+30 °С
Болотло
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
19 Февраль 2025, 05:10

БИЛДӘЛЕ ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘ ҺӘҘИӘ

Шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһындағы беренсе романсы әҙибә, тип башлағандан ғына ла ғорурлыҡ тойғоһо күҙ йәштәре булып килеп сыға. Ә инде бөйөк һәм көслө, нескә һәм хисле, үлемһеҙ һәм мәңгелек ижадын, уға параллель рәүештә трагик яҙмышын да, атылған йондоҙ ише сағыу-ҡыҫҡа ғүмерен уйлаһаң, бөтөн был ысынбарлыҡты ижадсының ер тормошонда үтәй торған миссияһы булғандыр, тигән фәлсәфәүи һығымтаға ғына килә алаһың. Күпме генә юйылһа ла, артыҡ билдәле һәм нисек кенә өйрәнелһә лә, һаман билдәһеҙ ҡала килгән Һәҙиә ул беҙҙең. Әҙибәбеҙҙең 120 йыллығына арнап, уның ижадын бөгөнгө студенттарға уҡытыусы, тормошо хаҡында мәғлүмәттәр туплаусы, музейға экспонаттар йыйыусы һәм фәнни эштәр яҙыусы филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы доценты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

БИЛДӘЛЕ ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘ ҺӘҘИӘБИЛДӘЛЕ ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘ ҺӘҘИӘ
БИЛДӘЛЕ ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘ ҺӘҘИӘ

– Һәҙиә Дәүләтшинаның яҙмышын беҙ Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Һәҙиә» романы аша тулыраҡ белдек кеүек. Һәр хәлдә нәфис әҫәр уҡыусыға күберәк мәғлүмәт бирҙе. Һеҙ был китаптағы Һәҙиә тарихы менән килешәһегеҙме?

– Әлбиттә, Гөлсирә апай иҫ киткес, тетрәндергес әҫәр ижад иткән. Төплө өйрәнеп, күпте белеп яҙған ул. Әммә был, үҙегеҙ әйткәнсә, әҙәби әҫәр. Һәҙиә Дәүләтшинаның үгәй ҡыҙы Рәйсә апай менән аралашҡандан да мин уның йәшәйеше ысынбарлыҡта аҙыраҡ икенсерәк булыуын беләм. Тик был «Һәҙиә» романына ла һәм әҫәр прототибына ла күләгә төшөрмәй.

 

– Рәйсә апайҙы телгә алдығыҙ, һөйләп китегеҙ әле, нисек итеп иҫләй ине ул үҙенә үгәй әсәй булып килгән Һәҙиә Дәүләтшинаны?

– Тәртип яратҡан, бөтә нәмәгә лә мәҙәни юғарылыҡтан ҡараған, ҡатын-ҡыҙ сыр-сыуына төшмәй генә аралаша белгән, сабырлы апай итеп һүрәтләне. Өйҙә, көнкүреш араһында ла ул ауылса булмаған. Мәҫәлән, өҫтәлгә аҙыҡты таба йә сөгөн менән ултырттырмаған, матур тәрилкәләргә һалған, ашағанда этикет ҡағиҙәләрен тотҡан һәм башҡаларҙан да талап иткән. Һөйләшкәндә, сығыш яһағанда ла дөрөҫ мөғәмәлә итергә өйрәткән. Ораторлыҡ телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеп, ҡыҙына үҙе һөйләп күрһәткән. Хатта тауыш көр сыҡһын өсөн сей йомортҡа эсергә кәрәклеген дә әйткән. Шундай практик, тормошсан кәңәштәр биргән.

БИЛДӘЛЕ ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘ ҺӘҘИӘ
БИЛДӘЛЕ ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘ ҺӘҘИӘ
Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас