+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
25 Март 2022, 11:10

Гүзәлдең гүзәллеге

Белорет һылыуы Гүзәлдең ҙур йәшкелт күҙҙәре, яңғыратып сыңғырлатып көлөүе, һәр саҡ ҡояшлы кәйефтә булыуы, донъяны балаларса бер эскерһеҙлек менән яратыуы йәнде арбай. Хатта күңел ҡырырлыҡ сетерекле хәлдәр килеп тыуғанда ла, кәйефһеҙ сағында ла ул һис кемгә оҡшамаған, үҙенсәлекле, нәфис булып ҡала белә. Уның кешеләргә булған асыҡлығына, батырлығына, тапҡырлығына, киң күңеллелегенә, ихласлығына, бер осраҡта ла юғалып ҡалмауына һоҡланырлыҡ. Сөнки ҡалала үҫкән ҡыҙҙарҙы үҙ бәҫен белеп кенә аралашҡан, бигүк асылып бармаған, үҙҙәрен нисектер эре, текәрәк тотҡан итеп күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ. Гүзәл иһә бар булмышы менән шуның киреһе: ихлас, аралашыусан, алсаҡ, көләс.

Гүзәлдең гүзәллеге
Гүзәлдең гүзәллеге

«Бала сағымдан отҡор, үткер булдым, биш йәшемдә алты тән йәрәхәтем бар ине, ҡайһы ерем генә һынманы икән», – ти ул, шаян, шуҡ бала сағын хәтерләп. Ауылда булһынмы, ҡалаламы, үҙ янына күрше балаларҙы, тиҫтерҙәрен йыйып, сағыу тамашалар, концерттар ойоштора, ошо һәләте мәктәпкә уҡырға барғас та дауам итә, һәр сараның уртаһында ҡайнай көр һәм сағыу тауышлы талантлы ҡыҙ. Мәктәптә йыр түңәрәгенә йөрөй, 5-се синыфта Белорет ҡалаһында билдәле «Мосафир артистар» төркөмөндә йырлай, һәр үҙешмәкәр концертта сығыш яһай. «Йыр – минең пар ҡанатым, үҙемде белгәндән алып йырлайым, аккордеон буйынса махсус класты бөттөм, тик ғүмер буйы фортепианола уйнарға теләнем. Бала саҡ хыялым бәләкәй ҡыҙым Сафи тыуғас ҡына тормошҡа ашты, шәхси дәрестәр алып өйрәндем, форсат сыҡҡанда дуҫтарым, туғандарым алдында уйнайым», – ти Гүзәл.
Гүзәл Ирек ҡыҙы матур ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Ирек Булат улы башта – милиция хеҙмәтендә, һуңынан юрист булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гүзәлгә туғыҙ йәш саҡта яратҡан ҡыҙының ҡулында йөрәк сиренән мәрхүм булып ҡала. Был уңалмаҫ йән яраһын Гүзәл ғүмер буйы хәтерендә йөрөтә. «Мин – атай ҡыҙы, уның мине яратыуы, иркәләүе, һәр саҡ елкәһендә ултыртып йөрөтөүе мәңгелеккә күңелемә уйылып ҡалған», – ти ул, әсе һағыш менән ҡәҙерле кешеһен иҫләп. Шуға ла Гүзәлгә тиҫтерҙәренән иртәрәк ҙурайырға, бала сағынан үҙ аллы, әсәһенә терәк, ярҙамсы булып үҫергә тура килә. Әсәһе Резеда Рәфҡәт ҡыҙы – Белорет ҡалаһының билдәле эшҡыуарҙарының береһе, заказ буйынса милли кейемдәр тегеү менән бер рәттән, бөтә район-ҡала халҡын матур, сифатлы ҡорған-япмалар, өй кәрәк-ярағы менән ҡыуандырған туҡымалар салоны һәм ательеһы хужабикәһе.
«Кеше ҡайғыһына һис ҡасан битараф ҡалмаған, мөрәжәғәт иткән һәр кемгә матди яҡтан да, һүҙ менән йыуатып та ярҙам иткән киң күңелле әсәйем – минең өсөн ысын ҡатын-ҡыҙ өлгөһө. Матурлыҡҡа, нәзәкәтлеккә, әйләнә-тирәлә йәм тыуҙырыуға, сәскәләр үҫтереүгә, яҡшылыҡҡа, сабырлыҡҡа ынтылыуым – барыһы ла һөйөклө әсәйемдән. Уның донъяһы, баҡсаһы – шау сәскәгә күмелгән сихри утрау ул, бөхтәлек, сағыулыҡ, камиллыҡ күҙҙе иркәләй. Күп тапҡырҙар ҡала кимәлендә «Иң матур ихата», «Өлгөлө йорт» конкурстарында еңеү яуланы. Мин дә уның кеүек гөл-сәскәләр үҫтерергә, тупраҡ менән булашырға яратам. Бәләкәй генә бер орлоҡтан күҙҙең яуын алыр сәскә үҫеп сығыуы – үҙе мөғжизә! Нимәгә генә тотонһа ла, әсәйемдең ҡулдары матурлыҡ тыуҙырырға һәләтле. Бөтә йәшәйешен яҡты нурға сорнаған ҡәҙерле кешем аш-һыуға ла оҫта. Уның емеш-еләк ҡайнатмалары, йәшелсә турамалары, бешергән бәлештәре телеңде йоторлоҡ! Ә ниндәй яғымлы, шәп өләсәй ул! Ҡыҙҙарым өсөн өҙөлөп торған, ейәнсәрҙәренә күңел йылыһын, иғтибарын йәлләмәгән дуҫ, кәңәшсе», – ти ул, әсәһенә тәрән ихтирамын, һөйөүен белдереп. Гүзәл үҙе лә өләсәй наҙын татып үҫкән: бала сағы Учалы районының Ҡобағош ауылында Сания өләсәһе менән Рәфҡәт олатаһының йылы ҡанаты аҫтында үткән. Сания апай оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була, һуңынан уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары, директор вазифаларын башҡара. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән, һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ яратҡан, уңған, эшһөйәр Сания апайҙың да ҡулынан килмәгән эше булмай. Күҙ ҡамаштырыр ҡорамалар тегеү, күңел арбар таҡмаҡтар ижад итеү оҫтаһы ла булып таныла ул.
Гүзәлдең бәләкәй сағы магазинда әсәһенә ярҙамлашып үтә. Шуға инглиз теле уҡытыусыһы һөнәрен алған ҡыҙҙың, бөгөн тап ошонда директор йөгөн тартып, ең һыҙғанып эшләүе ғәжәп түгел. Әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр бит. Был мәҡәл тура мәғәнәһендә таһыллы ҡыҙға тап килеп кенә тора, сөнки Гүзәл – туҡымаларҙы оҫта бесеүсе генә түгел, уларҙан күҙ ҡамаштырыр матурлыҡ тыуҙырыусы ла.

Белорет ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: