– Эльвира Әхтәм ҡыҙы, әйҙәгеҙ, шунан башлайыҡ: тыуған йорт, ундағы мөхит ниндәй булып хәтерегеҙҙә ҡалған?
– Сибайҙа тыуһам да, ҡала эргәһендәге Алтын ауылында үтте бала сағым. Мөбәрәк ҡартатайым менән Ғәрифәбаныу өләсәйемдәрҙә йәшәнем беренсе класҡа барғансы. Өләсәйҙе әсәй тип йөрөттөм. Сөнки атайым Әхтәм менән әнейем Ләлә (үҙ әсәйемде әней тинем) ул ваҡытта БДУ-ла уҡыны. Оҫта ҡуллы өләсәйем-әсәм миңә «ҡояш» итәкле, фонарь еңле ҡупшы ситса күлдәктәр тегеп кейҙерә ине. Тағы әсәм менән тиҙәк йыйғаным иҫемдә ҡалған. Тиҙәк яғып, унда таба ҡуйып, сөсө икмәк бешерә инеләр. Ә бәләкәс мин, тиҙәктән икмәкте нисек бешерә икән ул, тип ғәжәпләнә торғайным. Тәбиғәт балаһы булдым. Ағастарҙы тере күреп һөйләштем. Йәйҙәрен күккә бағып, йондоҙҙар менән серләшәм. Унда тап минең ише ҡыҙ йәшәйҙер кеүек ине. Ошо тойғо, ҡайҙалыр йыһанда сағылышым – игеҙәгем бар, тигән инаныу ғүмерем буйы оҙата килде. Йылдар ағымында ғалим-астрофизиктарҙың китаптарын уҡый торғас, һәр кемдең йыһан киңлегендә «юғары мин»е бар, тигән фаразға тап булдым. Күҙгә күренмәгән сихри нур беҙҙе юғары көс менән тоташтырып тора, баҡһаң. Ғүмеремдең һынылышлы мәлдәрендә ошо мөғжизәгә ышаныс миңә көс бирҙе.
Тағы бер күренеш күҙ алдыма баҫа: яҙҙарын күпереп ап-аҡ сәскәгә төрөнгән сейәлектәр! Уңған олатайымдың ауылда берҙән-бер гөрләп үҫкән емеш баҡсаһы булды. Алма, муйыл, ҡарағат – Ҡырымдағы ботаника баҡсаһынан төрлө емеш-еләк үҫентеләре яҙҙырып ала торғайны. Үҙе лә яңы сорттар булдырҙы. Мин уға гел ярҙамлашып йөрөнөм. Күркәм баҡса, Урал, Ирәндек тауҙары, ҡартатайымдың люлкәле мотоциклына ултырып, еләккә йөрөүҙәр, уның риүәйәт-легендалары – ошо хәтирәләр йөрәгемде йылыта.
Ҡартатайым менән әсәм йыр-моңға ғашиҡ йәндәр ине. Ҡартатай йәш сағында үҙ ҡулдары менән скрипкаға оҡшаған музыка ҡоралы яһап, шунда уйнаған. Заманында ул, Өфөлә рабфак бөтөп, Ленинградта мәҙәни-ағартыу курстарын тамамлай. Түбәлә приискыла эшләгәндә драмтүңәрәк ойоштороп ебәрә ул. Ғәрифәбаныу әсәм дә матур бейене, йырланы. Йәш сағында улар, Ғата Сөләймәнов менән бергә смотрҙа сығыш яһап, республика кимәлендәге концертта ла ҡатнашҡан була. Шунда йәш һәләттәргә Өфө сәнғәт училищеһында уҡырға тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә Ғата ағай Өфөгә юллана, ә әсәм, кейәүгә сығып, Баймаҡта ҡала. Яҙмыш тигән нәмә ғәжәп бит ул: бер нисә тиҫтә йылдан инде мин көтмәгәндә шундай уҡ тәҡдим алам һәм, әсәйемдән айырмалы рәүештә, оло сәнғәт юлын һайлайым...
– Нисек актриса булып китеүегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле...
– Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано бүлегендә уҡып йөрөй инем. Сентябрҙә Сибай театры Өфөгә гастролгә килде лә әнейемдең әхирәте, танылған актриса Рәмзилә Әҙелшина мине спектаклгә саҡырҙы. Фойела миңә ике ыҫпай ғына кеше килеп һүҙ ҡушты, береһе – йәшерәк, икенсеһе – оло ғына. Ҡаушағанымды тойоп, улар үҙҙәре менән таныштырҙы һәм актерҙар күрсына йәш таланттарҙы йыйыуҙары хаҡында әйтте. Академтеатрҙың режиссеры Рафаэль Әйүпов менән Рифҡәт Исрафилов булып сыҡты улар. Шул көндө уйламағанда ғына Өфө сәнғәт институтына саҡырыу алып ҡайттым. Сибайға әнейемә шылтыратып, яңылығымды әйткәйнем, ул икенсе көндө үк поезд менән Өфөгә килеп еткән, үҙе деканатҡа инеп һөйләшкәс кенә фатихаһын бирҙе. Училищены ла ташламаным. Иң ҙур үкенесем шул: әнейемдең ғүмере иртә өҙөлдө, йондоҙло миҙгелемде күрмәне, хәстәрлегебеҙҙе татып өлгөрмәне. Миңә, тиҙ
олпатланып, Башҡорт дәүләт медицина университетының тәүге курсында уҡып йөрөгән Земфира һеңлемде үҙ ҡурсыуыма алырға, уға таяныс булырға тура килде. Хәҙер бына Земфира һеңлемә лә 60 йәш тулды. Ул оҙаҡ йылдар гинеколог булып эшләне, һаулыҡ һаҡлау тармағында фиҙакәр хеҙмәт итте. Шулай уҡ юғары исемдәргә лайыҡ булды. Их, әнейем иҫән булһа, ғорурланыр ине ҡыҙҙары менән, тип тә ҡайғырам. Ваҡыт ул юғалтыуҙан булған күңел яраһын дауалай алманы.
...– Ҡыҙ бала тыуғас та, ҡатын бәхете – ирҙән тип, ир бәхете теләйҙәр. Бөгөн «ир бәхете» тигән төшөнсәгә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ?
– Ир-егет – ғаиләнең, илдең терәге, көрәшсе, яугир. Ә һылыу затҡа юғары көс тарафынан оло ғәмәл бирелгән – ул ерҙәге тереклек өсөн яуаплы. Шундай нәфис тән, нескәлек, әсә булыу, киләсәк быуынды тәрбиәләү бәхете яҙған. Бөйөк әҙиптәребеҙ ҙә бит донъя биҙәге булған ҡатын-ҡыҙҙың илаһи серенә яуап эҙләп, күпме ялҡынлы, һоҡланғыс шиғри юлдар бағышлаған. Ир-егеттең һоҡланыуы, хәстәре беҙҙе күтәрә, бәхетле итә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн «ир бәхете» төшөнсәһе ул – ҡурсыулы, таяулы, ҡәҙерле булыу. Заман һылыуҙары йәмғиәттә үҙен ышаныслыраҡ, ирекле тоя, әлбиттә, әммә бөгөн дә бының ҡиммәте үҙгәрмәгәндер, тип уйлайым.
– Өйҙә ниндәй эш күңелегеҙгә ял, тыныслыҡ бирә?
– Һин дә иҙән йыуаһыңмы ни ул, тип ихлас аптырағайны бер ҡатын. Өйҙә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй бит инде ул. Интернеттан яңы рецепт өйрәнеп, аш төрләндерергә яратам. Иҙәнде ҡул менән йыуып алмаһам, күңелем булмай. Зауыҡлы әйберҙәр менән өйҙө биҙәү оҡшай. Туғандарым менән аралашыу, ҡунаҡтар ҡабул итеү, түңәрәк өҫтәл тирәләй йыйылып һөйләшеп ултырыу йәнемә ял бирә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2025) һанында уҡығыҙ.