+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
28 Август 2021, 13:05

Ҡыйын саҡта һыйынырға әсәй кәрәк...

Бала һәр саҡ яҡлау, таяныс көтә, һөйөү, наҙ көҫәй. Хәйер, хатта беҙ, өлкәндәр ҙә, олоғайһаҡ та, һаман әсәйҙең йылы ҡосағына, ҡурсалауына, яратыуына мохтажбыҙ. Ниндәй генә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, яҡын кешебеҙ бар донъяның насарлығынан, яуызлығынан ышыҡлар төҫлө. Ә һине, үҙ балаһылай күреп, йылы ҡанаты аҫтына һыйындырған, яратҡан, тәрбиәләгән, ашатҡан-эсергән, бик иртә баҡыйлыҡҡа күскән әсәйеңде алмаштырған кешең булыуы, уға һис икеләнмәйенсә ихлас күңелдән «әсәй», «әсәйем» тип өндәшеү икеләтә бәхеттер, моғайын.

Ҡыйын саҡта һыйынырға әсәй кәрәк...
Ҡыйын саҡта һыйынырға әсәй кәрәк...

Йөрәк йылыһын йәлләмәй өләшкән Гөлсирә Иҫәнғо­ловаға ла тәрбиәгә алған балалары шундай йылы мөнәсәбәттә. Бала күңеле һиҙгер бит ул. Яратҡанды ла, ҡатҡыл мөнәсәбәтте лә тиҙ тоя. Гөлсирә апай менән Илдар ағайҙың һөйөүен, изге йөрәген тоймаһалар, Белорет районының төпкөл Мәхмүт ауылында дүрт бер туған берегеп йәшәп китә алмаҫ ине. Ә бит уларҙан алда Иҫәнғоловтар ғаиләһе, Сермән балалар йортонан йәнә өс бер туғанды алып, уҡытып, тәрбиәләп, ҡанаттарын нығытып, үҙ аллы тормош юлына сығарған.

– Йәтимдәр тормошон күрһәткән тапшырыуҙарҙы тыныс ҡарай алмай инем. Балалар йортондағы үкһеҙ сабыйҙарҙың әсәй наҙына тилмереүен күреү, ишетеү йөрәгемде әрнетте гел. Их, шуларҙың береһенә булһа ла ярҙам ҡулы һуҙһам ине, тигән уй күңелемә тынғылыҡ бирмәне. Тормош иптәшем Илдар менән кәңәшләшкәндән һуң, ҡыҙ алып тәрбиәләргә ҡарар иттек. Берәүгә генә тип барҙыҡ та өс бер туғанды алып ҡайттыҡ. Гөлназ, Айгөл, Рөстәм тәүге көндән алып беҙгә, әсәй-атай, тип өндәште, Денис, Нур, Ғәзиз улдарыбыҙ менән тиҙ уртаҡ тел таптылар, – тип күңел серҙәре менән уртаҡлаша Гөлсирә Сәйәр ҡыҙы. 

Йөрәгендәге әсәлек һөйөүенең бер тамсыһын да ситкә сайпылдырмай, яратып үҫтерә балаларын Гөлсирә апай. Ҡыҙҙарҙы ипле итеп эшкә өйрәтә, серҙәш була. Бөгөн иһә Гөлназы ла, Айгөлө лә кейәүгә сығып, матур донъя көтәләр. Рөстәм, мәктәпте тамамлап, Белорет металлургия колледжында уҡып йөрөй. 14 йыл элек  балалар йортонан алған сабыйҙарҙың ялдарҙа, байрамдарҙа әсәй-атай тип өҙөлөп, ашҡынып тыуған йорттарына ҡайтыуын һөйләгәндә Гөлсирә апайҙың күҙҙәренә йәштәр эркелә. Шатлыҡ йәштәре улар. Йәтим өс балаға әсәй булыу бәхетенең йәштәре...

Күңелдәре тулы һөйөү булған ғаилә тағы ла бер туған дүрт баланы алырға ҡарар итә. Теләк тә бар, тәжрибә лә, тигәндәй. Әсе яҙмышҡа дусар булған Шаһсот, Резида, Нәргизә, Районаны күреп, Иҫәнғоловтар битараф ҡала алмай. Өс йыл элек уларҙың ғаиләһе тағы шулай тулылана.

– Башта бик ауыр булды, балалар үҙ-үҙҙәренә йомолған ине, асылып китеп һөйләшмәйҙәр. Улар күңеленә асҡыс табып, яңы мөхиткә ылыҡтырыу өсөн күп кенә көс һалырға тура килде. Бөгөн инде балаларыбыҙҙың йөҙҙәренә нур ҡайтты, уҡыуҙа ла һынатмайҙар, тырышалар. Бының өсөн мәктәп коллективына ҙур рәхмәтлемен, бер тин хаҡ һорамай, уҡыуҙан тыш ваҡыт бүлеп, балаларҙы уҡыуҙан артта ҡалмаһындар тип тырыштырҙылар, – ти Гөлсирә апай. – Балаларыбыҙ инде үҙҙәре бөтә эште лә белеп эшләй, ҡыҙҙарым аш-һыу бүлмәһендә, баҡса, ҡул эштәрендә булышһалар, Шаһсот иһә – атайҙары, ағайҙарының кәртә-ҡурала төп ярҙамсыһы. Донъяны яратырға балаларҙан өйрәнергә кәрәк. Бәләкәс кенә ҡыуанысты ҙурҙай итеп ҡабул итә бала күңеле. Ҡалаға барып,  берәй   тәмлекәс, күстәнәс, бәләкәй генә уйынсыҡ алып ҡайтһаҡ та балалар ныҡ шатлана, ҡыуаныстары эстәренә һыймай. Былтыр Районаға велосипед һатып алдыҡ, эй ҡыҙыбыҙҙың  ҡыуаныуҙары! Әле минең, әле атаһының муйынына барып аҫылына, шул саҡта күҙҙәребеҙгә  тағы ла йәш тулды, бәхет йәштәренә, бер йәтим балаға кескенә булһа ла шатлыҡ бүләк итә алыу йәштәренә...

Өс тиҫтә йылға яҡын иңгә-иң терәшеп, татыу ғүмер кисергән Иҫәнғоловтар Мәхмүт ауылында өлгөлө, тырыш ғаиләләрҙең береһе һанала. Һәр яҡтан өлгөр, йүнсел хужаларҙың ихатаһы тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡсалары тулы йәшелсә-емеш, тибендә 20 башҡа яҡын аттары бар. Бесәнде лә йәй оҙоно, Ирәмәл янында ятып-ҡунып тиерлек эшләйҙәр, шул арала  боланут йыйып һаталар. Улдары Денис менән Нурға шаңғырлап торған ҡарағайҙан ҙур йорт һалышып биргәндәр. Гөлсирә Сәйәр ҡыҙы үҙе оҙаҡ йылдар мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләй, ҡунаҡтарға әҙерләгән аш-һыуҙары телеңде йоторлоҡ, табындарҙы ла матур, үҙенсәлекле итеп биҙәүҙе ауылдаштары тик уға тапшыра. Матур, кешелекле ғаиләне барыһы ла ярата, хөрмәт итә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: