-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
14 Апрель 2023, 17:14

Яҙмышҡа яҙған өлөш

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагог Гөлшат Абдулла ҡыҙы Сәйетова 1953 йылдың 27 апрелендә ҡояшлы матур көндә, тирә-яҡ йәшеллеккә төрөнгән күркәм мәлдә, киске сәғәт 7-лә, Хәйбулла районы Әҙел ауылында донъяға килә. Затлы Мәмбәтовтар нәҫеленән ул. Атаһы Абдулла Сабирйән улы – Сәғит ауылынан, әсәһе Сәрбиямал Садиҡ ҡыҙы – Аҡъярҙың үҙенән, данлыҡлы уҡытыусы Нураевтар ғаиләһенән.

Яҙмышҡа яҙған өлөш
Яҙмышҡа яҙған өлөш

Садиҡ ҡартатаһы, райондың муллаһы булараҡ, тарихта юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Ете класс белеме булған атаһы – Абдулла Сабирйән улы ауылда иң уҡымышлыларҙан һаналған. Балаларҙы бәләкәй ауылда ҡалдырмайым тип, Өфөлә курс үтеп, ғаиләһен Аҡъярға күсереп алып килә ул. Гөлшат, шулай итеп, Аҡъярҙа урта белем ала. Хеҙмәт юлын Хәйбулла район типографияһында печатник булып башлай. Комсомол ҡыҙыҡай үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөй. Ғашиҡ егет менән ҡыҙҙы сәхнәлә уйнап йөрөйҙәр ҙә, уға кейәүгә сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Тормош иптәше Уйылдан Ғилман улы Сәйетов обкомдың йүнәлтмәһе буйынса Мәскәүгә Юғары комсомол мәктәбенә уҡырға ебәрелгәс, бәләкәй Айгөлдө ата-әсәһенә ҡалдырып, тормош иптәше менән баш ҡалаға юллана. Тәүҙә бергә йәшәргә урын булмай. Гөлшат заводҡа эшкә урынлаша, ә унда ҡатындың үҙенә генә ятаҡтан мөйөш эләгә. Ире менән киренән егет менән ҡыҙ кеүек кино-театрға барғанда ғына осрашып йөрөйҙәр. Бер аҙҙан, иптәшен парторг итеп ҡуйғас, Сәйетовтар ғаиләһенә бүлмә бирәләр. 1973 йылдан алып Мәскәүҙә Ленин комсомолы исемендәге автомобиль заводында башта йыйыусы, аҙаҡ бригадир булып эшләгән башҡорт һылыуы алдынғы һанала. «Москвич» автомобилдәренә ултырғыстар яһағанда нормаһын ике тапҡырға арттырып үтәй. «Бер сменала 35 ултырғыс эшләү талап ителһә, минеке 70 – 75-кә тула ине», – тип хәтерләй ул. 1975 йылда заводта үткән конференцияла уңыштары өсөн Гөлшат Абдулла ҡыҙына 1976 йылдың 1 Майында Ҡыҙыл майҙанда хеҙмәтсәндәр өсөн үткән демонстрацияла ҡатнашыу хоҡуғы бирәләр. Цехтан бер генә кеше һайлана унда. Заводтан уҡырға йүнәлтмә лә тапшыралар, әммә Гөлшат, декабристка кеүек, тормош иптәше ҡайҙа барһа, уның артынан эйәрә. Башҡортостанға ҡайтҡас, ситтән тороп юғары уҡыу йортона уҡырға инә. 1977 йылдан Хәйбулла районы мәғариф бүлегенең бухгалтеры йөгөн тарта. Баш ҡалаға күскәс, 1979 йылда Өфөләге 282-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай.
«Мәктәпкә уҡытырға күсеүемә яҙыусы Әсхәл Әхмәт-Хужаның ҡатыны Луиза Сәхип ҡыҙы сәбәпсе булды. Шул хәтлем талантлы уҡытыусы, педагог ине ул. Уның хәстәрләүе буйынса өс бала менән башҡорт класы астыҡ. Яңы йылға улар һаны 12-гә етте», – тип хәтирә­ләргә бирелә мәғариф ветераны. 1989 йылдан Өфөләге 119-сы урта мәктәптә уҡыта Гөлшат Абдулла ҡыҙы. «Фольклор түңәрәге алып барҙыҡ, балаларға башҡорт бейеүҙә­рен өйрәттек. Хеҙмәттәшем Фәниә Биктимер ҡыҙы Аҙнаева, Гөлсирә Фазыл ҡыҙы Юлдыбаева менән бергә эшләү күңелле лә, мауыҡ­тырғыс та булды. Өфөлә бындай башҡорт кластары 5-се лицейҙа һәм Йәшел сауҡалыҡтағы 22-се мәк­тәптә бар ине», – ти ул. 1992 йылда Башҡорт дәүләт универси­тетының филология факультетын тамамлай. 2000 йылда мәғариф бүлегенән Гөлшат Абдулла ҡыҙын 144-се башҡорт гимназияһына башланғыс кластар уҡытыусыһы булып күсеүен һорайҙар. Ун бер йыл ул ошо белем усағында уҡытыусы, социаль педагог булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Фольклор түңәрәге менән Сочиҙан – Гран-при, Санкт-Петербургтан 1-се урын алып ҡайтҡас, Киров районы мәғариф бүлеге Гөлшат Абдулла ҡыҙын юғары награ­даға – «Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы» исеменә тәҡдим итә.
Айгөл ҡыҙының көтөп алған сабыйҙары Алтынай менән Айдана донъяға килгәс, үҙен уларҙы тәрбиәләүгә арнай. Урал улының әлеге ваҡытта Максим Горький исемендәге 3-сө лицейҙа уҡыған ҡыҙы Сәйҙә менән улы Ғилманды ла ҡараша ул. «Өс ейәнсәрем, бер ейәнем һәм бүләрем бар. Имранға биш кенә ай әлегә. Алтынайға академ ялы алмай, уҡыуын дауам итергә мөмкинлек бирергә булдыҡ», – ти бәхетле өләсәй.
Етәксе ҡатыны булыу өсөн көс тә, аҡыл да, аңлау ҙа кәрәк, ти «Башҡортостан энциклопедияһы»н булдырыусы һәм уның нәшриәтен етәкләүсе абруйлы уҙаман Уйылдан Ғилман улы Сәйетов менән 50 йылдан артыҡ татыу ғүмер кисереүсе, уға дәрт биреп, иң ҡуйыусы Гөлшат Абдулла ҡыҙы. «Иптәшемдең ниндәй кәйеф менән ҡайтыуын аяҡ кейемен сискәненән аңлайым. Ашап алып, ял итмәйенсә уны артыҡ һорауҙар менән йонсотмайым», – ти Гөлшат апай. Етәксе ҡатыны булыу өсөн түҙемлек, алдың-артыңды йыйып йөрөү мөһим, тигән фекерҙә ул. Йәшәй башлағанда уҡ үҙенә лә өлкәнерәк апайҙар кәңәш бирә: шәхси тормошоңдо кешегә белдермәҫкә тырыш! Белемен камиллаштырыу, партия эше менән булған ирен донъя көтөү, бала бағыу кеүек мәшәҡәттәргә сумырмай ул. «Йәш саҡта барыһын да үткәреп була. Киләсәккә ышанып йәшәйһең. Кисергәндәрҙе күҙ алдынан уҙғарам да, матур тормош юлы үткәнбеҙ, тип ҡуям. Иптәшем әле лә эштән бушағаны юҡ. Мортаза Рәхимовҡа энциклопедия төҙөүгә тотоноп китте. Ә йәшкә килгәндә, үҙемде әле лә йәш тоям, миңә 70 тула тип тә уйламайым. Һәр ваҡыт: «Һеҙгә нисә йәш?» – тип һораһалар, «49!» – тием. «Шул 50-ңде ҡасан тултыраһың, тип шаярталар», – ти Гөлшат апай, күҙендә шатлыҡ осҡондары ҡабыҙып.

Гөлшат Абдулла ҡыҙының ишек алды тулы сәскә. Рауза гөлдәре үҫтерергә ярата ул. 14 йыл инде Сәйетовтар Булғаҡ ҡасабаһындағы йорттарында йәшәй.
«Балаларға бер ваҡытта ла ҡысҡырманым. Күҙ ҡарашымдан аңланылар», – тигәнендә лә уның тыныс тәбиғәте, хистәрен әллә ни сайпылтып бармауы сағыла.
– Ҡартатайымдың: «Бәхетте бирһә, маңлайыңа ярып бирер», «Үпкәләп кенә донъяны үҙгәртеп буламы икән? Бына мин дә үпкәләйем. Бер уйлайым Бохар китергә, бер уйлайым донъя көтөргә», – тигәнен һәр ваҡыт иҫемдә тотам. Ысында шулай бит?! – ти ул шат йылмайып.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Яҙмышҡа яҙған өлөш
Яҙмышҡа яҙған өлөш
Яҙмышҡа яҙған өлөш
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: