Гөлфәриә Салауат районы Яҙғыйорт ауылында 1995 йылдың 6 майында тыуа. Башланғыс белемде Златоуста алған ҡыҙ 5-се класҡа Ахун мәктәбенә уҡырға ҡайта. Әсәһе яҡлап өләсәһе Мәрйәм Урал ҡыҙы Фәхриеваның биш ҡыҙы бар, барыһы ла Ахунда төпләнгән.
Гөлфәриә йырларға ярата. Сәнғәткә, йырға һөйөү атаһынан да күскәндер, ул – бик моңло кеше. Һылыуҡай Златоуста йәшәгән саҡта «Һандуғас» ансамбленә йөрөгәнен һағынып хәтерләй. «Янғантау» шифаханаһында эшләгән әсәһе ҡыҙының табип булыуын теләй, уны медицина юлынан китергә күндерә. Аҙаҡ Гөлфәриә үҙе лә табип һөнәрен һайлап яңылышмағанын аңлай. Тәүге курстарҙа студенттар үткәргән байрамдарҙа сәхнәлә сығыш яһай. Етди фәндәр инә башлағас, дәрте баҫыла төшә. 6-сы курста уҡығанда ҡыҙы тыуа. Ирекһеҙҙән көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы юҡ, тигән ҡарарға килә ул һәм бәпесте яңғыҙы үҫтерергә хәл итә. Ата-әсәһе, туғандары үҙен ташламаясағын, ауыр хәлдә ҡалдырмаясағын аңлай. Йөклө мәлендә еңел йөрөһә лә, сабыйы ваҡытынан алда тыуа. Ҡыҙына Наҙгөл тип исем ҡуша. Бәпескә тәүгә күҙ һалғас та, уның көслө рухлы, ныҡыш буласағын аңлап, бәлки, икенсерәк исем һайларға кәрәктер, тигән һорауы тыуа. Әммә һеңлеһе: «Наҙгөл тип плакат эшләгәнем бит», – тигәс, үҙ уйында ҡала. Сабыйын дәүләт имтихандары ваҡытында Мәрйәм өләсәһе ҡараша.
2021 йылда Гөлфәриә ординатураға уҡырға инә. Туй күлдәге, матур ғаилә тормошо хаҡында хыялланған һылыуға яҙмыштың ҡаты һынауҙары аша үтергә тура килә шулай. Үҙенә ҡыҙы алдында һүҙ бирә: беҙ бергә барлыҡ ҡаршылыҡты ла еңеп сығасаҡбыҙ, ти ул. Ә шулай ҙа бөтәһе лә ыңғай ғына килеп тора. Ҡыҙым бар, тигән ҡыуаныс уны күтәрә, дәртләндерә, сәмләндерә генә. Яңғыҙым түгел, тигән ышаныс тойғоһо ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Районға «земский доктор» булып ҡайтырға ҡарары ла ныҡлы була. Бәпесенә 7 ай тигәндә эшкә сыға. Балаһын ата-әсәһе ҡарап тора. Әмәлгә ҡалғандай, бәләкәстәр өсөн ясли асылыуы ла бик уңай тура килә.
Яңғыҙ ҡыҙ үҫтереүен белгән таныш хәрби егет, уның менән социаль селтәр аша бәйләнешкә сығып, дуҫтары аша ҙур гөлләмәләр ебәрә башлауына тәүҙә иғтибар ҙа итмәй. Өс йылдан һуң ғына йәш ҡатын ирей, егет кеше уның йөрәгенә юл таба. Гөлфәриә никахҡа ризалығын бирә. Ғашиҡ егеттән сәскә ташыған дуҫтары: «Инде лә ризалашмаһаң...» – тип еңел һулай. Шулай итеп, Гөлфәриә менән Адель Алик улы Вәлиев сәстәрен сәскә бәйләй. Никах уҡыла, тәүәккәл егет һөйгәненең ҡыҙын да үҙенекеләй ҡабул итә. Ә Наҙгөл уға – атай, иренең атаһы менән әсәһенә олатай, өләсәй тип өндәшә. Ҡәйнәһе Гөлсәсәк менән ҡайныһы Алик та Гөлфәриәне һәм уның ҡыҙы Наҙгөлдө ярата, яҡын күрә.
Адель уға законлы никах тәҡдим итеүенә сабыр аҡыллы Гөлфәриә һөйгәненең ут эсенән иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын көтәсәген әйтә.
Иренә батырлығы өсөн «Ҡаһарманлыҡ» миҙалы бирелеүе, әммә етди яра алыуы хаҡында хәбәр иткәс, Балтас районында үткән «Йәш килен» бәйгеһенә йыйылған барса халыҡтың күҙенә йәш тығылды. Гөлфәриә ике нәҫелдең шәжәрәһен һөйләп, үҙенең һәләттәрен күрһәтеп, бәйгелә 2-се урынға сыҡты һәм «Башҡортостан ҡыҙы»ның махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Гөлфәриәнең ире, реабилитация үткәс, быйыл апрель айында йәнә хеҙмәткә юлланды. Йәйен туй эшләрбеҙ, тигән ниәттәре тағы алдағы яҡты киләсәккә күсерелде.
Эшкә өйрәнеп китеү ҙә йәш белгескә еңел генә бирелмәй: кемдер маҡтай, кемдер әрләй. Күңеле тулыуҙан илаған осраҡтары ла, һөйөнгән ваҡыттары ла уның холҡон нығыта ғына. Ваҡыт менән тәжрибә, үҙ-үҙенә ышаныс та килә. Ике көнгә баш ҡалаға конференцияға киткәндә пациенттары алдында, ғәйепле кешеләй, ғәфү үтенә табип. Үҙенең урыны ауырыуҙары янында булырға тейешлеген йөрәге менән тоя ул. Ҡайһылары, һеҙ йәшһегеҙ, уҡығыҙ, тип аңлап ҡарай.
Әсәһенең түҙеменә, ярата белеүенә һоҡлана Гөлфәриә. Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тигәнде иҫендә тотоп, һәр кешелә ыңғай сифаттарҙы күрергә тырыша мәрхәмәтле ҡатын.
Наҙгөл йырларға, бейергә ярата. Уҡырға баш ҡалаға ике көнгә киткән әсәһенә шылтыратып, тағы бер көн ҡалдымы, әсәй, тип белешеп тора. Ҡыҙын ҡосаҡлап, тәмләп йоҡлап китеүҙән дә ҙур бәхет юҡ Гөлфәриәгә. Ҡыҙының: «Әсәкәйем минең!» – тиеүендә наҙ ҙа, һөйөү ҙә сағыла! Ошо һүҙҙәр хаҡына бөтә кәртәләрҙе үтергә әҙер Гөлфәриә. Ҡыҙына туған башҡорт телендә өндәшеүен һорай. Сөнки туған телдә генә был һүҙ йөрәк ҡылдарын тирбәтә.
Гөлфәриәгә эшләгән еренән фатир биргәндәр. Торлаҡтың дауаханаға яҡын булыуы ла уңайлы. Йәштәр үҙ йорто хаҡында хыяллана. Ғаилә башлығы йөрөп ҡайтҡас, теләгебеҙҙе мотлаҡ ғәмәлгә ашырырбыҙ, ти улар. Сәскә яратҡан Гөлфәриә әсәһе менән ҡәйнәһе йортон петуния, астралар менән биҙәүҙән күңеленә йәм таба.
«Тимер ат»ты ла ауыҙлыҡлай Гөлфәриә. Ҡыҙ кешене иркәләтеп үҫтерергә кәрәк, тип һанай ул. Беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, тик йылылыҡ ҡына асылырға, яратырға көс бирә. Әммә һынауҙар беҙҙе сыныҡтыра, ныҡлы итә. Бәхеттең тәме лә – шунда.
Ҡыйғы районы.