+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
7 Март 2025, 08:15

ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫҢ “КӨНҺЫЛЫУ”, “ГӨЛЬЯМАЛ” ӘҪӘРҘӘРЕНДӘ КӨРӘШСЕ ҠАТЫН-ҠЫҘ АРХЕТИБЫ.

В статье анализируется архетип женщины-борца, которая не сломалась в суровые годы войны, и перенесла все его тяготы на своих плечах.

ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫҢ “КӨНҺЫЛЫУ”, “ГӨЛЬЯМАЛ” ӘҪӘРҘӘРЕНДӘ КӨРӘШСЕ ҠАТЫН-ҠЫҘ АРХЕТИБЫ.ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫҢ “КӨНҺЫЛЫУ”, “ГӨЛЬЯМАЛ” ӘҪӘРҘӘРЕНДӘ КӨРӘШСЕ ҠАТЫН-ҠЫҘ АРХЕТИБЫ.
ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫҢ “КӨНҺЫЛЫУ”, “ГӨЛЬЯМАЛ” ӘҪӘРҘӘРЕНДӘ КӨРӘШСЕ ҠАТЫН-ҠЫҘ АРХЕТИБЫ.

Башҡорт иленең тарихында көрәшсе ҡатын-ҡыҙ ҙур роль уйнаған. Ундай ҡатын-ҡыҙҙарға билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин үҙ динен һатмаған һәм шуның өсөн яндырылған Киҫәкбикә Байрасованы, Наполеон баҫҡынсыларына ҡаршы һуғышҡан Йәнтүрәнең ҡатынын, Башҡорт Республикаһының тәүге ҡатын-ҡыҙы, мәғрифәтсе, Крупскаяның көрәштәше Рабиға Ҡушаеваны индерә. Шундай типтағы ҡатын-ҡыҙҙар башҡорт әҙәбиәтендә ҡаһарман ҡатын-ҡыҙ архетибы булараҡ ныҡлы урын алған. Зәйнәб Биишеваның “Көнһылыу”, “Гөльямал” әҫәрҙәрендә шундай ҡаһарман йөрәкле, көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетиптары үҙәктә тора.  Яҙыусы был әҫәрҙәрендә  һуғыш йылдары осоронда ең һыҙғанып тылда эшләгән көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетибын кәүҙәләндерә. Көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетибы тигәндә, яу ҡырында ҡулына ҡорал алып дошманға ҡаршы алышыусы түгел, ә Тыуған иленең азатлығы өсөн тылда бөтә көсөн һалыусы ҡатын-ҡыҙ образы тураһында һүҙ бара. Был әҫәрҙәрҙә әҙибә еңеүҙе тиҙләтеү өсөн үҙҙәренең шәхси ҡайғыларын еңә килеп, фронт өсөн  бөтә көсөн арымай-талмай сарыф иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың типик образдарын һүрәтләй. Зәйнәб Биишева үҙенең иҫтәлектәрендә был образдар хаҡында киләһе һүҙҙәр әйтелә: «Йәш саҡта, айырата Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, «Совет Башҡортостаны» газетаһы редакцияһында эшләүсе журналист булараҡ, Оло Эйек буйҙарына ла йыш килеп сыға инем. Бында ла, илебеҙҙең бөтә башҡа ерҙәрендәге кеүек, иҫ киткес ауыр, көсөргәнешле хеҙмәт фронты ҡайнай. «Бөтә көс  тыуған ил өсөн, фронт өсөн, еңеү өсөн!» – тигән мөҡҡәдәс бурыс тирәһенә тупланған. Ирҙәрен, улдарын, аталарын фронтҡа оҙатҡан ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаның, бөтә Совет халҡының берҙәмлегенә, түҙемлегенә, дошманды еңеүгә булған тәрән ышанысына һоҡланып та, ҡыуанып та бөтөрлөк түгел. Улар тылда еңеү яулайҙар. Улар героик Совет Армияһын аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға мохтаж итмәҫ өсөн алды-ялды белмәй эшләйҙәр. Минең шул йылдарҙа яҙылған «Көнһылыу» повесы, «Гөлъямал» поэмаһы ошо ерлектә, Оло Эйек буйындағы ялҡынлы патриот ҡатын-ҡыҙҙарҙың героик образы булып донъяға тыуҙы» – тип билдәләй әҙибә [Халыҡ яҙыусыһы З. Биишева, 2008, 310-сы бит].

