-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күңел өйө

Ҡөрьәндә «Үҙеңде үҙгәрт һәм әйләнә-тирәңдәге донъя ла үҙгәрер!» тигән алтын юлдар бар. Йәшәйешен тулыһынса үҙгәрткән, маҡсатлы, тырыш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күңелдә тик һоҡланыу тойғолары ғына уята. Белорет ҡалаһында йәшәүсе Учалы һылыуы, интернет селтәрендә «Мин – бәхетле» клубын ойоштороусы блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинова – йәшәү асылын тапҡан, бәхет серен асҡан шундай һылыуҙарыбыҙҙың береһе.

Күңел өйө
Күңел өйө

Миңғәли Ғамир улы менән Нәғимә Фәйзрахман ҡыҙы Мөхәммәтовтарҙың мөхәббәтле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә Гөлфиә. Атаһы совхозда тир түкһә, моңло тауышлы әсәһе башта һатыусы, һуңынан клубта художество етәксеһе булып эшләй. Ҡыҙсыҡтың наҙ тулы бала сағы Учалы районының Оҙонгүл ауылында үтә. Апаһы Вилиә менән Ғәлинур, Ғәфүр ҡустыларын ҡурсалаусы фәрештәләй була улар. Күбәләк-Тиләү волосының 47 ауылы старшинаһы Мөхәммәт Ишкәримов бүләсәре ул Гөлфиә, шуға тамырҙары ла һутлы һәм затлы.


Гөлфиә Миңғәли ҡыҙынан ниндәйҙер йылылыҡ һәм наҙ ипкене бөркөлә, ә яҙ ҡояшы кеүек көлөп кенә торған күҙҙәренән һөйөү нуры ағыла. Шул уҡ мәлдә уның булмышында Ирәмәлдәй юғарылыҡ та, учалыларға хас тәүәккәл саялыҡ та сағыла. Гөлфиәнең көнө иртән ике стакан һыу эсеүҙән башлана. Сәғәт иртәнге һигеҙҙә телефондың телеграмм каналын ҡабыҙып ул: «Хәйерле иртә, ҡыҙҙар! Хәйерле иртә, бәхетлеләр!» – тип сәләмләй. Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарында, ауыл-ҡасабаларында, хатта сит төбәктәрҙә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, уның шат, көр тауышына арбалып, алдарына махсус балаҫтар йәйә һәм онлайн күнекмәләргә ҡушыла. «Тәндәребеҙҙе яҙып алғас, биткә массаж эшләйбеҙ, кремдар һөртәбеҙ һәм, йөрәгебеҙгә һөйөү, рәхмәт тойғолары тултырып, яңы көнгә көс-дәрт менән аяҡ баҫабыҙ. Ә кемдәр ошо ваҡытта гимнастикаға ҡушылып өлгөрмәй, улар һуңғараҡ яҙма буйынса эшләп ҡуя ала», – ти ул үҙенең күңел һалған шөғөлө тураһында. Бик күп гүзәлкәйҙәр, Гөлфиә менән аралашып, уның бәхет тулҡы­нында күңел төшөнкөлөгөнән арынған, һаулығын нығытып, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолған, ир менән ҡатын мөнәсәбәтен көйләүгә өлгәшкән, сәләмәт тормошҡа күскән. «Мин көҙгөгә ҡарап, үҙемә йылмаям, үҙемде яратырға өйрәнәм, 75 килограмдан 65-кә төштөм. Тәнем рәхмәт әйтә! Ике тапҡыр таҙарындым, өйҙәгеләрем шат, һөйгәнем менән аралар көйләнде, эфир ҡарап, һин өйрәткәндәрҙе ҡулланып, тормош иптәшемә ҡарашым үҙгәрҙе! Тибет монахтары күнекмәләрен эшләп хыялланығыҙ, тип өйрәткәнеңдән һуң, хыялым ике ай эсендә тормошҡа ашты! Эшемде уңайлы­рағына алмаш­тырҙым. Аллаға шөкөр, барыһына ла ризамын. Үҙгәрҙем, тынысландым һәм үҙемде алға әйҙәйем. Гөлфиә, һиңә мең рәхмәт!» – ошондай нур яғылған эстәлекле йылы яҙмалар Гөлфиәгә көнөнә әллә нисә килә. Ҡайһы саҡта табаҡ-табаҡ хаттарҙы уҡып, ҡыуанып, күңелем тулып илап та алам, ти ул.
Гөлфиә гимнастиканы, алтын балдағын ломбардҡа тапшырып, махсус балаҫ алыуҙан башлай.


– Лосинаны апайым бирҙе. Кейгән майкам футболка ине, еңен ҡырҡтым. Телефонымдың камераһы насар ғына, ул иҙәндә тора, сөнки – штатив юҡ! Иң мөһиме – теләгем бар. Ун ҡатын-ҡыҙ менән көн дә күнекмә эшләнем, ауырлыҡтарға бирешмәй, ялҡаулығымды еңдем, «кеше ни әйтер», тигән уйҙарымды ситкә ҡуйҙым, «булдырам!» тигән күңел инаныуы менән алға атланым, сөнки сәләмәт, бәхетле булам, тигән кеше үҙен ҡарарға ваҡыт таба, ҡыуанып күнекмәләр эшләй. Шатлыҡ тойғолары кисергәс, организм ҡаршылашмай, тән яҙыу һөйөнөслө, татлы ләззәткә әйләнә. Һәр кемегеҙгә уны татырға яҙһын, – ти ул.


«Мин бәхетле» онлайн клубы ойошторолоуға ике йыл да үткән. Ҡышҡы сатлама һыуыҡ тимәй, Баймаҡ, Хәйбулла, Дыуан, Күгәрсен, Благовар, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килеп еткән бәхетлеләр күкһел тауҙар иленә. Бейеп-уйнап, бүләктәр бирешеп, майшәм яндырылған торт ашап, бер-береһен ҡотлап, күңел байрамы кисергән улар. «Сәләмәт булырға теләгән ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрендә бәхет нурҙары бейей! Шуларҙы күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ», – ти блогер. Ә йәмле йәй көндәрендә шәп ҡыҙҙар хозур Торатауға, Мораҙым мәмерйәһенә, ғәжәйеп Ғәҙелша шарлауығына сәфәр ҡылған, саф һауала күнекмәләр эшләп, тәбиғәттән көс алған. «Гимнастиканың файҙаһы шул тиклем ҙур, сөнки ул йоҡо килеүҙән арындыра, йәшәүгә дәртләндерә, мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығыта, быуындарға, тарамыштарға кислород яҡшыраҡ барыуҙы тәьмин итә, тән яҙыла, һығылмалыға әйләнә. Телефонда ултырғансы, рәхәтләнеп хәрәкәтлән, киләсәгең өсөн ниндәй ҙур файҙа! Иң мөһиме – тәртип. Күнекмәне көн һайын үткәрәм: дүшәмбе, шаршамбы, йома – пресс, арҡа, яурынбаш өсөн; шишәмбе – бил-янбаш быуындарына, эс төшөүҙән һаҡлаған мускулдарға; кесаҙна – кардиокүнекмәләр, башҡорт көйөнә бейейбеҙ, шәмбе иһә йога була. Ә бына биткә массаж бер айҙа – бер, икенсе айҙа икенсе төрлө башҡарыла. Иртән минең эфирға 30 йәшлек ҡыҙҙар ҙа, 60-ты үткән апайҙар ҙа дәртләнеп ҡушыла.
Ҡыҙҙарға шуны кәңәш итәм: ябыҡ йә иһә тулы булһағыҙ ҙа, иң тәүҙә үҙегеҙҙе яратырға өйрәнегеҙ, сөнки кәүҙә, йөҙ-ҡиәфәт – Аллаһ Тәғәлә тарафынан бер генә тапҡыр бирелгән бүләк ул! Үҙеңде ҡабул итмәй тороп, үҫеш, үҙгәреш булмай! «Мин бәхетле»лә 300–500 кеше шөғөлләнә, тәүге көндән ҡушылғандар күп», – ти ул.

Белорет районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: