-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
1 Август 2022, 16:10

Һөнәргә тоғролоҡ

Һүҙ менән дә, һан менән дә берҙәй оҫта эш иткән кешеләрҙе шаяртып «лирик та, физик та» тип йөрөтәләр. Әбйәлил районының «Осҡон» гәзите хәбәрсеһе Гөлнара Күсәрбаева – нәҡ шундайҙарҙан. Әсәһе Нәйлә Шәйхислам ҡыҙының – филолог, атаһы Ишбулды Абдрафиҡ улының физик булыуы роль уйнамай ҡалмағандыр, күрәһең.

Һөнәргә тоғролоҡ
Һөнәргә тоғролоҡ

Бәләкәй сағынан өлкәндәрҙең, айырыуса алгебранан уҡытҡан класс етәксеһе Зөләйха Рыҫҡолованың «һинән шәп математик сығасаҡ» тип ҡабатлауҙарына күнегеп үҫкән ҡыҙ киләсәген теүәл фәндәр менән бәйле итеп күҙ алдына баҫтыра. Шуға ул күңел төпкөлөндә йәшенеп кенә йәшәгән «лирик»ты башҡаларға белдертмәҫкә тырыша: «яҙыусы булам» тигән хыялын берәүгә лә әйтмәй, ҡасып ҡына ҡағыҙ битенә төшөргән шиғыр-хикәйәләрен күрһәтмәй, ҡайҙалыр баҫтырырға ла ебәрмәй.
Әммә эште бер республика баҫмаһы «боҙа». Гөлнара нәҡ 11-се класты тамамлаған 1997 йылда БДУ-ның журналистика факультеты менән берлектә һәләтле йәштәрҙе ваҡытлы матбуғатҡа ылыҡтырыу маҡсатында «Һандал» исемле республика конкурсы иғлан ителә. Ярыштың еңеүселәргә университетҡа имтиханһыҙ йә конкурсһыҙ инеү мөмкинлеге биреүе бығаса ҡыйыуһыҙ ҡыҙҙы ата-әсәһенә асылыуға, бәйгелә ҡәләм көсөн һынап ҡарауға этәргес бирә.
Гөлнара унда журналистиканың алты жанры буйынса ижади эштең бишәүһен уңышлы атҡара, тик юморескаға «теше үтеңкерәмәй», оҙаҡлай. Яҙмаһын һуңлатып ебәреү арҡаһында конкурстан төшөп ҡала. Шулай ҙа гәзиттә «фекерен эҙмә-эҙлекле әйтеү һәләтенә эйә шыма ҡәләм тибрәтеүселәр» исемлегендә үҙен күреү ҙә ҡыҙҙың «тимәк, яҙа беләм» тигән ышанысын арттыра һәм ул хыялы артынан Өфөгә журфакка юллана. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, уны БДУ-ға былай ҙа имтиханһыҙ алалар. Ә «Һандал»да донъя күргән яҙмалары ижади конкурсты үтергә ярҙам итә.
Хәтерләйем: «Һандал» өсөн интервьюны Гөлнара Күсәрбаева гәзитсе һөнәренең нескәлектәре тураһында минән алғайны. Шунан китте беҙҙең танышлыҡ. Артабан буласаҡ журналист бөтә практикаларын да «Осҡон»да үтә башланы, йәй һайын эшкә килеп, хәбәрселәргә, корректорҙарға отпуск биреп йөрөнө. Йәштәргә ышаныс менән ҡарай белгән мөхәрриребеҙ Самат Фәйзуллин «тәжрибәһе аҙ, теше үтмәҫ» тип торманы, практиканттан бөтә темалар һәм жанрҙар буйынса ла мәҡәләләр яҙҙырҙы, мөһим эштәр ҙә йөкмәтте, яңғыҙ командировкаларға ла сығарып ебәрҙе. Эшкинмәй, буш ҡул менән ҡайтҡаны булманы тырыш ҡыҙыҡайҙың...
Ниңә берәй тапҡыр Өфө тирәһендә абруйлыраҡ баҫмала ла ҡәләм һынап ҡарамайһың, тигән һорауыма Гөлнара: «Мин атай-әсәйемде, туғандарымды, ауылымды ныҡ һағынам, һәр ваҡыт уларға яҡыныраҡ булғым килә», – тигәйне. Һәм шул тойғо уны, диплом алғас та, Әбйәлилгә алып ҡайтты. Баш ҡалала радио-телевидение тирәһенә йәбешеп ятҡан төркөмдәштәрен аптыратып, ул бер үҙе район гәзитен һайланы.
Тап шул осорҙа район матбуғатына тағы Динара Сафиуллина, Резеда Хәсәнова, Лилиә Хәлитова, Римма Исмәғилева кеүек көслө яңы быуын килде. Бығаса дубляж рәүешендә сыҡҡан «Осҡон» башҡорт телендәге үҙ аллы гәзиткә әйләнде – был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы оло ваҡиға булды һәм һәр беребеҙ дәртләнеп-илһамланып эшкә тотондоҡ. Шул ваҡытта арабыҙҙа берҙән-бер махсус белемле журналист булған Гөлнара Күсәрбаеванан йәштәр ҙә, тәжрибәле һаналған беҙ ҙә күп нәмәгә өйрәндек.
Ҡасандыр редакцияға ҡыҫҡа итәк, майка-шортылар кейеп эшкә килгән был көләкәс йәш ҡыҙҙар хәҙер инде үҙ баһаһын белгән олпат ханымдарға әйләнде, бөгөн үҙҙәренең студент йәшенә еткән ҡыҙ-улдары бар. Гөлнара Ишбулды ҡыҙының да, үҙе әйтмешләй, «район тормошонда барған ваҡиғалар, унда йәшәгән кешеләр тураһында репортаж-һүрәтләмәләрҙе йөрәге аша һуғарып аҡ ҡағыҙ битенә тамыҙыуына» 20 йыл да булып киткән.
Ошо арауыҡ эсендә редакция тормошонда байтаҡ нәмә үҙгәрҙе. Әлеге ҡыҙҙарҙың күбеһе, шул иҫәптән үҙем дә, «Осҡон»дан киттек. Урындарыбыҙға яңы хәбәрселәр килмәне, килгәндәре лә эшләй алманы. Интернет барлыҡҡа килеү менән ваҡытлы матбуғаттың, хәбәрсе һөнәренең бәҫе төштө, шулай ҙа гәзит эшенең бөтмәҫ ваҡ-төйәк мәшәҡәте кәмемәне, киреһенсә, дүртләтә артты. Элек беҙ, 7-8 кешелек ижади коллектив, тик гәзит сығарыу менән мәшғүл булһаҡ, хәҙер профессияға тоғролоҡ һаҡлап ҡалған өс хеҙмәттәшем, төп эштән тыш, «Осҡон»доң интернеттағы сайты өсөн дә яҙа, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙе лә алып бара һәм йылына ике тапҡыр почтальондар урынына подписканы ла үҙ иңдәрендә һөйрәй. Быларға аҙ эш хаҡын да, ял көндәрендә эшләргә тура киле­үен дә өҫтәһәң, бөгөнгө гәзит-журнал сығарыусыларҙы геройға тиңләргә була.
«Ни тиклем ауыр булһа ла, эшемде яратам. Ул көнө генә түгел, сәғәте-минуты ҡабатланмаҫ булыуы менән оҡшай. Яңы эш көнөм тағы ниндәй ваҡиғалар менән ҡаршы алыр, ниндәй ҡыҙыҡлы яҙмыштар менән осраштырыр, тигән уй менән редакцияға көн дә тәүгә эшкә барғандай ашҡынып киләм. Әбйәлилдең туҡһандан ашыу ауылын үтә-сүтә йөрөп сыҡһам да, ҡабат барған һайын яңы ҡыҙыҡлы темалар, геройҙар табам. Һәр мәҡәләмде яратып, күңел йылымды һалып яҙам», – тип эшен тормошоноң мәғәнәһе итеп күргән кеше генә әйтә ала.
Тынғыһыҙ хеҙмәт йыш ҡына ижад кешеләрен «һөнәри яныу» тип аталған психологик хәлгә еткерә, хатта эштән китергә мәжбүр итә. Аҡыллы Гөлнара быға юл ҡуймаҫ өсөн үҙенә башҡа өлкәләрҙә күңел байрамдары, төп эшенән ял ойошторорға ла белә. Хәлил ауылынан билдәле Әсәҙуллиндар нәҫеленең артислыҡ һәләте уға ла күскән. «Ғүмерлек юлдашым – сәнғәт, тормош буйлап йырлап атлайым, – ти ул. – Аш-һыу әҙерләгәндә лә, руль артында ла, баҡсала соҡонғанда ла, мәҡәлә яҙғанда ла көйләйем». Форсаты тейһә, сәхнәгә лә сыға. Яңғыҙ ҙа, Әбйәлил районы мәҙәниәт йортоноң һәм редакцияның вокаль ансамблдәрендә лә йырлай, үҙешмәкәр смотрҙарҙа ҡатнаша.
Күптәр Гөлнара Ишбулды ҡыҙын шәп баҡсасы тип белә. Донъяһын иҫ киткес сәскәләр, гөлдәр менән биҙәй, шул матурлыҡтан илһам алып йәшәй, йәшелсә-емеш, еләк үҫтереүгә лә ижади күҙлектән баға, йыл һайын яңы сорттар һынай, баҡса дизайнына мөһим иғтибар бирә. Йөрәк баҡсаһының түрендә урын алған ике гөлө – улы Арсен менән ҡыҙы Әлиәгә хәстәрлекле яҡшы әсәй булырға, матур тәрбиә бирергә, күңелдәренә ятҡан түңәрәктәргә йөрөтөп, конкурстарҙа ҡатнаштырып, төрлө яҡлап камиллаштырырға тырыша.

Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2022) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:
Читайте нас: