Бөтәһе лә – бала саҡ иленән
«Китаптар, китаптар... Бер яҡ стенала иҙәндән түбәгә етеп торған кәштәләрҙә – иҡтисадҡа арналғаны, икенсе яҡта – хоҡуҡи баҫмалар. Ә уртала – нәфис әҙәбиәт. Беҙ үҫкәндә фатирыбыҙ әйләнеп сыҡҡыһыҙ сихри китап донъяһы һымаҡ ине, – тип хәтерләй Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы бала сағын. – Һеңлем Зөһрә менән өйҙәге нәфис әҙәбиәтте күптән уҡып бөткәнбеҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр ҡала китапханаһына барып, һәр ҡайһыбыҙ етешәр китап ала – артығын бирмәйҙәр. Өс көндән бер-беребеҙ менән алмашабыҙ, шулай итеп, ете көндә 14-әр китап уҡыйбыҙ. Йорт мәшәҡәте – әсәйем өҫтөндә. «Ни эшләп шул саҡта беҙгә эш ҡушманың икән?» – тип һорайбыҙ әле унан. «Өй эшенә сумырға өлгөрөрҙәр, уҡыһындар, тип уйланым», – тип яуап бирә әсәйем».
Иҡтисади фәндәр кандидаты Хәмиҙә Ғәзиз ҡыҙы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған адвокаты Әбделхәй Ғизелхаҡ улы Байморатовтар балаларына яҡшы белем биреүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. «Атайым сығышы менән Күгәрсен районынан. Уның ғилемгә ынтылышы иҫ китмәле көслө була. Олатайымдың ебәрмәҫкә тырышыуына ҡарамайынса, 14 йәшенән ауылдан китеп, Мораҡ педучилищеһында уҡый. 17 йәшендә Өфөгә барып, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына инә. Ошо белем менән хушһынмайынса, Свердловск юридик институтында уҡып, хоҡуҡ белгесе булып сыға», – ти Гөлзифа ханым. Үҙе артынан алты туғанын да әйҙәй тырыш егет. Уларҙы Өфөләге 1-се республика мәктәп-интернатына урынлаштырып, артабан юғары уҡыу йорттарына инергә ярҙамлаша. Ғаиләлә һигеҙ баланың етеһе юғары белемгә эйә.
Хәмиҙә Ғәзиз ҡыҙы иһә – Балаҡатай һылыуы. Уны ла БДУ-ға белемгә талпыныуы алып килә. Университетта таныша ла инде ул буласаҡ тормош юлдашы Әбделхәй менән. Йәш ғаиләгә Өфөлә ҡалырға тәҡдим итәләр. Хәмиҙә ханым Башҡортостан Фәндәр академияһының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә (хәҙер – Башҡортостан Фәндәр академияһының Иҡтисад институты) ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ә ғаилә башлығы республикала билдәле хоҡуҡ белгесе булараҡ абруй яулай. Китап иң ҙур байлыҡ һаналған ғаиләлә, әлбиттә, ҡыҙҙар: «Ҙур белемле булығыҙ!» – тигән һүҙҙәрҙе, доға һымаҡ, көн дә ишетеп үҫә.
«Туған мөхит – йән рәхәте»
...Тик көндәрҙән бер көндө әсәй менән атай хафаға ҡала: ҡала мәктәбендә уҡыусы ҡыҙҙары башҡортса һөйләшмәй тиерлек түгелме? Ике уйлап тормай, уларҙы 1-се башҡорт гимназия-интернатына күсерәләр.
«Был беҙҙең яҙмышыбыҙға, ғөмүмән, рухыбыҙға әйтеп бөткөһөҙ оло йоғонто яһаны. Интернатҡа аяҡ баҫыу менән икенсе донъяға ингәндәй булдыҡ. Ауылдан килгән балаларҙың эске әҙәбенә, тырышып белем үренә ынтылыуына, уҡытыусыларҙы, бер-береһен хөрмәт итеүенә таң ҡалдыҡ. Ғәҙеллек, сабырлыҡ, шул уҡ ваҡытта ҡыйыулыҡ, ярҙамсыллыҡ – халҡыбыҙҙың бәләкәй вәкилдәрендә ошо сифаттарҙы күреп, ғорурлыҡ кисерҙек. Ижади күңелле, талантлы тиҫтерҙәрем теүәл фәндәр, спорт буйынса ла шәп ине. Тәрбиәсебеҙ Мәрфуға Сәләхетдин ҡыҙы Мостафина һәр беребеҙҙе үҙ балаһылай күреп, йөрәгебеҙгә оло һөйөү һалды. Һине аңлаған, үҙ иткән мөхиттә уҡыу йән рәхәте икән дә баһа! Башҡортса яҙырға, уҡырға өйрәндем, рухым нығынды, булмышым балҡыны, үҙемә ышанысым үҫте. Асылыма ҡайтыу миңә артабан бар яҡлап таяныс булды», – тип ҡәҙерле хәтирәләргә бирелә Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы. Һабаҡташтары ғына түгел, ошо уҡыу йортон тамамлаған барса кеше ҡәрҙәшеләй яҡын уға. Айырыуса оло йәштәге апайҙарға һәм ағайҙарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, һаулыҡтарын нығытышыуҙан күңел ҡәнәғәтлеге кисерә.
«Туғандарҙың, халҡыбыҙҙың һаулығы һағында тороғоҙ!»
Киләсәкте күҙаллап йәшәүсе Байморатовтар балаларына матур һөнәри йүнәлеш тә бирә. Бер нәсихәтте йыш ҡабатлай атай кеше: «Өс ҡыҙыбыҙ ҙа табип булып, туғандарҙың, халҡыбыҙҙың һаулығы һағында торорға тейеш!» Эйе, ғаиләлә апалы-һеңлеле өсәү үҫәләр – Рита, Гөлзифа, Зөһрә. Хәмиҙә ханымдың бер туған апаһы вафат булғас, уның Рита ҡыҙын Байморатовтар үҙ ҡарауына ала.
«Атайымдың да, әсәйемдең дә нәҫеле бик татыу, ике яҡлап та туғандарыбыҙ ике йөҙҙән ашып китә. Ул заманда араларында юғары белемле һөнәр эйәләре күп, ләкин бер табип та юҡ ине», – тип һөйләй Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы. Шулай итеп, ҡыҙҙарҙың өсөһө лә медицина институтына уҡырға инә. «Рита апайым – стоматолог, Зөһрә – психиатр, ә мин эндокринолог һөнәрен үҙләштерҙем», – ти Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы.
Эндокринология иһә уны ҡатмарлы, тимәк, ҡыҙыҡлы булыуы менән йәлеп итә. 4-се курста эндокринология циклын үткәндә ул бүлектәге ауырыуҙарҙың йөҙ-ҡиәфәттәре үк айырылып тороуын күрә. Мәҫәлән, гипотериоз (ҡалҡан биҙендә гормондар етешмәүе) менән сирләүселәрҙең биттәре шешмәк, уларҙың һөйләшеүе лә башҡаса. Сөнки ҡалҡан биҙенең һүлпәнәйеүе бөтә ағзалар эшен әкренәйтә. Тауыш ярылары шешенгәс, сырхау «сипылдап» һөйләшә башлай. Бөйөр эшмәкәрлеге яй булғас, организмдан һыу насар сығарыла, тән генә түгел, йөрәк, хатта мейе шешенә. Мейе шешеүе зиһен көсөн ала, хәтер насарая. Ә төймәләй генә дарыу бөтөнләй икенсе сүрәткә ингән кешене элекке хәленә ҡайтарырға һәләтле! Ер йөҙөндәге бер сирҙе дауалау ҙа күҙгә шулай тиҙ күренгән һөҙөмтә бирмәй. «Минең, тылсымсылай, кешеләрҙе эндокрин системаһының ҡаты ауырыуҙарынан арындырыу серенә төшөнгөм килде», – ти табип.
