+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
26 Июнь 2022, 12:10

Бәхет төшөнсәһе киң...

Ул, әле юғары уҡыу йорто студенткаһы, телевидениеға күмәк кеше талап ителгән тапшырыуҙа ҡатнашыу өсөн генә килә. Йәғни, икенсе төрлө әйткәндә, уны «массовка»ға саҡыралар. Башҡортса яҡшы һөйләшкән ҡунаҡты беренсе рәткә ултырталар, һорау бирергә ҡушалар. Зәңгәр экран шунда уҡ әсир итә Гөлнара Муллаҡаеваны. Тик эшкә килеү хаҡында уйлау түгел, хыялланырға ла ҡурҡа.

Бәхет төшөнсәһе киң...
Бәхет төшөнсәһе киң...

Шул тапшырыуҙан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, телевидение хеҙмәткәрҙәре уны үҙҙәре эҙләп таба. «Сәләм» программаһына алып барыусы итеп эшкә саҡырҙылар. Тик риза булманым. Талапсан эфир режиссерҙарынан ҡурҡҡанмындыр, сөнки уҙған тапшырыуҙа алып барыусыларҙы йәлләп ҡайтҡайным. Шулай ҙа телевидениеға режиссер ассистенты булып эшкә килдем. Был осраҡлы хәл булғандыр, ниндәйҙер фараздар ҡормайым. Эшләй башлағас, иң оҡшағаны коллектив ине. Матур кешеләр эшләй телевидениела», – тип башланы әңгәмәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Бәхетнамә» тапшырыуын алып барыусы Гөлнара Муллаҡаева. Ошоға тиклем «Башҡортостан ҡыҙы», «Тамаша» журналдарының тышлығында, эсендә күргән танылыу яулаған апай-ағайҙарҙы телевидение коридорҙарында осрата башлай ул. «Әсәйем, Гөлсинә Рәфҡәт ҡыҙы, республика баҫмаларына гел яҙылды. Журналдағы мәҡәләләр аша таныш мәшһүр кешеләрҙе көндәлек тормошта күрә алыуыма сикһеҙ шатландым», – ти Гөлнара.
Һис шикһеҙ телевидение йәш йөҙҙәрҙе, экранға килешкән кешеләрҙе ярата. Эшкә йәш кенә көйө килеп, телевидение данына ирәйеп аҙашҡан, шунлыҡтан ғаилә ҡороуҙы артҡы планға ҡалдырған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа юҡ түгел унда. Гөлнара буласаҡ тормош иптәшен студент саҡтан уҡ белә, ләкин уға кейәүгә сығырмын, тип һис уйламай. Ире – һөнәре буйынса рәссам, республикабыҙҙың көнбайышынан, ә героинябыҙ көньяҡта тыуып үҫкән. «Фекерҙәребеҙ берегеп, уртаҡ маҡсаттар ҡуйып, бер-беребеҙгә эҫенешеп киттек. Хәҙер һөйкөмлө генә ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйбеҙ. Ирем Руслан – тормошта ышаныслы терәк-таянысым. Иптәшем мине ярты һүҙҙән аңлап тормаһа, бихисап проекттарға тотонмаҫ инем», – тип хәтерләй героинябыҙ ул саҡтарҙы.
Хәҙер Гөлнара Муллаҡаева – тура эфирҙа үҙ эшенең оҫтаһы, «Бәхет­намә» тапшырыуының мөләйем алып барыусыларының береһе. «Бәхет төшөнсәһе киң. Уны бер һүҙ менән генә аңлатып булмай. Әгәр ҙә беҙ ошо темаға тапшырыу алып барабыҙ икән, ул тормоштоң бөтә яҡтарына ла ҡағыла. Һис шикһеҙ, программа минең үҙаңымды киңәйтте, донъяға ҡарашымды үҙгәртте, шәхси тормошомдо «лайфхактар» менән байытты. Һәр программала кешеләрҙән бөтөнләй уйламаған кәңәштәр ишетеп ғәжәпләнәм. Бынан тыш, үҙемә ҡатын-ҡыҙ булараҡ баһам артты. Нимә кейәм, ашайым, үҙемде нисек тотам – барыһы мөһим. Үҙеңде ҡарау ҙа – хеҙмәт, матур сифаттар яйлап ғәҙәткә инә», – ти тәжрибәле алып барыусы.
«Бәхетнамә» тапшырыуының мөһим темаларын дүрт алып барыусы яҡтырта. Бик үҙенсәлекле, сибәр ҡатын-ҡыҙҙар йәлеп ителгән проектҡа. Әйткәндәй, уларҙы тапшы­рыуға стилистар Эльвина Өмөтбаева менән Альбина Урманова әҙерләй, һәр алып барыусыға тейешле кейем, прическа, макияж һайлана. Гөлнараның стиле «элегант» тип атала: «Сәсемде матурлап, бейек прическа яһайҙар, быға баш төҙөлөшө, ҡолаҡтарҙың ыҡсым, биттең нәҙек булыуы тура килә, тип аңлатты стилистар. Көн дә тура эфирға сығыу, эштең һөҙөмтәһен күреү дәрт өҫтәй. Телевидениела, бер ғаилә булып, ҡайнап йәшәйбеҙ», – тип һүҙен дауам итә Гөлнара.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2022) һанында уҡығыҙ. 

 
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: