә, уҡый ҙа беләм, – тип

яуаплай ҡыҙ.

– Нисек? Беҙ бит тәржемәсе таба алмай йонсойбоҙ. Ә һин әҙер белгес!

Иринаны етәкләп колледж етәксе-легенә юллана был хәҙер. Шулай итеп, икенсе курс студенткаһын киске уҡыуға күсереп, ишетеү һәләте насар булған лаборанттарға тәржемәсе итеп ҡуялар. Ғәҙәти булмаған хеҙмәт юлы ошонан башлана ла инде. Медицина колледжын тамамлағас, ул юғары уҡыу йортонда логопед һөнәрен ала, унан тағы ла тарыраҡ йүнәлештә белемен үҫтерә. Ҡыҙы беренсе синыфҡа бар-ғанда ла уҡый әле, шуға ла балаһы әсәһен һәр ваҡыт китап-дәфтәрҙәргә сумып ултырған килеш күреп күнегә. Йылдар үтә, яралар уңала, тормош дауам итә. Бер мәл Иринаға ла бәхет йылмая һәм ул, тағы ла йәшлек яҙын кисереп, һөйгән йәрле була. Икенсе ҡыҙы тыуа. Ғаиләһе түңәрәкләнеп, инде ҡанаттарын нығытып, үҙен ҡәҙерле ҡатын, хәстәрлекле әсәй, алыштырғыһыҙ белгес итеп таныта.

2021 йылда Ирина Михайловнаны «Башҡортостан-24» телеканалына Хөкүмәт ултырыштарын һәм яңылыҡтарҙы тәржемә итеүгә эшкә саҡыралар. Икеләнә биреп кенә ризалашһа ла, күп тә үтмәй ул бында ла рекорд ҡуя. Дүрт сәғәтлек эфирҙы бер үҙе туҡтауһыҙ тәржемә итеп, ишетеү һәләтенән мәхрүм йәмғиәтте яңылыҡтарға хәбәрҙар итә. Бөгөн дә ул, был яуаплы хеҙмәтенә тоғро ҡалып, ярҙамына мохтаждарҙы хеҙмәтләндерә, уларҙы оло донъя менән бәйләүсе бер еп булып тора. Шулай уҡ ул – һаңғырау һәм телһеҙ булғандарға башҡортса мәғлүмәт бирә алыусы берҙән-бер тәжрибәле белгес. Ошо өлкәлә ҙур проекттарҙа  ҡатнаша,   махсус әлифба төҙөүҙә үҙ көсөн һала.

– Был донъя вәкилдәре – шундай нескә, иғтибарлы, күҙәтеүсән кешеләр. Матурлыҡ   яраталар,  музыканы,    ритмды   яҡшы   тоялар,   аралашыу-сандар, – тип һөйләй ул. – Шуға ла уларға ғәрип тип түгел, ә бары үҙенсәлекле, беҙҙән айырмалы һәләттәргә һәм мөмкинлектәргә эйә йәндәр тип ҡарарға тәҡдим итер инем.

Бына шундай ул Ирина Михайловна, ишетмәгәндәрҙе ишетә, һөйләшмәгәндәр менән һөйләшә белеү тылсымына эйә ханым.

Сәйҙә Ғарипова.

Автор:
Читайте нас