-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
29 Сентябрь 2023, 15:41

Ҡанат ҡуйҙы тәрбиәсебеҙ

Совет осорондағы мәктәптәрҙә уҡытыу менән бер рәттән тәрбиә эшенә лә ҙур иғтибар бүленде. Был, әлбиттә, ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Бөгөн мәғарифта тәрбиә эшенә йәнә баҫым яһауҙары юҡҡа түгел. Мәктәп-интернаттарҙа һөнәрен мөкиббән китеп яратҡан тәрбиәселәр уҡыусы яҙмышына иҫ киткес йоғонто яһай торғайны. Мин 1980–1985 йылдарҙа Өфөләге 1-се башҡорт мәктәп-интернатында (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡыған осорҙа беҙҙең синыф тәрбиәсеһе булған Гөлсара Ваһап ҡыҙы Ҡолошова (Ғәлиева) тураһында һөйләргә теләйем.

Ҡанат ҡуйҙы тәрбиәсебеҙ
Ҡанат ҡуйҙы тәрбиәсебеҙ

Ул 1943 йылдың 28 сентябрендә Белорет районы Рәсүл ауылында (хәҙер Учалы районына ҡарай) уҡытыусылар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы Ваһап Ғаззали улы Ғаззалиев Рәсүл ауылы мәктәбе директоры вазифаһын башҡара, ә әсәһе Нәзирә Ғатаулла ҡыҙы Абдуллина башланғыс синыфтарҙы уҡыта. Һуғыш осоронда атаһы (һуғышҡа ауырыу сәбәпле алынмай) үҫмерҙәр менән металлургия комбинатына яғыулыҡ әҙерләү өсөн яуаплы була.
Һуғыштан һуң ғаиләлә тағы дүрт сабый тыуа. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән Гөлсара хәстәрлекле, ярҙамсыл булып үҫә. Ҡыҙ бәләкәйҙән отҡорлоғо менән айырылып тора һәм мәктәпкә алты йәшенән үк бара. Ә ун алты йәшендә инде Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультеты студенты булып китә.
1965 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағас, ул тыуған Учалы районына ҡайта. Йәш мөғәллимә Туңғатар, Муллаҡай, Комсомольск ауылдары мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәтен, башҡорт һәм немец телдәрен уҡыта башлай. Биш йылдан, 1970 йылда, ҡыҙ зәңгәр офоҡтарға тартылған хыялы артынан Өфөгә күсә. Ғүмерен тулыһынса йәш быуынды тәрбиәләүгә арнап, ул 68 (!) йәшенә тиклем ал-ял белмәй эшләй: 1-се башҡорт мәктәп-интернатында, 4-се художество мәктәп-интернатында (хәҙер – Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернаты), 13-сө коррекцион мәктәп-интернатында тәрбиәсе була, артабан 69-сы мәктәптә һәм 5-се лицейҙа ҡала балаларына башҡорт теле дәресе алып бара.
Гөлсара Ваһап ҡыҙының ғаилә тормошо хаҡында ла яҙып үтәйем. Ул Сисәнбай исемле егеткә кейәүгә сыға. Ғаиләлә бер-бер артлы улдары Рәсүл, Салауат һәм ҡыҙҙары Зифа тыуа. Әммә ире менән ғүмер юлдары айырыла. Байтаҡ йылдар үткәс, тәрбиәсебеҙ яҙмышын билдәле йәмәғәт эшмәкәре Хөрмәт Лотфулла улы Абдрафиҡов (хәҙер инде ул мәрхүм) менән бәйләй һәм, ҡулға-ҡул тотоношоп, артабанғы тормош һуҡмаҡтарын үтә. Шуға тиклем әсә балаларын бер үҙе үҫтерә. Хәҙер улар башлы-күҙле булып, үҙ ғаиләләре менән, әсәйҙәрен ҡыуандырып йәшәй. Яратҡан эштәре һәм ҡаҙаныштары бар. Әйтәйек, Зифа Сисәнбай ҡыҙы – билдәле рәссам, Мәскәүҙә балаларға сәнғәт буйынса өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләй, даими рәүештә ижади хеҙмәте менән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа еңеүгә өлгәшкән.
Тәрбиәсебеҙҙең балалары күҙ алдыбыҙҙа буй еткерҙе. Зифа кластан тыш сараларҙа беҙгә һүрәт төшөрөүҙә ярҙам итте, бөтәбеҙ менән дә ихлас аралаша торғайны. Беҙ был ҡунаҡсыл өйгә йыш барып йөрөнөк, мәктәпте тамамлағас та, уның ишектәре беҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ булды.
Ватаныбыҙ һәм халҡыбыҙ өсөн юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләүҙе маҡсат итеп тотҡан мәктәп-интернатта тәрбиәсебеҙ алтынға тиң уҡытыусылар – Фәрзәнә Фәйзрахман ҡыҙы Абдуллина, Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы Аҡманова, Алмаҡай Сәлмән ҡыҙы Ҡолдәүләтова, Рида Ислам ҡыҙы Абдуллина, Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина, Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов һәм башҡалар менән фиҙакәр эшләне. Директорыбыҙ Риф Зариф улы Хәмиҙуллин баҫҡан ерендә осҡон сәсрәтер, талапсан уҙаман ине. Һуңыраҡ уны алмаштырған Ильяс Иштуған улы Вәлиев та рухлы етәксе булды, мәктәп-интернатты бар яҡлап үҫтереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалды.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Ҡанат ҡуйҙы тәрбиәсебеҙ
Ҡанат ҡуйҙы тәрбиәсебеҙ
Ҡанат ҡуйҙы тәрбиәсебеҙ
Автор:
Читайте нас: