+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
21 Май 2025, 10:25

Ауыл старостаһы

Районда, ауылда унһыҙ бер сара ла үтмәй, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Яҡташтары өсөн янып-көйгән әүҙем йәмәғәтсе – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Әлшәй районы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары» ойошмаһы етәксеһе, Иҫке Аҡҡолай ауылы старостаһы Әлфиә Миңнулла ҡыҙы Солтанова бына яңыраҡ «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» дипломы менән дә бүләкләнде. Тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып барған ханым ауыл йәшәйеше, ундағы проблемалар хаҡында һөйләй.

Ауыл старостаһыАуыл старостаһы
Ауыл старостаһы

– Әлфиә Миңнулла ҡыҙы, ауыл старостаһының эше нимәнән ғибәрәт? Ниндәй йөкләмәләр ҡуйылған?

– Хаҡлы ялға сыҡҡас, ял итермен, тигән уй ҙа бар ине. Ләкин сабып барған арғымаҡты ҡапыл туҡтатҡас, нимә булғанын шул арғымаҡ ҡына белә (көлә)... Ҡырҡ йыл мәктәп эше, йәмәғәт эшмәкәрлеге мине ошо тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләндергән. Староста итеп һайлағанда теләгемде һорап тороусы ла булманы. «Булдыраһың!» – тип кенә әйттеләр. 

– Бөгөн ниндәй проблема көнүҙәк?

– Ауылда тормош бөтмәһә, уның проблемалары килеп сығып тора. Бөгөнгө көндә фельдшер юҡ, был ауыл халҡына айырым ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Кеше ҡапыл сирләп киткән осраҡта, «Тиҙ ярҙам» килеп етеп өлгөрмәҫкә лә мөмкин. Ошо ололарҙы ла, балалы йәштәрҙе лә хафаландыра...

 

– Һеҙ үҫкәндәге ауыл – халыҡ,  ололар нисек ине, матур йолалар...

– Әлбиттә, үткәндәр матур йырҙай иҫкә төшә. Колхозда дуҫ йәшәне халыҡ, бергә эшләне, бер-береһенә ярҙам итеште. Ул ваҡытта әлеге кеүек техника, гаджеттар юҡ. Кистәрен уйынға сығыуҙар, бейеүҙәр, тальян моңдары... Йәнле аралашыу, сәйгә йөрөшөүҙәр, кис  ултырыуҙарҙан  йөрәктә  йылы  хистәр  ҡалған.  Мин үҙем ике нәнәй, ҡарттай тәрбиәһен татып үҫтем.  «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Һабантуй» кеүек йолаларҙа ла бит халыҡтың нескә йәшәү аҡылы, тәрбиәһе сағыла. Ә туйҙар, йола буйынса, бер нисә көн дауам итер ине. «Бишек туйы»на күрше-тирә йылы аш алып килә, улар йәш ата-әсәне ҡотлай, сабыйға һаулыҡ, бәхет теләй. Ауырлыҡтар булһа ла, бай йәшәмәһәк тә, ул ваҡыттағы берҙәмлек, йолалар, өлкәндәргә һәм кескәйҙәргә ипле мөнәсәбәт, киләсәккә ышаныс беҙҙе көслө итте.

 

– Ауыл уҡытыусыһы хаҡлы ялға сыҡҡас, уҡытыусы булыуҙан туҡтаймы?

– Сит телдәр факультетын тамамлап, 40 йыл ғүмеремде ауыл мәктәбендә балалар уҡытыуға бағышлағанмын! Хәтеремдә, ауылдағы башланғыс мәктәпте дөйөм белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртеү мәсьәләһе ҡуйылғайны. Төҙөкләнмәгән ике бина тора. Уҡыусылар Раевка, Дәүләкән интернаттарында уҡып йөрөй. Балаларын интернатта тәрбиәләргә өйрәнеберәк киткән ата-әсәләрҙе ҡыҙҙарын һәм малайҙарын ауыл мәктәбенә ҡайтарырға өгөтләргә, шул арала уҡытыусыларҙы ла тупларға кәрәк ине. Башланған эш – бөткән эш. Һәр ғәмәлгә шулай күңелемде һалам, кешенең хеҙмәтен дә энә күҙлегенән үткәрәм. Мәктәп тормошо, йәмәғәт эштәре шәхси мауығыуҙарыңды ла, үҙ донъяң мәшәҡәттәрен дә ситкә ҡуйҙыра. Ауыл уҡытыусыһының, мәктәп директорының тәүлек әйләнәһенә дауам иткән тынғыһыҙ эше, талапсанлығы шулай булмышыңа ла күсә. Һайлау, төрлө саралар, юл буйҙарын йыйыштырыу, мәктәп баҡсаһы, концерт, лекциялар... Рәхәтләнеп эшләнек.

Ауыл старостаһы
Ауыл старостаһы
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас