

«Сығышым менән Ырымбур өлкәһенең Тирис-Усман ауылынан. Тәүҙә ашнаҡсыға уҡырға уйлай инем. Әммә һуңынан сварщик һөнәрен һайланым. Бында, Нефтекамала, апайым йәшәгәс, 139-сы училищеға иретеп йәбештереүсегә барырға хәл иттем. Ата-әсәйем дә, ябай эшселәр, теләгемә ҡаршы булманы. «НефАз»ға практика үтергә килгәйнем, ҡалдым да ҡуйҙым. Ҡурҡманым, сөнки тәжрибәле остаздар тура килде, – тип һөйләй ҡатын. – Ирем Илдар Мәҡсүт улы ла ошо заводта эшләй, ул автобустарҙы буяу цехында деталдәр ташыу өсөн яуаплы».
Заводтың 2-се йыйыу һәм иретеп йәбештереү цехында Рушаниә Мөстәҡим ҡыҙына ирҙәрҙән торған электросварщиктар бригадаһын етәкләүҙе лә ышанып тапшырғандар. Ир-аттарҙы тыңлатыу өсөн дә бит улар һоҡланырлыҡ оҫта булырға тейешһең.
«Оҙаҡ йылдар автозаводта эшләүем менән ғорурланам. Тәү сиратта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү, йыйнаҡлыҡ, иғтибар мөһим минең эштә. Аҙ ғына яңылышыу ҙа фажиғәгә, яман эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Иретеп йәбештереү сәнғәт кеүек – эш процесы оҡшай. Электросварщик һөнәре үҫешәсәк, тип уйлайым. Хәҙер, әлбиттә, заводтарҙа роботтар, махсус ҡорамалдар индерелә, йыл һайын нимәлер яҡшы яҡҡа үҙгәрә, яңыра. Әммә бөтә хеҙмәттә лә робот кешене алмаштыра алмаясаҡ», – ти ул.
Альбина Ғөбәйҙуллина