-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
27 Ғинуар 2022, 15:04

Күҙҙәрендә бәхет көлә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының талантлы йәш актрисаһы Лилиә Ғәлинаны ҡупшы, нәфис сәскәгә оҡшатырға мөмкин. Исеменә тап килгән затлы лилиә сәскәһенә. Башҡаларҙан айырып торған күңел арбар сихри наҙ, нәзәкәтлек бар унда, ә ҙур ҡара күҙҙәренән ғәжәйеп сафлыҡ, яҡты нур бөркөлә. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы һылыуы Миңлеәхәт Ғарифулла улы менән Дилә Илдар ҡыҙының ғаилә­һендә 1991 йылдың 17 мартында донъяға килә, ата-әсәһенең, Фәрит ағаһының һөйөү тулы донъяһында һөйкөмлө һөйәк булып буй еткерә. Атаһы Миңлеәхәт ағай ғүмер буйы алдынғы мал табибы булып эшләй, исеме «Башҡортостан ветеринария тарихы» энциклопедияһына ингән. Әсәһе Дилә апай хаҡлы ялға сыҡ­ҡансы  балаларға инглиз теленән белем бирә.

Күҙҙәрендә бәхет көлә
Күҙҙәрендә бәхет көлә

«Бала саҡтың иң яҡты хәтирәләре өй йылыһына бәйләнгән: атайым менән әсәйем беҙҙе тырыш, ябай, эшһөйәр булырға, күп уҡырға өйрәтте. Бына улар  эштән ҡайта, өҫтәл артында, киске аш мәлендә бергәләшеп үткән көн хаҡында һөйләшәбеҙ, яңылыҡтарыбыҙ, уңыш-һөйөнөстәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Интернет юҡ, телевизорҙы ла һирәк тоҡан­дырабыҙ, уның ҡарауы,  рәхәтләнеп китап-журналдар уҡыйбыҙ. Шул бала саҡта яралған китапҡа  һөйөү, белемгә, яңылыҡҡа ынтылыш әле лә тынғылыҡ бирмәй – уҡырға яратам. Миңә ҡарап, бәләкәс кенә улым да китапҡа үрелә, уҡырға маташа. Фәрит ағайым, өс бала атаһы булыуына ҡарамаҫтан, әле лә белемен камиллаштыра – медицина университетында уҡый.  

Сәнғәткә һөйөүем, моғайын да, моңло итеп баянда уйнаған атайымдан күскәндер. Балалар баҡсаһында, унан мәктәптә бөтә байрамдарҙа, төрлө сараларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаштым, «Шаяндар һәм тапҡырҙар» клубы уйындарының уртаһында ҡайнаным. Музыка мәктәбенең бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Нимә менән генә шөғөл­ләнһәм дә, һәр башланғысымды атай-әсәйем хуплап ҡабул итте. Актриса булам, тип бигүк хыялланманым да кеүек, ул нисектер үҙенән-үҙе килеп сыҡты, конкурс ҙур булыуға ҡарамаҫтан, уҡыу йортона еңел  индем, әммә уҡыуы ауыр, мәҡәл­дәгесә, «энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң» булды. Әсәйем, уның юлын дауам итеп, уҡытыусы итергә теләһә, атайым сәнғәтте һайлауыма ныҡ шатланды. Ә бала саҡ хыялым һатыусы булыу ине, шуны һәр саҡ яратып һөйләйем: әгәр һатыусы булһам, кибеттәге бөтә тәмлекәстәрҙе лә ашай алам, тип уйлай торғайным», – тип күҙҙәрен осҡонландырып йылы хәтирәләргә бирелеүендә лә Лилиәнең балаларға хас күңел сафлығы, бер ҡатлылығы, донъяны нисек бар, шулай яратыуы сағыла. Ә актриса  һөнәре тап шуны талап итә лә инде: һинең уйнауыңды түгел, ә ысынлап геройыңдың күңел кисерештәрен тәрән тойоп, сәхнәлә ул булып йәшәүеңде, тамашасының һинең менән бергә янып, бергә көйөүеңде. Шөкөр, Лилиә Ғәлинаның һәр роле – йөрәк ынйыларынан туҡылған баҙыҡ, уйсан образдар. Социаль темаға, бөгөнгө көн ысынбарлығын сағылдырған, тәрән йөкмәткеле спектаклдәрҙе яратам, ти ул.  «Мин – Марат»та – Әлиә, «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр»ҙа – Рита, «Руди – NEVER OFF...» – Рудольфтың әсәһе, «Ай тотолған төндә»лә – Зөбәржәт, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға»ла – Гөлмәрйәм, «Итекле бесәй»ҙә – Батша ҡыҙы, «Һаран»да – Мариана, «Йософ һәм Зөләйха»ла – Зөләйха, «Ул бит кисә ине»лә – Римма, «Антигона»ла – Антигона – һәр образ актрисаның күңел емеше.

«Улар араһында бигерәк тә «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Ғәли күңелемә яҡын, ул иң ҡыйын мәлемдә – атайымды юғалтыу аянысын кисергән саҡта һынландырған образдарымдың береһе. Шул спектакль менән күңелемде йыуаттым, ул мине уңалмаҫ йөрәк яраһынан, оҙайлы төшөнкө­лөктән ҡотҡарҙы», – ти актриса.

Лилиәнең матур уйлы, эскерһеҙ күңел донъяһын айырыуса балалар өсөн ҡуйылған тамашаларҙа күрергә мөмкин. Бер ниндәй яуызлыҡ та, боҙоҡлоҡ та булмаған әкиәти персо­наждарҙы уйнау йән кинәнесе бирә, ти ул үҙе. Театрҙың яңылығы – бәпәй-театр проекты – «Һауанан Ергә тиклем» спектаклен сабыйҙар менән бергә өлкәндәр ҙә мөкиббән китеп ҡарай. «Ул – шул тиклем мөғжизәле тамаша, махсус һайлау аша үткән дүрт кенә артист эшкә йәлеп ителде. Мин унда балаларҙың сихри донъяһында йәшәйем», – тип ихлас йылмая Лилиә.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының  данлыҡлы уҡытыусыһы Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимованың  курсында белем алыуын йәш актриса яҙмыш бүләге тип һанай: «Беҙ данлыҡлы Фәрдүнә Ҡасимовнаның һуңғы        студенттары. Ул башҡаса актерҙар курсы йыйманы. Дүрт йыл эсендә төплө белемдән тыш, яҡшы тәрбиә лә бирҙе ул. Рима Тәлғәт ҡыҙы Харисова менән Илнур Биктимер улы Муллабаев та – сәнғәт серҙәрен өйрәтеүсе яратҡан уҡытыусыларым. Уҡыған йылдарҙы шундай йылылыҡ менән хәтергә алам, беҙҙең курс үҙенсәлекле ул: күбебеҙ курсташтар менән өйләнешеп ғаилә ҡорҙоҡ. Зилиә Хәлилова менән Айнур Ситдиҡов, Румиә менән Айнур Дәүләтбаевтар һәм беҙ ҙә тормош иптәшем Хәмит Дәүләтбәков менән бергә уҡыныҡ, ул да актер. Тик армия сафынан һуң икенсе юҫыҡты һайланы, үҙ бизнесы бар. Минең актриса булыуымда, күңел һалып яратҡан эшемде башҡарыуымда һөйгәнемдең роле ғәйәт ҙур. Ул, сәнғәтте, ижад нескәлектәрен төптән белгән кеше булараҡ, мине ярты һүҙҙән аңлай, ярҙам итә. Беҙҙең арала ижадҡа бәйле аңлашылмаусанлыҡтар юҡ, юғиһә, күп ғаиләләр шул сәбәпле тарҡала бит. Ә артистарға ҡолас йәйеп ижад итеү өсөн иң тәүҙә яҡындарының, ғаиләһенең аңлауы, ҡабул итеүе, терәк-таянысы мөһим. Иртәнән кискә тиклем театрҙа ҡайнағанымда, оҙайлы сәфәрҙәргә сыҡҡанымда дүрт йәшлек Бәхтиәр тулыһынса атаһы ҡарамағында, шулай уҡ һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡҡан әсәйемә, ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәтем сикһеҙ».

Актрисаның ярты уңышы режиссерға бәйле, был яҡтан да Лилиә үҙен бәхетле һанай: «Театрҙа туғыҙ йыл эшләү дәүерендә бик күп режиссер менән эшләргә тура килде. Һәр береһенең үҙ алымы, үҙенсәлеге булған иҫ киткес ҙур шәхестәр улар. Фәрит Бикчәнтәев, Илшат Мөхөтдинов, Искәндәр   Сакаев, Олег Ханов – улар ижад офоғомдо байытты. Бигерәк тә Айрат Әхтәм улы Абушахмановҡа рәхмәтлемен, иң күп ролдәрем – уның спектакл­дәрендә, мине актриса булараҡ асты ул. Бергә уйнаған һәр сәхнә партнерымдан уңдым. Уларҙың барыһы ла: ололар ҙа, йәштәр ҙә  – минең өсөн ысын сәнғәт өлгөһө», –  ти Лилиә.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: