Үҙ булмышыңа юл
Яратып башҡарған һөнәрҙе, ғөмүмән, киләсәкте бер көн эсендә үҙгәртергә мөмкинме? Юҡ, бер көн генә түгел, ғүмер буйы төп тәғәйенләнеше хаҡында яҙмышы уға иҫкәртеп торған да баһа. Бала сағындағы бер күренеште йыш төшөндә күреп уяныуҙары һуң: «Бына зәңгәрһыу диуарлы тынсыу бүлмә, дарыу еҫе аңҡый, балалар тауышы яңғырай, аҡ халатлылар йүгерешә. Ҡыҙсыҡ ярты йыл элек кенә, ашҡаҙаны ауыртып, дауаханала бер ай самаһы ятҡайны, әле бына тағы йөрәгендәге үҙгәрештәр арҡаһында оҙайлы дауаланыу үтергә мәжбүр. Был мөхиткә өйрәнеп тә бөткән инде: табип булып уйнай, ҡурсаҡтарына уколдар яһай. Үҙенең шул хәтлем өйгә ҡайтҡыһы килә, әсәһе ҡойған тәмле ҡоймаҡ еҫенә иркәләнеп уянғыһы...» Ошо балалыҡ һағышы уны ғүмере буйы оҙата килер һәм барыбер медицина юлын һайларға этәрер, тип кем уйлаһын инде?!
Мәктәптән һуң изге маҡсатына әйләнгән медицина институтына инеү өсөн Гүзәлиә тейешле балл йыя алмағас, райондың мәғариф бүлегендә эшләгән ағаһы, ай-вайына ҡуймай, уға пединститутта уҡып торорға кәңәш бирә. Филология факультеты, унан 17 йыл уҡытыусы булып эшләү – күҙ асып йомған ара, әйтерһең. Ә бит ул һөнәр ҙә оҡшай Гүзәлиәгә: республика кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнашыуы, еңеүҙәре – быға асыҡ дәлил. Иркәләтеп кенә үҫтергән төпсөк ҡыҙҙары өсөн атаһы менән әсәһе өҙөлөп кенә тора. Әммә аяуһыҙ яҙмыш Гүзәлиәнән уларҙы ла бик иртә тартып ала: тәүҙә атаһы, бер нисә йылдан әсәһе йөрәк өйәнәге менән мәңгелеккә күсә. Өлкән ағаһы оҙаҡ ҡына яман шеш менән көрәшә. Көтмәгәндә ике ағаһын да юғалтыу Гүзәлиәне тамам төшөнкөлөк ғазабына һала. Гөрләп үҙенә тартып торған тыуған йорт, барыһы ла иҫән булған саҡтар төштә генә ҡала шулай. Инде ҡырҡ йәшен ҡыуғанда, яратҡан эшен ҡалдырып, Стәрлетамаҡ медицина колледжына уҡырға инеүе ошо күңелен ялмаған бушлыҡты тултырыу, күптәнге хыялын бойомға ашырыу өсөн эшләнгән талпыныу була.
...Ҡотло ҡуллы оҫтаға, уның һәләтен ишетеп, күреп, Өфө, Салауат, Ишембай ҡалаларынан, Талбазы һәм тирә-яҡ ауылдарҙан да киләләр. «Тормош ашығып алға елә, беҙ, һылыу заттар, үҙебеҙҙе яратайыҡ, тәнебеҙҙе хәстәрләйек. Бирешһәк, ҡартайыу барышын туҡтатыу ауыр. Ҡатын-ҡыҙ үҙен гүзәл, һөйкөмлө тойһа, өйгә лә ошо матур кәйеф эйәреп ҡайта, ғаилә ағзаларына күсә. Ярты йылға бер булһа ла косметологҡа йөрөргә һәм массаж яһатырға кәңәш итәм», – ти Гүзәлиә. Тәне сәләмәттең – йәне сәләмәт, тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар. Ошо тәрән фәлсәфәлә ябай, әммә һөҙөмтәле тормош ысынбарлығы сағыла. Ышаныс, эске һәм тышҡы аһәң, тыныслыҡ – бәхет һәм уңыш сығанағы шул.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2024) һанында уҡығыҙ.