         Әҙибәнең «Көнһылыу» (1946) повесының төп героиняһы Көнһылыу – ойоштороусы-көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетибы. Көнһылыу ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, ғәрәсәтле һуғыш йылдарында кешеләрҙе хеҙмәткә ойоштора, рухландыра белеүсе, ошо хеҙмәт  процессында үҙе лә сыныға. Автор уның тормошон ил һәм халыҡ көнкүрешенә, тарихына бәйләп хикәйәләй.

         Иҫке тәртип ҡанундары буйынса быуаттар буйына кәмһетелеп килгән ҡатын-ҡыҙ яңы тормош шарттарында бөтөнләй үҙгәрә. Ул үҙ хоҡуҡтарына дәғүә итә алыусы ғына түгел, яңы тормошто төҙөүҙә актив ҡатнашыусы, хатта яҡшы ойоштороусы, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә лә алыусы героиня. Һуғыш башланғанға тиклем ауылда уҡытыусы булып эшләгән Көнһылыуҙы көсөргәнешле заман көрәштең  иң алғы сафына, халыҡ менән етәкселек итеүселәр рәтенә баҫтыра. Ул яуға киткән иренә биргән вәғәҙәһен үтәй, колхоздың председателе булып, етәкселек эшенә барлыҡ көсөн һала. Хәҙер инде уға үҙе уҡытҡан класы, эшләгән мәктәбе өсөн генә түгел, бөтә ауыл, уның кешеләре өсөн яуап бирергә кәрәк. Көнһылыу кеше шатлығын үҙ шатлығы күреп ҡыуаныусы, башҡаларға ҡайғы килгәндә, уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашыусы, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыусы етәксе-ойоштороусы.  Мәҫәлән,  ауылдағы Мәрйәм исемле ҡатынға иренең үлеме тураһында килгән хатты тапшырыуҙы һүрәтләгәндә лә Көнһылыуҙың ниндәй кешелекле булыуын күрә алабыҙ:  «Көнһылыуҙы хәҙер баштан-аяҡ Мәрйәмдең  ҡайғыһы солғап алды. Ул үҙенең кисеүҙән нисек сығып китеүен дә тойманы. Ағым йылғаһының аяҡтан йыға яҙып шарлап аҡҡан көслө тулҡындары ла, аяҡ тубыҡтарын йыртып барған шыуғалаҡ һуйырташтар ҙа уны ауыр уйҙарҙан тартып сығара алманы»[Биишева, 1996, 290-сы бит]. Тыуған иленең тыныслығы өсөн көрәште Көнһылыу тылда алып бара. Колхоз эшенең яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүен председатель үҙенсә ойоштора белә. Ул колхозсылар араһында агитацион эштәр алып бара, фронт яңылыҡтары менән таныштырып, эштән һуң колхозсыларҙы бергә ашатыу ойоштороп, ул ауыл халҡының берҙәмлегенә өлгәшә. Берҙәмлек иһә етәксе-ойотороусыға яҡшы һөҙөмтәләр – колхоздарының алдынғылар рәтендә булыу мөмкинлеген бирә: «Ҡатындар эше булмаһа ла кисә кәңәшмәлә райком секретары «Ҡыҙыл йондоҙ» колхозы  йыл һайын яҙғы сәсеүҙе лә, бесәнде лә, уңыш йыйыу, хөкүмәткә иген тапшырыуҙа ла алдынғылар сафында бара. Уның быйыл да Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп сығасағына шик юҡ. Сөнки унда беҙҙең иң тырыш коммунисткабыҙ Көнһылыу эшләй, тип һөйләне әле...».  Халыҡ менән бергә булыу, осорҙоң яҡты идеалдары, еңеү өсөн үҙ-үҙеңде көрәшкә – Көнһылыуҙы һәм башҡа хеҙмәт кешеләрен шәхес булараҡ юғары күтәрә. Кешеләр менән бергәләп эшләү, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу, төп героиня Көнһылыуҙың характерын сыныҡтыра, уны ойоштороусы итеп  формалаштыра. Һәр эшкә ысын күңелдән тотонған, рухи яҡтан көслө героиня булып күҙ алдына баҫа.

       Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрендә Көнһылыу образы кеүек тағы бер көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетибы яҙыусының «Гөльямал» исемле поэмаһында осрай. Әҫәрҙең төп героиняһы Гөльямалдың тормош юлы ҡатмарлы социаль-тарихи ваҡиғаларҙы эсенә ала. Тәүге бүлек  төп геройҙың Октябрь революцияһына тиклемге осорҙағы михнәтле һәм ғазаплы тормошон һүрәтләү менән башланһа, һуңынан коллективлашыу йылдарындағы драматик ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Кулактар ҡулынан ире Ғәйфи үлтерелгәс, Гөльямал колхоз председателе, етәксе-ойоштороусы булып китеүе тасуирлана. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы тыуҙырған ауырлыҡтар-ҡаршылыҡтар Гөльямал характерының сынығыуын асығыраҡ итеп һүрәтләргә мөмкинлек бирә.

        Поэманың икенсе бүлеге һуғыш башланыу хәбәре менән башланып китә. Яу ораны  буйынса колхоздың күҙ терәп торған кешеләре менән бергә Гөльямалдың  улы Сәхи ҙә фронтҡа ебәрелә. Улар урынына ауылдағы  бөтә колхоз эштәре ҡатын-ҡыҙҙар елкәһенә төшә. Әҫәрҙең сюжет үҫешендә яҙыусының төп иғтибары үҙәк образ булған Гөльямалға йүнәлтелә. Колхозда тырышып эшләү – ул барыбер дошман менән көрәшеү икәнлеген етәксе-ойоштороусы яҡшы аңлай. Поэмала Гөльямалды һуғыш төрлө яҡлап сыныҡтыра, һынай.  Яҙыусы героиняны һуғыш йылдарының ауыр һынауҙары аша үткәреп әүҙем көрәшсе, алдынғы етәксе булып үҫеүен һүрәтләй:

«Халыҡ йотолоп тыңлай,

Гөльямалдың һүҙен үҙ итеп,

Йөрәгенең тибеүендә уның

Үҙ йөрәге тибешен ишетеп,

Улар күрә уның үткәнендә

Үҙ башынан үткән ҡытлыҡты,

Уның бөгөнгөһө яҡтыһында

Күрә үҙенә килгән шатлыҡты».[Биишева, 1969, 204-се бит]

Тәүҙә мөхәббәт һәм шәхси бәхет хаҡындағы хыялдар менән генә йәшәгән Гөльямалдың үҙ-үҙенә бикләнгән күңеле ҙур социаль ваҡиғалар фонында аҡрынлап асыла бара. Ул ҙур тормошҡа – көрәш юлына аяҡ баҫа.

Шулай итеп, Зәйнәб Биишева үҙенең әҫәрҙәрендә Көнһылыу һәм Гөльямал образдары аша көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетибын кәүҙәләндерә. Был ике героиняның яҙмышы, характерының формалашыуы, йәмғиәттәге эше һәм бер осор кеше булыуҙары  менән бер-береһенә яҡын. Улар, көрәшсе ҡатын-ҡыҙ образдарын дөйөмләштереп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының Тыуған иле һәм халҡы өсөн  ниндәй көс һалыуҙарын асып бирә. Көнһылыу һәм Гөлъямал образдары балаларҙа үҙ илен һөйгән, уның яҡты киләсәге өсөн борсолған илһөйәрҙәр тәрбиәләү өсөн иң ҡулайлы образдар. Улар миҫалында хәҙерге быуын балаларында Тыуған илен һөйгән кешеләрҙе үҫтерергә мөмкин.

 

Әҙәбиәт

 

  1. Биишева, З. А. Һайланма әҫәрҙәр. Том I: поэмалар, шиғырҙар / З. А. Биишева. –  Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1969. –  287бит.
  2. Биишева, З. А. Әҫәрҙәр. Том IV: роман, повестар, хикәйәттәр, хикәйәләр / З. А. Биишева. – Өфө: Башҡортосан “Китап” нәшриәте, 1996. – 576 бит.
  3. Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева / Төҙөүселәре: И. Л. Кинйәбулатов, Ғ. А. Хисамов. – Өфө: Китап, 2008. – 360 бит.

@Роза Хөснуллина, филология фәндәре кандидаты

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас