

Бына инде өс йыл рәттән илдең ысын ҡаһармандарын, Рәсәй геройҙарын тәрбиәләгән әсәләргә, ирҙәре яуҙа һәләк булған тол ҡатындарға ла ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ гуманитар ылау әҙерләгән, ойошторған, махсус хәрби операция биләмәһендә ярҙам күрһәткән ирекмәндәр һәм республика үҫешенә тос өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙарҙың намыҫлы хеҙмәте билдәләнде. Абруйлы ҡунаҡтарҙан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР спорт
министры Руслан Хәбибов, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Мари Иленең даими вәкиле, «Үҙ көсөң» проекты авторы Ольга Бадма-Халгаева ҡатнашты. 200-ҙән ашыу гүзәл зат һигеҙ төрлө номинацияла баһалы наградаларға лайыҡ булды.