Медицина фәндәре докторы, профессор Ибраһим Ғәйзулла улы Рәхмәтуллин һәләтле шәкертенең был ниәтен ихлас хуплап, ҡанаттарын үҫтерә. Йәш белгес фән менән шөғөлләнә башлағас, тап ул тәүге ғилми етәксеһе була. Гөлзифаның кандидатлыҡ диссертацияһы «Нефть эшкәртеү заводтарында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡалҡан биҙе сирҙәре» тигән ифрат әһәмиәтле темаға арнала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ибраһим Ғәйзулла улының ғүмере иртә өҙөлә. Фән иленә алып ингән уҡытыусыһы тураһында Әбүшахманова йөрәгендә иң йылы тойғолар һаҡлай. «Шулай уҡ икенсе остазым – диссертациямды яҡшы итеп теүәлләргә ярҙамлашҡан күренекле табибә һәм ғалимә Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы Ғәйнуллинаға ла сикһеҙ рәхмәтлемен», – ти ул. Яҡташыбыҙ ғилми эшен Мәскәүҙә ҙур уңыш менән яҡлай. Баш ҡаланың арҙаҡлы медицина әһелдәре, хеҙмәтен юғары баһалап, үҙҙәренә саҡыра. «Ғәзиз республикамды ҡалдыра буламмы?! Үҙ еремдә йәшәү һәм эшләү – иң ҙур бәхет!» – ти Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы.
«Витамин ҡөҙрәтен астым»
Белемен даими камиллаштырыусы Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы әле үҙе өсөн медицинаның өр-яңы өлкәһен – нутрициологияны асҡан. «Миндә дауаланған бер ҡатын ковид башланғанда Италияла йәшәй ине. «Беҙҙә барыбыҙға ла Д, С витаминдары, цинк тәҡдим итәләр», – тип хәбәр итте ул февраль аҙағында. Мин дә шул витаминдарҙы, цинк эсә башланым. Ни мөғжизә: коронавирус ғаиләбеҙҙә бөтәһен дә аяҡтан йыҡты, бер мин сирләмәй ҡалдым. Иң аптыратҡаны шул: анализ бирһәм, антиесемдәр – иң юғары кимәлдә. Тимәк, инфекция эләккән, бирешмәгәнмен», – тип бүлешә табип. Был иһә туҡланыуҙың, витаминдарҙың файҙаһын тәрән өйрәнергә этәргес була. Мәҫәлән, һөйәк ныҡлығы өсөн мөһим Д витамины тейешенсә булһын өсөн яҡшы ашау һәм ҡояш нурҙарын алыу ғына етмәй икән. Организмда ошо витамин кимәлен, шулай уҡ тимер, кальций, магний, цинк, селен күпмелеген асыҡлап, табипҡа күренергә, уларҙы эсә башларға кәрәк, тип тәҡдим итә тәжрибәле белгес.
Беҙҙең йод етешмәгән зонала йәшәүебеҙҙе, бының ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегендә кире сағылыуын оноторға түгел, тип билдәләй ул. Шунлыҡтан ҡалҡан биҙен тикшереп торорға, анализдар ярҙамында йод миҡдарын белергә кәңәш бирә. Уны һау кешеләргә лә профилактика өсөн тәҡдим ителгән миҡдарҙа эсеү мотлаҡ.
Бына өс тиҫтә йылдан ашыу Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы, ата нәсихәтен тотоп, баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһен, ихласлығын егеп, республикала йәшәүселәрҙең һаулығы һағында тора. Әсәһе Хәмиҙә ханым өсөн хәстәрлекле ҡыҙ, улы Таһир һәм килене Зөбәржәткә һөйөклө әсәй, затлы ырыуына ҡәҙерле туған, халҡыбыҙҙың гүзәл бер балаһы ул. Аҫыл асылдарын асып, уға тоғро ҡалған дәүерҙәшебеҙ.