+24 °С
Дождь
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
9 Апреля 2025, 08:00

Яратҡаным – ләлә

Зәлиә МОСТАЕВА Өфө районы Шамонин ауылында йәшәй.  Ләлә – яратҡан сәскәһе. Интернет селтәрендә бер ҡосаҡ ләлә тотоп торған фотоларҙы күрһә, һоҡланып туя алмай Зәлиә. Ошондай матурлыҡ яһау була уның хыялы. Шул ниәтен тормошҡа ашырырға тотона ла. Тик ике йыл рәттән ғәҙәти кибеттән алып ултыртҡан ләләләре шытып сыҡмай. Кәйефе төшә төшөүен, шулай ҙа бирешмәй. Үҙ аллы өйрәнә, китаптар алып уҡый. Тәүәккәлләп бер йәшник һуғанбашҡа заказ бирә. «Тәүҙә был орлоҡтарҙы ни эшләтергә лә белмәйем, иң ҡәҙерле әйбер кеүек кенә итеп тегеләй-былай йөрөтәм. Социаль селтәрҙә Ростов ҡалаһында йәшәгән бер апай менән таныштым. Фотолары оҡшағас, тоттом да хәбәр яҙҙым.

Яратҡаным – ләләЯратҡаным – ләлә
Яратҡаным – ләлә

Татьяна Николаевна бик асыҡ кеше булып сыҡты, белгәне менән уртаҡлашты (уның менән һаман туғандар кеүек аралашабыҙ, хатта ҡунаҡҡа ла барып ҡайттыҡ). Барыһын да ул өйрәткәнсә эшләргә тырыштым. Һуғанбаштарҙың яртыһын әсәйемдәргә алып ҡайтып, баҙға ҡуйҙыҡ, икенсе өлөшөн һыуытҡысҡа тултырҙыҡ. Аҙаҡ алып килеп, тәҙрә төбөндә үҫтерҙем. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына көткән сәскәләрем 12-һендә генә атты. Шулай ҙа шатлығымдың сиге булманы. Күбәйеп киттеләр, ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйем. Мин бит уларҙы һатырға тип үҫтермәнем. Ҡатын-ҡыҙҙар чатына ла дөрөҫөн яҙҙым: «Ҡыҙҙар, сәскәләрҙе ни эшләтергә икән?» Һәм, ышанаһығыҙмы, ике-өс көндә килеп алып бөттөләр. Һигеҙ йыл элек беҙҙең яҡтарҙа сәскә үҫтереүселәр аҙ ине шул», – тип һөйләй тәүге сирҡаныс алыуын Зәлиә. Шулай итеп, түккән аҡсаларын ҡайтарып, бер аҙ ғына килем дә алалар.

Тәүгеһендә 600 һуғанбаш булһа, киләһе йылда дүрт меңгә етә. Өйҙөң бер бүлмәһен бушатырға тура килә. Йылыны кәметеп, тәҙрә төбөнә өҫтәлдәр, лампалар ҡуялар. Артабанғы йылдарҙа төҙөлөп ятҡан яңы йорттарының икенсе ҡатын ләләләргә «бүләләр». Йәшниктәрҙе махсус һыуытып эшләнгән подвалдан икенсе ҡатҡа ташыуҙы ла ауырһынмайҙар. Тәжрибә тупланған һайын сәскә һораусыларҙың һаны ла арта. Кемдер гөлләмә һатып алһа, киләһе йылына ул хеҙмәттәштәрен эйәртеп килә...

Ике йыл элек үҙ эсенә теплицаны, һыуытҡыс бүлмәне алған тотош комплекс төҙөйҙәр. Проекттан башлап йәшниктәрҙе урынлаштырыуға тиклем барыһын да үҙҙәре башҡара. Төп көс, әлбиттә, тормош иптәше Ринатҡа төшә. Ул заводтан ҡайта ла өйөндәге эште дауам итә. Зәлиә һөйләй: «Сәскә үҫтереү ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә генә бик ҡыйынға төшөр ине. Мин технологияларҙы, йылытма ҡороу үҙенсәлектәрен өйрәнәм, сәскәләрҙе һайлайым, ҡарайым, һыу һибәм, үҫтерәм, туҡландырғыс иретмәләр әҙерләйем, һатам. Төҙөү, тупраҡ ташыу, ер ҡаҙыу, вентилятор элеү кеүек мәшәҡәттәр – иремдең иңендә. Өс балабыҙ ҙа сәскә йыйырға, төрөргә ярҙам итә. Ултыртҡан саҡта туғандарыбыҙҙы «өмәгә» саҡырабыҙ, күңелле була».

Сәскә үҫтереү ниндәй эштәрҙе үҙ эсенә ала? Ләләне октябрь аҙағында – ноябрь башында ултырталар ҙа тупрағы менән ҡуша һыуытҡысҡа ҡуялар. Һыуытыу бик мөһим, был уларҙың ваҡытында сәскә атыуы, үҫеүе, дөрөҫ асылыуы өсөн кәрәк. Бүлмә-һыуытҡыста тамырланғас, йәшниктәрҙе йылытмаға сығаралар. Тәҙрәләр даими асыҡ торорға тейеш, туғыҙ вентилятор туҡтамай эшләй. Теплица газ менән йылытыла. Ауырыуҙар таралмаһын өсөн тупраҡты йыл һайын алмаштырып торорға кәрәк. Быйыл ләләне гидропоника ысулы менән дә үҫтереп ҡарағандар. «Һыуҙа үҫтереү ҙә оҡшаны, мәшәҡәте аҙыраҡ, әммә технологияларҙы теүәл үтәргә кәрәк», – ти Зәлиә.

Яратҡаным – ләлә
Яратҡаным – ләлә
Автор:
Читайте нас