+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
22 Май 2025, 11:47

Көслө заттың «көсһөҙлөгө»

– Ҡасан һәм ниндәй осраҡта ғаиләгә «ҡыңғырау ҡағырға» ваҡыт? – Әгәр ҙә йәш пар өйләнешеп, енси бәйләнештә бер йыл йәшәп, ғаиләлә бала юҡ икән, борсолорға урын бар. Тимәк, табиптарға мөрәжәғәт итергә мәл еткән. Ә гүзәл затҡа 35 йәш тулған булһа – ярты йылдан медицина учреждениеһына барыу зарур. Тикшереүҙе иң беренсе ир-егеттәрҙән башларға тәҡдим итер инем.

Көслө заттың «көсһөҙлөгө»Көслө заттың «көсһөҙлөгө»
Көслө заттың «көсһөҙлөгө»

Рәмилә Үҙәнбаева – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Республика перинаталь үҙәгендә  репродуктив  технологиялар бүлеген асыусы, етәкләүсе һәм уны тормошҡа ашырыусы тәүге врач-эмбриолог.  Оҙайлы йылдар дауамында меңәрләгән ғаиләләргә бала һөйөү шатлығын бүләк иткән күптәрҙең яратҡан «кендек инәйе» бөгөн «Клиника Фомина»ла эшләй.

– Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы, бөгөн бөтә ерҙә лә ирҙәр түлһеҙлеге хаҡында реклама осратырға мөмкин. Телевизор ҡабыҙһаң  да, социаль селтәрҙәрҙе асһаң да, шуға барып төртөләһең. Ысынлап та, был проблема  шул тиклем киҫкен торамы? 

– Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙәрҙең түлһеҙлеге – замандың актуаль проблемаларының береһе ул. Ғаилә парҙарының, уртаса әйткәндә, 15–18 проценты түлһеҙлек менән яфалана. Йәғни һәр алтынсы ғаилә бала һөйөү бәхетенән мәхрүм. Был хәл статистика буйынса беҙҙең республика йә илдә генә түгел, ә бөтә Ер шарында күҙәтелә.

– Йәшерен-батырыны юҡ, ғаиләлә бала тыумаһа, йәмғиәт элек-электән ғәйепте ҡатын-ҡыҙға япһарған, ә ул заманда ирҙәр түлһеҙлеге булмағанмы ни?..

– Булған, әлбиттә, тик ир-ат үҙен һәр ваҡыт һау-сәләмәт, үрсемле тип һанаған. Булмыштарына тоҡом арттырыу бурысы һалынған ирҙәр, ғөмүмән, ғәйептең уларҙа булыуы хаҡында баш ватмаған, түлһеҙлек мөһөрө тағылыуҙан  азат йәшәгән. Бында көслө заттың тәбиғәттән бирелгән ҡырҡыуыраҡ холҡо ла, мин-минлеге лә роль уйнай. Ғаиләлә бала юҡ икән, тимәк, ғәйеп ҡатын-ҡыҙҙа. Тик бөгөнгө ысынбарлыҡҡа күҙ һалһаҡ, бала тапмауҙың сәбәбе ике енестә лә бер тигеҙ: 45/45 нисбәтендә,  ә  ҡалған  ун про-центта – түлһеҙлек  асыҡланмаған.

– Ҡасан һәм ниндәй осраҡта ғаиләгә «ҡыңғырау ҡағырға» ваҡыт?

– Әгәр ҙә йәш пар өйләнешеп, енси бәйләнештә бер йыл йәшәп, ғаиләлә бала юҡ икән, борсолорға урын бар. Тимәк, табиптарға мөрәжәғәт итергә мәл еткән. Ә гүзәл затҡа 35 йәш тулған булһа – ярты йылдан медицина учреждениеһына барыу зарур. Тикшереүҙе иң беренсе ир-егеттәрҙән башларға тәҡдим итер инем. Сөнки уларҙың түлһеҙлегенең сәбәбен билдәләү өсөн бер генә анализ – спермограмма тапшырыу кәрәк. Буласаҡ атай кешенең енси күҙәнәктәренең күләме, әүҙемлеге, морфологик характеристикаһы нормала булһа, артабан инде әсәгә күсәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙға  был юҫыҡта күп төрлө анализдар бирергә, тикшеренеүҙәр үтергә, хатта ҡатмарлы операциялар  ҙа яһатырға тура килә.  Ошо өлкәлә егерме йылдан ашыу эш тәжрибәмә таянып, шуны билдәләп үткем килә: әүәлерәк тик ҡатындар мөрәжәғәт итһә, һуңғы йылдарҙа бергә килгән ғаилә парҙары күбәйҙе. Был – ыңғай күренеш, сөнки бала табыуҙа ике енестең дә туранан-тура ҡатнашлығы бар һәм улар үҙҙәрендә оло яуаплылыҡ тойорға тейеш. Ләкин тағы ла бер мәсьәлә борсоуға һала: ғаилә башлығының бер-ике айлап йә ярты йыллап ситтә эшләүе арҡаһында ир менән ҡатын һирәк енси тормош менән йәшәй. Шулай булғас, нисек ауырға ҡалырға мөмкин? Ә бит даими енси бәйләнештә йәшәгән һау-сәләмәт парҙарҙың да ни бары 20 проценты ғына ата-әсә булыу бәхетенә ирешә. Бында уйланырға урын бар, әлбиттә.

– Ирҙәр түлһеҙлеге ҡайҙан килә? Нәҫел-нәсәп ауырыуҙарынанмы?

– Уның сәбәптәре байтаҡ. Иң тәүгеһе – генетик фактор, мәҫәлән,  Клайнфельтер синдромы һәм муковисцидоз атамалы нәҫел сирҙәре. Беренсеһендә  Х (ҡатын-ҡыҙ) хромосомаһы артыҡ, икенсеһендә орлоҡ сығарыу ағымының бөтөнләй булмауы күҙәтелә. Ҡайһы саҡта аутоиммун ауырыуҙар ҙа түлһеҙлеккә килтерә. Шулай уҡ малайҙар бәләкәй саҡта ҡабаҡҡолаҡ (паротит) менән сирләһә, балалары булмай. Түлһеҙлеккә күп осраҡта енси бәйһеҙлек тә сәбәпсе: йыш алышынған партнерҙар аша гонорея, трихомониаз, хламидиоз, уреаплазм, микоплазм кеүек йоғошло инфекцион ауырыуҙар йоҡторорға мөмкин. Ә иң ҡурҡынысы шул: ир-егеттәр оялып, табипҡа мөрәжәғәт итмәй, үҙ белдеге менән дауалана һәм, киреһенсә, сирҙе аҙҙыра. Шуның арҡаһында хроник ауырыуҙар көсәйә. ХХI быуаттың  түлһеҙлеккә илткән тағы ла бер киҫкен проблемаһы – артыҡ ауырлыҡ. Һимереү, үҙ сиратында,  ирҙәр гормоны тестостерондың кәмеүенә килтерә.

– Әгәр нәҫелең һау-сәләмәт икән, ниндәйҙер тышҡы факторҙар сәбәпсе була аламы? Мәҫәлән, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа эшләүеңә бәйлеме ул?

– Һис шикһеҙ, ир-аттың йәшәү рәүеше лә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуы ла мөһим. Ҡабалан-ҡарһалан фастфуд ашаған, көн режимы булмаған студенттарҙы бигерәк йәлләйем. Эҫе завод-цех һәм юл-транспорт хеҙмәткәрҙәре, төрлө химикат, пестицидтар менән эш итеүселәр ҙә хәүеф аҫтында. Тәбиғи ризыҡ ҡулланып, ауылдарҙа йәшәгән элекке быуынға күҙ һалайыҡ әле – һәр ғаиләлә етешәр-унышар һау бала тыуған. Ата-әсә булырға йыйынған йәштәр, ғөмүмән, сәләмәт тормош алып барырға бурыслы. Бөгөн – һулаған һауабыҙ, туҡланған аҙығыбыҙ сифатһыҙ, йәшәйешебеҙ күп осраҡта көсөргәнешле һәм ауыр заманда – бигерәк тә. Яралғының ағзалары ике ай арауығында формалаша. Шул ваҡытта әгәр ҙә ата-әсә спиртлы эсемлек ҡуллана, тәмәке тарта һәм башҡа насар ғәҙәттәр менән мауыға икән, сәләмәт сабый  тыуыуына өмөт аҙ. Элек тәбиғи һайлау закондары хөкөм һөрһә, бөгөн медицинаның  шул тиклем алға китеүе 500 грамлыҡ бәпесте лә кеше итергә һәләтле. Тик күп осраҡта улар зәғиф ҡала. Хәҙер инвалид балаларҙың күплеге – быға асыҡ миҫал.

 Сабый тыуғас  та, уны неонатологтар ҡарай: енси ағзалары дөрөҫ үҫешкәнме, йомортҡалыҡтары урынындамы икәнен белеү өсөн малайҙарға был процедура бигерәк тә мөһим, сөнки уларҙың эске ағзалары ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда ла нескә. Йомортҡалыҡтар тоҡсайға бер йәшкә тиклем дә төшөргә мөмкин. Ошо арауыҡта төшмәһә, хирургтарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хоҙай Тәғәлә ир-егеттәргә енси ағзаны организмдан тышта биргән һәм уның йылылығы тән температураһынан кәмерәк – 34 градус тирәһе. Әгәр ҙә унан юғарыраҡ булһа, спермотогенезға, йәғни енси күҙәнәктәргә һәләкәт килә. Шуға ла эҫе мунса, сауна, автомобиль ултырғысының  йылытыу функцияһы менән ҡулланыу кәңәш ителмәй. Малайҙар өсөн йыш памперста йөрөү, үҫә төшкәс һығып торған тар джинсы салбар кейеү ҙә зарарлы. Бая үрҙә телгә алған  паротит сире менән ауырығандарҙың  күп осраҡта атай булыуҙары шикле, сөнки унда тән температураһы ныҡ юғары күтәрелә. Ир балалар тыуғас та, уларҙың һаулығына иғтибарлы булыу мөһим. Ошо йәһәттән беҙҙең мосолман динендә сөннәтләү бар. Был юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән: ағзаның һаулығына, таҙалығына булышлыҡ итеүсе сара ул, сөнки енси органдың башы асыҡ булырға, тире менән ҡапланып тормаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә ябыҡ булһа, кесе ярау итеүгә мәшәҡәт тыуа, унда стрептоккок инфекцияһы йыйылып, фимозға килтереүе ихтимал. Ете диңгеҙ аръяғында  йәшәүсе гинеколог ҡыҙым, Америкала сабыйҙы тыуғас та сөннәтләйҙәр, ти. Хәҙер уны бөтә медицина ойошмаларында ла эшләтергә мөмкин. Ата-әсә балаһының һаулығын ҡайғыртып, был талапты үтәһә, бик хуп.

 

Айзилә Мортаева.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас