+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
24 Сентябрь 2021, 10:18

Олимпия миҙалы – һәр спортсының хыялы

Уларҙың мөхәббәте ғәҙәти булмаған мөнәсәбәттәрҙән башлана. Башҡортостан командаһының фехтование буйынса баш тренеры Егор Попов өмөтлө йәш спортсы Аделина Заһиҙуллинаны үҙ ҡанаты аҫтына ала. Башта уларҙы дуҫлыҡ, физик күнекмәләргә булған ынтылыш, киләсәк еңеүҙәргә ышаныс берләштерһә, яйлап ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты тоҡана. 19 йәше тулғас та Аделина Егорға кейәүгә сыға. Тормош юлдашы Егорҙың тренерлығын онотоп киткән иләҫ-миләҫ саҡтарын көлөп хәтерләй: «Ниндәйҙер тойғоларға, шаярыуҙарға ирек биргән саҡтарым булғыланы. Тора-бара күндем һәм хәҙер Егорҙы эштә – тренер, өйҙә ирем итеп ҡабул итәм. Уның ҡарауы, мин 24 сәғәт буйына иптәшемдең терәк-таянысын тойоп йәшәйем. Был йәһәттән бик бәхетле ҡатын-ҡыҙмын», – ти ул.

Олимпия миҙалы – һәр спортсының хыялы
Олимпия миҙалы – һәр спортсының хыялы

Токиола үткән йәйге Олимпия уйындарында яҡташыбыҙ, рапирала фехтование буйынса ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы Аделина Заһиҙуллина Рәсәй йыйылма командаһының дөйөм иҫәбенә бер алтын миҙал килтерҙе.  Хәҙер инде ул – Олимпия чемпионы ла. Өфө ҡыҙы 2013 йылдан алып ил командаһы өсөн сығыш яһай. 

Аделина баш ҡалала тыуып үҫкән. Ата-әсәһенең тамырҙары ла Өфөнән.

Фехтованиеға буласаҡ чемпионка осраҡлы ғына барып эләгә. Уны тренер Ольга Шагаева менән осрашыуға әхирәте алып килә. Һуңынан Ольга Михайловна ҡыҙҙың тәүге тренеры була.

– Спорттың был төрөн ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ ине. Ҡыҙыҡһынып шөғөлләнә башланым. Тәү сиратта нимә оҡшаны тиһегеҙме? Күнекмәләр алдынан балаларға төрлө уйындар үткәрәләр ине. Был дөйөм әҙерлек өсөн кәрәк.

Тәүге күнекмәләр башланғас та унда ярыш сәме уяна, көнәркәшенә (ярышташы) ҡаршы алыш рухын тоя башлай. Ольга Шагаевала дүрт йылға яҡын шөғөлләнгәндән һуң, Аделина Башҡортостан йыйылма командаһының баш тренеры Егор Поповҡа күсә. Маҡсаты – Рәсәй йыйылма командаһына эләгеү. Бының өсөн һәр спортсыға бик күп этаптар үтергә кәрәк.  Аделина Заһиҙуллина ла, ошо үрҙәрҙе артылып, Рәсәй йыйылма командаһы сафына инә.

– Фехтованиела яңғыҙ ҙа, команда менән дә ярыштарға сығырға мөмкин. Рәсәй командаһындағы ҡыҙҙар менән дуҫбыҙ. Ләкин фехтование – яңғыҙ ярыштарҙа үҙеңде күрһәтә торған спорт төрө ул. Токиолағы йәйге Олимпиадала беҙ команда менән сығыш яһаныҡ. Алтын алғас, шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы. Был – биш йыллыҡ  даими күнекмәләр һөҙөмтәһе. Сөнки спортсы бөтә һаулығын, мәнфәғәттәрен, буш ваҡытын, ғаилә ихтыяжын ошо еңеүгә һала. Олимпия алтыны ул – һәр спортсының хыялы, карьера үҫешенең иң юғары нөктәһе, – ти спортсы.

Гөлнур Ишбулатова.

Фотолар – ғаилә архивынан.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: