+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
21 Май 2025, 04:57

Башҡорт модельерҙары мода донъяһын шаулатҡан

Игеҙәктәр Әлфиә менән Зөлфиә Хамматоваларҙың да башҡорт халыҡ кейеме традицияларына нигеҙләнеп эшләнгән коллекцияһы Ҡазан ҡалаһында үткән XVI “Рәсәй – Ислам донъяһы” халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында "Modest Ғashion Day" мода күрһәтеүендә уңыш ҡаҙанған.

Башҡорт модельерҙары мода донъяһын шаулатҡанБашҡорт модельерҙары мода донъяһын шаулатҡан
Башҡорт модельерҙары мода донъяһын шаулатҡан

Һәр саҡ шуға инанам: ни тиклем күберәк халыҡ ижадына, мәҙәниәтенә, тарихына, фольклорына таянып эшләһәң, шул тиклем һинең эшең уңышлыраҡ сыға, сөнки халыҡ - мәңгелек.

 

Игеҙәктәр Әлфиә менән Зөлфиә Хамматоваларҙың да башҡорт халыҡ кейеме традицияларына нигеҙләнеп эшләнгән коллекцияһы Ҡазан ҡалаһында үткән XVI “Рәсәй – Ислам донъяһы” халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында "Modest Ғashion Day" мода күрһәтеүендә
уңыш ҡаҙанған.

 

Сит ил вәкилдәре йыйылған ҙур сарала миләттәштәребеҙ – Әлфиә менән Гөлфиә Хамматоваларҙың Minzifa (“Миңзифа”) кейем бренды ҡатнашҡан.

 

Әйткәндәй, форумдағы мода күрһәтеүгә Рәсәйҙән ике генә бренд саҡырылған, һәм уларҙың береһе – беҙҙең яҡташтар.

 

Игеҙәктәр коллекцияһының нигеҙенә үҙ ырыуының атрибутикаһын һала:

 

“Ырыуыбыҙ - Тамъян,

 

Ҡошобоҙ - ҡарға,

 

Ораныбыҙ - тутыя,

 

Ағасыбыҙ -тирәк,

 

Эскән һыуыбыҙ - Ҡыҙыл.

 

Режиссер ҙа моделдәргә ҡарғалар кеүек ирекле, ғорур ҡош образын бирегеҙ тигән талап ҡуя, үҙегеҙҙе ҡош кеүек тотоғоҙ,ти ул, уның идеяһы коллекцияның
концепцияһы менән тап килә.

 

Ә "Һомай" йыры был коллекцияның төп асылын
бирә.

 

Былар бөтәһе лә шул тиклем уңышлы ҡушыла. Һөҙөмтәлә, таң ҡалырлыҡ сығыш барлыҡҡа килә. Бөтә зал тын да алмай башҡорт дизайнерҙарының кейемдәрен ҡарай.

 

"Миңзифа" бренды аҫтында сығыш яһаған Әлфиә һәм Зөлфиә Хамматовалар ҙур уңышҡа ирешә!
Ҡотлайбыҙ! Афарин!

 

Алдағы эшегеҙҙә лә уңыштар теләйбеҙ!

 

Фото: Әлфиә менән Гөлфиә Хамматоваларҙың сәхифәһенән ("Миңзифа" бренды) алынды.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас