Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
2 Февраль , 10:15

Һайланма шәхестәр яҙмышы

«Өс мөғжизә мине әсир алды – Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше», – тип башланған шиғырын яҙғанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, моғайын, гүзәл зат күңеленең киңлеген һәм тәрәнлеген, бөйөклөгөн һәм бейеклеген, ҡатмарлығын һәм ябайлығын аңлаған философ булараҡ уй йөрөткәндер. Хайран ҡалып яҙғандыр был юлдарҙы. Һәм мин уны аңлайым. Сөнки ошо яҙманы ла шул кимәлдә ижад итәм.

Һайланма шәхестәр яҙмышы
Һайланма шәхестәр яҙмышы

Һөйләйәсәк геройым – Айгөл Тимерзаһит ҡыҙы Нуриева – баш ҡалабыҙҙағы бер йәшкә тиклемге пациенттарҙы ҡабул иткән медицина реабилитацияһы бүлеге мөдире.

Табип-невролог, реабилитациялаусы педиатр, Башҡорт дәүләт медицина университетының неврология кафедраһы ассистенты. Етлекмәй тыуған балаларға һәм уларҙың  ата-әсәләренә ярҙам иткән «Ҡабаландар» («Торопыжки») проекты авторы. Рәсәй кимәлендә грант яулап, өс тапҡыр ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырған һәм был өлкәлә иң шәп өсәү иҫәбенә ингән. Ә үҙенә  ни бары – 29 йәш!

– Айгөл, бына һиңә, нескә генә һылыуға баҡһам, шундай етди һәм ауыр темаға һөйләшеү ҙә ситен кеүек, ә хеҙмәтеңә ҡарағанда, һин инде күпкә өлгәшкәнһең. Шулай ҙа һорау тыуа: ни өсөн тап етлекмәгән сабыйҙар?

– Сөнки әлеге өлкәлә асылмаған серҙәр, өйрәнелмәгән үҙенсәлектәр, үҙләштерәһе алымдар күп. Был тема менән мин студент саҡтан ҡыҙыҡһындым, ғилми эштәр яҙҙым, практикала өйрәндем, ирекмән булып та ярҙам иттем. Шуға ла әле ошо проблемалы сабыйҙарҙы реабилитациялау бүлегендә булыуым тәбиғилер.

Ә инде беҙҙең хеҙмәтте ҡыҫҡаса аңлатып киткәндә, етлекмәгән балаларҙың барыһы ла ауырыу, тигән һүҙ түгел. Сәләмәт булғандары ла етерлек, әммә етлекмәгәнлек, ғәҙәттә, һәм үкенескә ҡаршы, ниндәйҙер икенсе сирҙе лә «етәкләй». Иң йыш осраҡ – инсульт. Беләһегеҙҙер, инсульт кисергән кеше ҡабаттан ашарға, ҡалаҡ тоторға, атларға өйрәнә һәм яйлап аяҡҡа баҫа. Етлекмәгән сабыйҙар донъяға килгәндә үк инсульт диагнозы менән була. Бала табыу йортонда уға беренсе ярҙамды күрһәтәләр, артабан инде, әгәр ул хәүеф төркөмөндә икән, беҙҙә йылына өс тапҡыр ятып реабилитация үтә. Хәүеф төркөмөнә инеүселәр – улар бер мең грамға тиклемге бәпестәр.

– Ә нисә грамдан сабыйҙы терелтеп алыуға өмөт бар?

–  Беҙҙең бүлектә әлеге мәл 400 һәм 500 грамлыҡ ике бала «үҫеп» килә. 24–26 аҙналыҡ булып тыуғандар. Республикалағы иң бәләкәй ауырлыҡтағы сабыйҙар былар. Етлекмәгән балала әле яралғы мейеһе, унда эмбриогенеза, пролиферация, нейрональ миграция һәм ойошҡанлыҡ кеүек процестар тамамланмаған. Шулай уҡ башҡа патологик факттар ҙа була: тын юлдары насар, инфекциялар, мейегә ҡан һауыу, күреү һәләте түбән. Ә иң йыш осрай торғаны – церебраль фалиж. Бөтөн ошо тайпылыштарҙы ваҡытында аңғарып, баланы яһалма «үҫтереп» алып, уға дөрөҫ дауа билдәләргә кәрәк.

– Борон да ваҡытынан алдан тыуған балаларҙы һаҡлап алып ҡалыу осраҡтары булған бит. Бер апай, мәҫәлән, үҙенең етлекмәй тыуғанын һәм өләсәһенең уны бүрек эсендә генә мейес башында, хатта ҡайһы саҡ йылы мейес эсендә тотҡанын, имер көсө лә булмағас, ирендәрен ҡаҙ ҡауырыйы менән генә майлап торғанын һөйләгәйне.

– Тимәк, ул сәләмәт бала булған, бары ниндәйҙер сәбәптәр менән генә донъяға алданыраҡ килгән. Өләсәһе иһә тап тейешен эшләгән дә.

– «Етлекмәй тыуғандарға реабилитация» тигән төшөнсә нимәне аңлата? Нисегерәк дауалайһығыҙ? Махсус препараттар, ҡорамалдар ярҙамындамы?

– Яңы тыуған баланың нервы системаһы тыуғандан һуң 120 көн тирәһе һығылмалығын һаҡлай әле. Йәғни, шул өс айына тиклем дөрөҫ реабилитацияны башларға кәрәк. Бәпес ваҡытынан алда тыуҙы, уға бала табыу йортонда беренсе ярҙамды күрһәтеп сығарҙылар икән, артабан участка педиатрының һеҙҙе килеп эҙләп алғанын көтөп ятырға түгел. Йәһәтләп поликлиникағыҙға барырға һәм балаға артабанғы реабилитация кәрәклеге хаҡында әйтергә. Саң ҡағырға! Был тәңгәлдә ата-әсәләргә уяу булыу, үҙҙәрен ҡулға алыу һәм сабыйҙарына мөмкин тиклем ярҙам итеп өлгөрөү мөһим.

Иртә реабилитациялар комплекслы була. Бында массаж да, дауалау физкультураһы ла, мануаль терапевт менән остеопаттың консультациялары ла, физиотерапия ла инә. Шулай уҡ иммерсион ванналар, музыкотерапия, ароматерапия, рефлексотерапия ла баланы терелтеп алыуға булышлыҡ итә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2025) һанында уҡығыҙ.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас: