-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
26 Февраль , 14:53

«Мөғжизәгә ышаныуҙан туҡтамағыҙ»

Был гүзәл ханым уйҙарҙың тормошҡа ашыу ҡөҙрәтен бик яҡшы белә. Мәҫәлән, үҫмер сағындағы: «Аҡбуҙатлы аҫыл егет килер ҙә мине әкиәти бер донъяға алып китер. Уның менән мөхәббәттә-татыулыҡта оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереп, матур-матур балалар үҫтерербеҙ», – тигән хыялы ысынға әйләнеүе үк ни тора бит. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Земфира Йәғәфәр ҡыҙы менән Харис Зәбих улы Әбдрәхимовтарҙың һоҡланғыс ғаиләһе менән танышҡас, тормоштоң үҙе үк, бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, матур мөғжизә булыуын күрҙек.

«Мөғжизәгә  ышаныуҙан туҡтамағыҙ»
«Мөғжизәгә ышаныуҙан туҡтамағыҙ»

Балланып бешкән өрөк­тәр тыпылдап ергә ҡойолоп тора. Баҡсалағы ҙур өҫтәл артында күрше-күлән, дуҫтар йыйылған. Атайым, бөтә күңел ярһыуын һалып, күреген өҙөрҙәй итеп, гармун уйнай. Әсәйем, уға ҡушылып, йыр һуҙа. Йөрәктең иң-иң түренән һыҙылып ҡына сыҡҡан ул моңдан тәндәр зымбырҙап, йәндәр өҙөлөп китерҙәй. Сабыр әсәйем тыуған яғын – Башҡортостанын һағыныуҙан сайпылып түгелергә етешкәндә, хистәрен ана шулай йырға һала торғайны. Уның моңона ҡушылып, мин дә юҡһына инем ғәзиз төйәгебеҙҙе», – тип уртаҡлаша Земфира Йәғәфәр ҡыҙы бала саҡтың сағыу ҙа, моңһоу ҙа хәтирәһе менән.
«Әҙәм балаһын тәҡдир йөрөтә, тиеүҙәре шулдыр: әсәйем йәшләй генә Үзбәкстанға сығып китә һәм атайым менән шунда танышып, тормош ҡоралар», – ти ул, йылдар томаны артындағы ҡалған иҫтәлектәрҙе барлап. Зәкиә һәм Йәғәфәр Баһауетдиновтар өс балаға ғүмер бирә: Земфира һәм ике ағаһы бәхетле ғаиләлә, һөйөлөп үҫә.
Бөтә күңелдәре менән Башҡортостанға тартылған Баһауетдиновтар ҡыш туғандарын йылы яҡҡа ҡунаҡҡа саҡырһа, йәйҙәрен үҙҙәре ҡайта. Шундай йәйҙәрҙең береһендә осрата ла инде Земфира буласаҡ тормош юлдашын – Харис тигән егетте. Ул ваҡытта Харис Зәбих улы тыуған Күгәрсен районында мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын биләй һәм, йәшлегенә ҡарамаҫтан, матур эштәре менән халыҡ абруйын яулап өлгөрә. Мәктәпте саҡ тамамлаған һылыу уның бик етди, эшлекле һәм ғәжәйеп яғымлы булыуына иғтибар итә. Шул минутта тыуған йылы хистәрҙең йылдар үткәс яңынан осрашҡанда дөрләп яныр ялҡынға әүерелерен тойғанмы икән 18 йәшлек ҡыҙ бала?
Эйе, кешеләр Хоҙай Тәғәлә тарафынан бер-береһенә насип икән, йылдар ҙа, юлдар ҙа кәртә түгел. Улар өсөн тәғәйен никах сәғәте етһә, осрашыу сәбәбе үҙенән-үҙе табылып, йөрәктәр бергә тибә башлай. Земфира менән Харистың туй көндәре лә ғәжәйеп бер мөғжизәләй матур мәлдә уҙа.
– Хас быйылғы кеүек, ҡар иҫ китмәле күп ине. Ябалаҡлап яуған ҡар аҫтында барҙыҡ никах тантанаһына. Харистың дуҫы – аҙаҡ халыҡ йырсыһы булып таныласаҡ Ғәзим Ильясов туйыбыҙҙа кейәү егете булып йөрөнө, – тип хәтерләй Земфира ханым.
Туйҙы ике яҡта ла гөрләтәләр – Мәләүездә, Күгәрсендә. Өйҙәр бейеклеге булып өйөлгән көрттө соҡоп, бер ниндәй терәкһеҙ эшләнгән ҙур ҡар тирмә лә тантананың бер йәме булып иҫтә ҡалған. Күҙ сағылырлыҡ аҡ тирмә эсендә йәйелгән аҡ кейеҙгә боронғоса бай ниғмәт теҙәләр. Ҡунаҡтарға айырыуса шунда инеп һыйланыу оҡшай.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
«Мөғжизәгә  ышаныуҙан туҡтамағыҙ»
«Мөғжизәгә ышаныуҙан туҡтамағыҙ»
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: