2005 йылда Ҡорбан байрамы 20 ғинуарға тура килде. Ниндәйҙер мөғжизәле көн ине ул. Ул ваҡытта инде мин, һаулыҡ һаҡлау тармағында байтаҡ йылдар эшләгән операция шәфҡәт туташы, хәлем бөтөп йөрөй инем. Үҙемде нығытырҙай шөғөл табырға теләп, иремә эйәреп, беренсе тапҡыр Яҡутов исемендәге паркҡа һыу инергә барҙым. Дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә ҡурҡыныс күренеш күҙ алдыма баҫты. Тышта 30 градус һыуыҡ, әле тун менән өшөтә. Ә унда, ҡарҙа, ялан аяҡ сиратта торалар. Иң ҡыйыны сисенеү булды. Уның да үҙ тәртибе бар: тәүҙә – аяҡ кейемеңде, унан – салбарҙы, артабан өҫ кейемеңде һалаһың, шунан ғына башлы-ғыңды. Һыуыҡтан тән зымбырҙай. Ә һыуға төшкәйнем, ул шул хәтлем йылы тойолдо, рәхәтләнеп йөҙҙөм дә киттем. Шулай итеп, ҡыштарын боҙло һыуҙа инеү йәнемә лә, тәнемә лә көс биргән яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Һәр кем дә тота килеп «морж» булып китә алмай. Барыбер әҙерлекле булыу кәрәк. Тәнем йәштән көсөргәнешкә өйрәнгәнгә лә, миңә ауыр тойолмағандыр, тип уйлайым. Сөнки Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡығанда самбо, дзюдо буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһында шөғөлләндем. Донъя, Рәсәй ярыштарында беренсе урын яулай торғайным. Хатта Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыу алдым, тик тыуған республикамдан киткем килмәне. Әлеге көндә Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнеүселәрҙең «Аҡ һыуһарҙар» клубына йөрөйөм. Унда фекерҙәштәр, рухташтар таптым.
Альбина Ғөбәйҙуллина әңгәмәләште.