0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
24 Октябрь 2022, 16:30

Уңған килен Зөбәржәт

Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндө» трагедияһындағы Зөбәржәт образына кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған икән?! Фәриҙә Әхәт ҡыҙы ла, әҫәрҙәге мөхәббәт һәм ирек өсөн яратылған сибәр, ғорур дала ҡыҙы кеүек, рухлы, ҡыйыу, затлы таштай ғына аҫыл булыр тип юрап, көтөп алынған һөйөклө ҡыҙҙарына Зөбәржәт исеме ҡуша. Юрағандары юш килә йәш ата-әсәнең. Ҡыҙҙары Зөбәржәт Утарбаева бөгөн – социаль селтәрҙә «Уңған килен» сәхифәһен алып барған егәрле, матур, һүҙгә һәм эшкә маһир, төрлө яҡлап өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Өйҙә декрет ялында ултырған әсәйҙәргә кәрәкле кәңәштәрен биреп, файҙалы ризыҡ, тәм-том бешереү серҙәренә өйрәткән йәш һылыуҡай күптәрҙең күңелен ябайлығы, ихласлығы, йөрәк моңо менән арбаған.

Уңған килен Зөбәржәт
Уңған килен Зөбәржәт

Зөбәржәт – Баймаҡ һылыуы. Күлтабан ауылында 1988 йылдың 23 октябрендә, ата-әсәһенең тәүге шатлығы булып донъяға килә. Ҡыҙ бәләкәйҙән үҙ аллы була. Ҡустыһы Арсен менән улар ата-әсә­һенең, кешелекле, ғәҙел, тура һүҙле булығыҙ, тигән алтын һүҙҙәрен күңел­дәренә һеңдереп үҫә. Атаһы Рәфҡәт Әхәт улы көнө буйы совхоз эшендә егелһә, әсәһе Фәриҙә Әхәт ҡыҙы мәк­тәптән бушамай, уҡыусыларға биология фәненән һабаҡ бирә. Зөбәржәткә биш йәш тулғас, ғаилә Сосновка ауылына күсә.
Мәктәптә тырышып уҡый, бөтә түңәрәктәргә лә әүҙем йөрөгән ҡыҙсыҡтың күңеле йыр-моңға тартыла. Белем усағында үткәрелгән һәр байрамдың оҫта алып барыусыһына әйләнә, йырлай, бейей, биология, экология, химия буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша.
9-сы синыфта уҡығанда һылыуҙың тормошонда һынылышлы ваҡиға була: Баймаҡҡа барғанда «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең район-ара конкурсы хаҡында хәбәр иткән иғланға юлыға. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Зөбәржәт һис шикһеҙ ҡатнашырға маҡсат ҡуя – эпостың мең юлын ятлау теләге менән яна башлай.
– Бер ай ғына ваҡыт ҡалған, күңелемдә «мин булдыра алам» тигән сәм уянды, – ти ул, алыҫта ҡалған үҫмер йылдарын хәтерләп. – Эпос шул тиклем еңел иҫтә ҡала икән, бөтә тырышлығымды һалып, мең юллыҡ урынына мең ярым ятлап, икенсе урын алдым. «Урал батыр»ыбыҙҙы башҡорт, инглиз, төрөк телдәрендә һөйләп (төрөк телен өйрәнеү өсөн Сибай ҡалаһындағы төрөк лицейына барып дәрестәр ала), республика конкурсында лайыҡлы 3-сө урынға сыға тырыш ҡыҙ. Жюриҙа әҙә­биәтебеҙҙең алтын бағаналары булған Әхмәт Сөләймәнов, Мирас Иҙелбаев, Ғиниәт Ҡунафиндарҙы, фольклорсы Розалиә Солтангәрәеваны күреп, һоҡ­ланып, күңелендә: «Мин киләсәктә мотлаҡ филолог булам», – тигән яҡты хыял менән ҡайта бәйгенән. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, БДУ-ның Сибай институты филология факультетына уҡырға инә. Институттың иң алдынғы уҡыусыларынан һаналған, бөтә ергә лә өлгөр ҡыҙ, әлбиттә, юғары уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамлай.

...Зөбәржәттең тағы ла бер сифаты һоҡландыра: күңеленә ауыр саҡта ул, яңғыҙ ҡалып, «үҙ-үҙе менән осрашыу» ойошторорға ярата. «Ҡәһүәханаға инеп, сәй эсеп, уйҙарыңды тәртипкә килтереп, хата-уңыштарыңды барлап, үҙ-үҙең менән осрашып алыу – һәр кеше өсөн мөһим тәжрибә», – ти ул, беҙгә генә был серен асып.
Алда тағы ла юғарыраҡ үрҙәрең, яңынан-яңы балҡыштарың көтһөн, һылыу!

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: