Зәңгәр экрандарҙан йылмайып тапшырыуҙар алып барған яғымлы апайҙарға иҫе китеп, ҡурсаҡтай һөйкөмлө ҡыҙсыҡ шулар кеүек матур ҙа, татлы телле лә булырға хыяллана. Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылының мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләгән әсәһе Венера Сәхиулла ҡыҙы Усмановаға эйәреп, бөтә концерт һәм репетицияларҙы ҡарарға йөрөй ул. Ҡәҙерлеһе етәкләгән «Йәшлек» халыҡ вокаль ансамбленең бер сығышын да ҡалдырмай. «Әсәйем илаһи бер йән ине: уның тырышлығы, һылыулығы, эшенә мөкиббән бирелеүе, йыр-моңға ғашиҡлығы мине лә ошо сихри мәҙәниәт донъяһына ылыҡтырҙы, юл ярҙы. Әле булһа тыуған ауылымдың клуб еҫе – сағыу милли костюмдар, ноталар китабы, музыка ҡоралдары бергә ҡушылған тәмле бер еҫ – йырлы-моңло, хәсрәтһеҙ бала сағымдың татлы сағылышы булып, танауымды ҡытыҡлап ала», – ти Альбина.
Венера ханым ҡыҙының ансамбль репетицияларында ауыл апай-ағайҙарына ҡушылып йырлауын күргәс: «Балаҡайым, әйҙә һиңә лә айырым йыр өйрәтәйек», – ти. Альбина тәүҙә ҡаушап ҡалһа ла, шатлығының сиге булмай. Шулай итеп, ҡыҙсыҡ алты йәшендә әсәһе ярҙамында «Эй, гөлдәрем-гөлкәйҙәрем!» йыры менән тәүге тапҡыр сәхнәгә күтәрелә һәм тамашасылар һөйөүен яулай. «Әйткәндәй, әсәйем яғынан өләсәйем – Линиза Камалетдин ҡыҙы Шәмсетдинованың да тауышы моңло. Байрам табындарында, мәжлестәрҙә уны һәр саҡ һорап йырлаттылар. Ул – яғымлылығы, сабыр аҡылы, баҫалҡылығы менән ысын башҡорт ҡатынының өлгөһө минең өсөн. Кескәй сағымда өләсәйем мөғжизәләр иленән килгән бер тылсымсы кеүек тойола ине, һөйләгән әкиәт-риүәйәттәрен, тормош ваҡиғаларын беҙ, ейән-ейәнсәрҙәре, ауыҙ асып тыңлай торғайныҡ. Бәләкәйҙән хисле булдым. Ошо һыҙатым йыш ҡына ҡамасауланы. Нескә күңел, ҡыйыуһыҙлыҡ, ҡурҡыу хисе күп маҡсаттарға юлды ябалыр, тип уйлайым. Үҙемде ҡулға алырға, ҡурҡмаҫҡа, ыңғай тулҡынға көйләргә өйрәндем», – ти бөгөн инде залды дер һелкетер оҫталыҡҡа эйә Альбина Исмәғилева.
Бәләкәй сағында атаһы Рим Муса улының ҡыҙын ҡурсалап, иркәләтеп кенә йөрөтөүен, гел «аҡыллым» тип кенә өндәшеүен, арҡаһынан тупылдатып яратыуын әле Альбина һағынып иҫкә ала. «Атайымдың яныбыҙҙа булмауына ике йыл инде, юҡһыныуыбыҙ йөрәктәрҙе өтә», – ти ул моңһоуланып.
Сәхнәлә тасуири итеп шиғырҙар һөйләгән, йыр бәйгеләрендә призлы урындар яулаған һәләтле ҡыҙҙы тормош, үҙ тулҡынында бәүелтеп, яйлап маҡсатына табан илтә. Бер заман әсәһе йәш кенә ҡыҙына тәүге заказын – никах туйын үткәреүҙе ышанып тапшыра. «Эй ҡалтыраныуым, тулҡынланыуым шунда, әммә кеше араһына инеп китеүем булды, һиҙмәй ҙә ҡалдым – туйҙың аҙағы ла етте. Ул никахта ике мең һумға күберәк түләп ҡайтарҙылар. Был үҙемә ышанысымды нығытты», – тип бүлешә һылыу. Ҡанатлы маҡсаты уны Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә алып килә. Бала саҡтан йөрәгендә йөрөткән изге теләген ғәмәлгә ашырып, Башҡортостан юлдаш каналында практика үтеү мөмкинлеге йылмая һәләтле студенткаға. Әммә һәр кемдең – үҙ бәхет юлы, үҙ ҡиммәте был донъяла. Һөйгәне Ильяс өйләнешергә тәҡдим яһағас, дипломлы йәш белгес егетенең тыуған яғы Мәләүезгә ҡайта. Тыныс һәм ғаилә өсөн бар яҡлап та уңайлы, атай-әсәйҙәре лә яҡында ғына бит инде, ошо ҙур булмаған йәмле ҡалала төпләнә мөхәббәтле пар. Альбина балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайына эшкә инә. Һуңынан ауылға тартылғандарын аңлап, Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылында йорт күтәрә йәштәр. Донъяларын нурлап, ҡыҙҙары Лилиә, улдары Искәндәр тыуа.
Матур йырлаған, тәмле итеп һүҙен һөйләгән, дәрте ташып торған сая һылыуға таныш-тоноштары, ауылдаштары тыуған көн, туй, никах үткәреүен һорап мөрәжәғәт иткеләй. Яратҡан хоббийының нисек итеп төп эшенә әүерелгәнен үҙе лә һиҙмәй ҡала Альбина.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2023) һанында уҡығыҙ.