«Элек төбәгебеҙҙә бик абруйлы, ҡул-теле им-шифаға көслө бағымсы Шәһернисә инәй йәшәгән, уның кеүек яҡты йөҙлө, йылы һүҙле булһын тип, миңә ошо исемде биргәндәр», – тип йылмая Ҡалмаҡ ырыуы башҡорто Шәһерниса Йосопова. Ул 1974 йылдың йәмле йәйендә Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының Ҡалмаҡ Әбдрәш ауылында, өс малайҙан һуң ата-әсәһенең көтөп алынған һөйөнөсө булып, донъяға ауаз һала. Гөлсара Сәйфөлмөлөк ҡыҙы менән Ғиниәтулла Сөләймән улы бөҙрәләнеп торған ҡуңыр сәсле, аҡ йөҙлө, ҡурсаҡтай һылыу ҡыҙҙарын яратып, иркәләп кенә тәрбиәләй. Туғыҙ йылдан һуң йәндәй күргән һеңлеһе Ғәшүрә тыуа.
– Татыу, эшһөйәр ғаиләлә быуын нығытыуым менән бәхетлемен һәм хәләл ризыҡ ҡына ашатып үҫтергән атай-әсәйемә ҙур рәхмәт, – ти ул. – Уңған, тырыш әсәйем менән атайым оҙаҡ йылдар колхозда эшләне, кәртә тултырып мал-тыуар тотто, ҡош-ҡорт аҫраны, баҡса үҫтерҙе. Булмыштарынан яҡтылыҡ, нур бөркөлөп торған үткер зиһенле Өммөкамал һәм Бәҙерниса өләсәйҙәрем, ауыҙ-тел ижады аша мәҡәл-әйтемдәр менән тәрбиәләп, тәүфиҡҡа, шәфҡәтҡә өйрәтте. Ураҙала булған Сәйфөлмөлөк ҡартатайым, йәйге селләлә бесән сапҡанда, мөлдөрәп бешкән еләктәрҙе усына йыйыр ҙа ейән-ейәнсәрҙәрен һыйлар ине. Шул тир еҫе һеңгән устан ашаған һутлы еләк тәме һаман да тел осомда торғандай – унан бала сағым һауаһы аңҡый. Киң күңелле ҡартатайым диуарҙа торған кәкүкле сәғәт саҡыра башлаһа: «Ҡолонсағыма кәкүк күстәнәс килтергән», – тип сәғәт эсенән тәмлекәстәр алып бирер ине. Йылҡы малына булған һөйөүем дә – ҡартатайлы бала сағымдан, ул беҙҙе гел арбаға ултыртып йөрөттө. Диндар, уҡымышлы ҡәҙерлеләрем ҡайһылай ҙа хазиналы аҡыл һандығы булған икән, тип уйлайым хәҙер.
Ауылдарында башланғыс синыфты тамамлап, өс саҡрым алыҫлыҡтағы күрше урыҫ мәктәбендә белем алһалар ҙа, өйҙә тик башҡортса аралаша Лоҡмановтар. Йорттарында һәр саҡ туған моң ағыла. «Ҡурған һандуғасы» тип йөрөткән иҫ киткес матур тауышлы әсәһе Гөлсара апай башҡорт халыҡ йырҙарын бар нескәлегендә башҡара. «Атай-әсәйем милли матбуғатыбыҙҙы тәрән ихтирам итте, әсәйемдең яратҡан «Башҡортостан ҡыҙы» журналы һәм башҡа баҫмаларҙың урыны һәр саҡ түрҙә булды», – ти ул был хаҡта. Туған теленең аһәңен, моңон йөрәгенә һеңдереп үҫкән һәм уны бар камиллығында белгән Шәһерниса, мәктәпте тамамлағас, мотлаҡ уҡытыусы булырға, тыуған яҡтарына ҡайтып, киләсәк быуынға башҡорт теленән белем бирергә хыяллана. Ә әсәһе Гөлсара апай ҡыҙына иҡтисадсы һөнәрен һайларға кәңәш итә: «Ана, күрше Мәрйәм апайың матур, таҙа эштә, ваҡытына ғына бара ла ҡайта, һөнәре килемле», – ти. Тик «уҡытыусы булам» тигән бала саҡтың йәйғорло хыялы уны Башҡортостанға әйҙәй. Башҡорт дәүләт педагогия институтының филогогия факультетындағы урыҫ-башҡорт төркөмөнә уҡырға инә ул. Биш йылдан дипломлы белгес Силәбе дәүләт университетының башҡорт филологияһы бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Студенттарға башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәндәренән дәрестәр бирә.
Силәбелә Шәһерниса Ғиниәтулла ҡыҙы буласаҡ тормош иптәше, Ҡурған өлкәһе Әлмән районы Айыу (Бохар) ауылы егете Фәнис Нурхәт улы менән таныша, бер аҙҙан һөйгәндәр сәстәрен сәскә бәйләй.
– Хәләл ефетем дә – туған рухты, туған моңдо йөрәгенә һеңдереп үҫкән матур башҡорт ғаиләһенән. Ҡайным менән ҡәйнәм – ауылдарының абруйлы кешеләре, өс балаһына ла өлгөлө тәрбиә биреүгә өлгәшкән.
Тормош иптәшем транспорт хеҙмәтендә эшләй. Ғаиләбеҙҙең арҡа терәр ныҡлы ҡаяһы, уның янында һәр саҡ йылы һәм ышыҡ, – ти ул ғорурланып. Юғары уҡыу йортонда һигеҙ йыл эшләгәндән һуң, башҡорт бүлеге ябылыу сәбәпле, Шәһерниса Ғиниәтулла ҡыҙы кадрҙар буйынса белемен камиллаштыра һәм юл төҙөлөшө компанияһына урынлаша. Ябай хеҙмәткәрҙән кадрҙар бүлеге начальнигы баҫҡысына тиклем хеҙмәт юлын үтә ул.
Айгөл, Әлиә исемле гүзәл ҡыҙҙар тәрбиәләгән Йосоповтар, Силәбелә 25 йыл йәшәгәндән һуң, Өфөгә килеп төпләнә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2024) һанында уҡығыҙ.