+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
26 Октябрь 2021, 15:22

Күңел наҙын өләшеп

Ата-әсәнең иркә ҡосағынан яңы айырылған балаларҙы яҡты йөҙө, яғымлы һүҙе, йылы ҡарашы менән йыуатҡан, донъяны танып-белергә өйрәткән мәрхәмәтле йөрәкле кеше ул тәрбиәсе. Был һөнәрҙә кескәйҙәрҙе бөтә күңеле менән һөйгән, бала йәнле кеше генә эшләй алалыр. Баш ҡалабыҙҙың 51-се башҡорт балалар баҡсаһының юғары категориялы тәрбиәсеһе Шәүрә Ярмуллина – тап шундайҙарҙан.

Күңел наҙын өләшеп
Күңел наҙын өләшеп

«...Шәүрә Самарбаевна йәйге ялдан ҡасан сыға икән?.. Шәүрә апай нишләп һаман юҡ?» – балалар, уларҙан да бигерәк ата-әсәләр яратҡан тәрбиәселәренең тиҙерәк эшкә сығыуын көтә. Һәм, ниһайәт, Шәүрә Самарбай ҡыҙының ялы тамамланып, эшкә килеүе бер оло байрамға әүерелә: өҫтәлдә нәзәкәтле сәскәләр гөлләмәһе күҙ яуын алып тора, ҡосағына «мин дә мин» тип кемуҙарҙан балалар һарыла...  Ә бер мәл уның эштән китмәүен үтенеп, бер төркөм ата-әсә өйөнә бара хатта. Ирекһеҙҙән уйлап ҡуяһың, моғайын да, ошондай ихтирам-иғтибарға, һөйөү-яратыуға  һәр тәрбиәсе лайыҡ түгелдер. Тимәк, Шәүрә Ярмуллина үҙ эшен шул тиклем яратып, үҙ итеп  башҡара, уның күңел нуры, йөрәк наҙы тәрбиәләгән балаларына күсә. Ә бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, таҙа, эскерһеҙ ул. Уға нимә һалаһың, шул шытып сыға.

Эштә лә, өйҙә лә яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнгән Шәүрә Самарбай ҡыҙы – Әбйәлил һылыуы. Тау ҡуйынына һыйынып ултырған Әбделғәзе ауылы – уның өсөн иң тылсымлы урын, тәү тапҡыр ауаз һалған, хыялға бай бала саҡ эҙҙәрен, туғандар йылыһын, ата-әсә иҫтәлеген һаҡлаған изге төбәк.

– Мин үҙемде һәр ваҡыт урман ҡыҙы, ауыл кешеһе итеп тоям.  Шуға тыуған  яҡтарға мөмкинлек булған һайын ҡайтырға тырышабыҙ. Ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алырға атай-әсәйем булмаһа ла, бер туған апайым, ике-өс туғандарым йәшәй унда. Әсәйем Сания менән атайым Самарбай  шул тиклем бала йәнле, ихлас, киң күңелле кешеләр ине.  Шулай уҡ йыл да Бөрйән ра­йонына ла ҡайтабыҙ. Ҡайтабыҙ, тим, сөнки әсәйем сығышы менән Бөрйәндеке ине. Бала сағымдың иң сағыу, иҫтәлекле мәлдәре Ҡолғона ауылы менән бәйле. Ундағы өләсәйем менән олатайымдың һөйөүенә сорналып үҫтем, өләсәйем: «Ииий, күп йәшәгерҙәремде!» – тип арҡанан тупылдатып ярата торғайны. Бөгөн Бөрйәндә әсәйемдең бер туған өс ҡустыһы йәшәй. Улар өсөн беҙ – көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Туғандарымдың шундай ихлас булып, беҙҙе үҙ итеп хөрмәтләүенә ҙур рәхмәтлемен, – ти әңгәмәсем.

Үҙе килен булып төшкән хозур Йылайыр яҡтарын да бар күңеленән һөйә, ярата ул.

 Көҙгө сыуаҡ көндә тыуған Шәүрә Самарбай ҡыҙы үҙе лә, көҙ кеүек, йомарт, ихлас, мул ҡуллы.  Яҡындары уны оҫта һәм алсаҡ йөҙлө хужабикә тип белә. Ҡыҙҙар кеүек еңел, етеҙ, тилбер Шәүрә  ханым аҡҡоштай өйөрөлөп бейеһенме, ҡулына гармун алып уйнаһынмы, күңел тибрәтеп, тасуири шиғыр һөйләһенме, табындарҙа моңло итеп йырлаһынмы – барыһы ла килешә уға. Тормош иптәше Сәлмән Шәкирйән улы менән  30 йылға яҡын бер-береһенә терәк-таяныс булып, татыу тормош көтәләр. Һәр уңышлы ир-ат артында  ҡатын-ҡыҙ  тора тигәндәй, өлгөлө ғаилә башлығы, үткер ҡәләмле   журналист, «Аманат» журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллиндың уң ҡулы, ныҡлы тылы ла ул Шәүрә ханым. «Аллаға шөкөр, ғаиләмдән, иремдән уңдым. Сәлмән – ғаилә өсөн өҙөлөп торған яуаплы атай һәм ир. Балаларын ныҡ ярата, улар өсөн барыһын да эшләй. Ә минең  өсөн ышаныслы, ысын мәғәнәһендә арҡа терәп йәшәр йәр ул», – был бәхетле ҡатын монологы.  Ҙур ҡыҙҙары Зөлхизә инде үҙ аллы донъя көтә, «Һәнәк», «Тамаша» журналдарында верстка инженеры булып эшләй.  Арыҫлан – БДУ хоҡуҡ институтының 4-се курс студенты, ә кинйәкәйҙәре Сәлимә 5-се синыфта уҡый. 

Шәүрә Самарбай ҡыҙының тағы ла бер матур сифаты – туған, дуҫ йәнле булыуы. Ғаилә дуҫтары Фирҙәт Ғәлиев, Мәғәфүр Усманов, Юлай Үҙәнбаев, Кинйә Күскилдиндар менән  барлыҡ байрамдарҙы бергәләп, күңелле итеп үткәреүҙәре матур бер йолаға әйләнгән. Шәүрә апайҙың : «Мин дуҫ ағай-апайҙарымды шул тиклем яратам, хөрмәт итәм», – тип һәр ҡайһыһы хаҡында йылы һүҙ әйтеүе уның шул тиклем бай, эскерһеҙ күңеле хаҡында һөйләй. Ә килендәштәре менән дуҫлығы, татыу йәшәүе – үҙе бер һоҡланғыс күренеш. Ҡайҙа ғына бармаһындар, дүрт килен һәр саҡ бергә – дуҫ һәм серҙәш улар.  Башҡорттоң матур, тапҡыр мәҡәлендәге кеүек: ағай-эне татыу булһа – ат етә, апһын-килен татыу булһа – аш етә, тигәндәй, ир туғандар араһында яҡынлыҡты һаҡлауҙа, килендәрҙе тартыуҙа аҡыллы оло апһындың роле бигерәк тә ҙур. «Шәүрә килен» тигән һүҙбәйләнеш  уға бәләкәйҙән үҙ, яҡын, сөнки ауылдаш апай-ағайҙар уны һәр саҡ яратып йыр исеме менән атап йөрөтәләр. Бөгөн инде ул, ысынлап та – ҡайнағаларының, бикәмдәренең иң яратҡан килендәренең береһе. Күҙҙәрендә нур осҡондары уйнатып, сыңғырлатып көлгән көләс, яҡты, һөймәлекле Шәүрә ханымды яратмау мөмкин түгел шул.

...Яҡты, матур, нурлы  бала саҡ ипкене бөркөлөп торған балалар баҡсаһында күңелгә шундай тыныс, йылы, рәхәт. Шул йылылыҡ солғанышында  әллә ниндәй әкиәти донъяға юлыҡҡандайһың. Бында бер ниндәй яуызлыҡ та, мәкерлек тә юҡ төҫлө. Ишектәрен  үрелеп асыу менән илаһи ҡурай  моңо ағыла, дәртле бейеү көйҙәре яңғырай.  Кескәйҙәрҙең тырышып-тырмашып башҡортса йырлауҙары, шатырлатып шиғыр һөйләүҙәре, бейеүҙә етеҙ өйрөлөүҙәре 11 октябрь – Республика көнөнә арналған байрам  сараһына икән. Милли рух менән һуғарылған бай йөкмәткеле был байрам тамашаһының сценарий  авторы ла – Шәүрә Самарбай ҡыҙы. «Милли байрамдар, йола саралары үткәрергә яратам. Шул тиклем милли кейем яҡын миңә, мөмкинлек булһа, гел кейеп йөрөр инем. Эштә башҡорт телендә үткән сараларҙы һәр саҡ ышанып тапшыралар. Аҡыллы, рухлы етәксебеҙ Гүзәл Яныбай ҡыҙы менән эшләүе лә рәхәт», – ти ул. 

Ижади кеше менән ярашып, аңлашып йәшәү ҙә, төрлө холоҡло ҡырҡ ата балалары, ата-әсәләр менән килешеп эшләү ҙә иң беренсе сиратта сабырлыҡ талап итәлер. «Сабырлыҡ төбө – һары алтын» – ти, Шәүрә апай үҙе лә.  «Эшемдән арыған ваҡыттарым да булманы түгел, булды, икенсе эшкә лә урынлашып ҡараным. Ләкин балалар мөхите мине һәр саҡ үҙенә тартты. Балалар менән эшләүҙән, көнө буйы шулар менән мәж килеүҙән кинәнес табам. Өйрәткәнемде отоп алһалар, башҡортса матур итеп шиғыр һөйләп, йырлаһалар, шул тиклем ныҡ ҡыуанам. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреүҙән дә ҙур кинәнес юҡтыр. 3-4 йыл эсендә уларға үҙ балаңа кеүек өйрәнәһең, яҙғыһын ҡошсоҡтарым оса инде. Шуны уйлаһам, хәҙерҙән үк күңелгә ҡыйын булып китә», – ти ул. Бала сағынан уҡ һалынғандыр ул Шәүрә апайға ошо яратыу һәләте, сөнки үҙен белә-белгәндән туғандарының, күршеләренең балаларын ҡараша. Берәй туған-таныштың бәпәйе тыуһа, хәтәр ҡыуана ул, шуны тиҙерәк барып күргеһе килә.

15 йыл эшләү дәүерендә Шәүрә Самарбай ҡыҙының  тырыш  хеҙмәте  Өфө ҡалаһының Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Ул –         Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы үткәргән «Йөрәк һүҙе» шиғыр бәйгеһе еңеүсеһе. Йыл да «Илһам» нәфис һүҙ әҙәби конкурсында ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәй. Уның тәрбиәләнеүселәре лә  «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә Гран-при, 1-се, 2-се урындар яулай. 

...Һыҙылып  ҡына алһыу таң ата. Тәҙрәләрҙә уттар яңы ғына ҡабына. Иртә таң һарыһынан берәү эшкә ашыға, башҡорт моңон, башҡорт рухын кескәй күңелдәргә өләшергә ашҡына ул. Балаларыбыҙҙың  рухи үҫеш һағында Шәүрә Самарбай ҡыҙы кеүек илһөйәр, телһөйәр, бала йәнле тәрбиәселәребеҙ булғанда, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәге бар.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: