Сара Икенсе Инйәр мәктәбендә барҙы. Мәктәптә ҡунаҡтарҙы сәк-сәк һәм буҙа менән ихлас ҡаршы алғандан һуң, уҡыу йортондағы матур этнографик мөйөш менән таныштырҙылар. Бөтә талаптар буйынса йыйып ҡуйылған тирмә, башҡорт халҡының боронғо кәсептәре, солоҡсолоҡ, йылҡысылыҡ тураһында һөйләгән экспонаттар күңелдәргә хуш килде. Ә инде мәктәптең “Тыуған яҡты өйрәнеү музейы” байлығы менән күңелдәрҙе арбаны. Инйәрҙәр музей эшенә битараф түгел, тимәк, балаларға халыҡтың боронғоһо ла бик ентекләп, ҡәҙерләп еткерелә тигән фекер күңелдәргә йылы бирҙе.
Ә инде боронғо башҡорт уйыны “Ашыҡ”ты өйрәтеү буйынса мәктәп уҡыусыһы үҙенең уҡытыусыһы менән мастер-класс күрһәткәс, был тойғо тағы ла нығынды. Ул ғына ла түгел, инйәрҙәр үҙҙәре үк был уйынды тергеҙеү буйынса ярҙам күрһәтергә әҙер тороуҙары хаҡында белдерҙе.
Артабан райондың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең ҡул эштәре менән таныштырҙы. Нимә генә юҡ ине был күргәҙмәлә: ҡул менән һуғылған балаҫтар, ҡатын-ҡыҙҙың баш, түш, ҡул биҙәүестәре, кейеҙҙән һуғылған аяҡ кейемдәре һәм башҡа йәнең теләгән әйбер бар ине.
Артабан тамаша залына йыйылып, унда “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәрҙәренең сығышынан һуң, Белорет башҡорттары ҡоролтайы, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналы әҙерләгән квиз үтте. Уйында Уҫманғәле, Ноҡат, Сәфәрғол, Манышты ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, шулай уҡ Белорет районы ҡоролтайы һәм МХО-ла ҡатнашҡандарҙың әсәләре һәм ҡатындары ҡатнашты.
Уйын бик күңелле һәм еңел барҙы, араһында Икенсе Инйәр мәктәбе уҡыусылары матур концерт номерҙары менән байрамды биҙәп ебәрҙе.
Шулай итеп, беренсе урынды “Алдынғылар” уҡытыусылар командаһы, икенсе урынды “Манышты ауылы ҡыҙҙары”, өсөнсөнө - Инйәрҙән “Тамсыҡай” командаһы, дүртенсене – “Йәшлек” ҡоролтай командаһы һәм бишенсене Уҫманғәленән “Зирәктәр” командаһы алды. Һәр командаға “Маҡтау ҡағыҙы” һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Иң аҙаҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙы бай табында һыйлап, күңелле аралашыу менән тамамланып ҡуйҙы был матур сара. Сараның башында тороусы Белорет районы ҡоролтайы етәксеһе һәм "Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәре Эльза Мөхәмәҙиеваға ҙур рәхмәт.
Яҡындан ихлас аралашыу һәр кемдең күңелен күтәрҙе, файҙалы булды, ҡатын-ҡыҙҙар журналға яҙылды, киләсәктә лә яҙылырға һүҙ бирҙе.
Роза Хөснуллина