+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
30 Июнь 2021, 20:05

«Үҙ юлымдан барам...»

Сәхнәнән йыр ағыла. Талғын да, аһәңле лә, тыйнаҡ та был моң күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, һине берсә күктәргә ашыра, берсә тынысландыра, үҙ тулҡынында бәүелтеп, илһамландыра, ҡанатландыра. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Резидә Әминеваның моңло йырҙары күптәр күңеленә хуш килә, сөнки улар мәңгелек ҡиммәттәргә арналған, һөйөү, һағыш, тормошто сикһеҙ яратыу хистәренән туҡылған.Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында ете балалы татыу ғаиләлә буй еткерә буласаҡ йырсы. Атаһы ла, әсәһе лә боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ киткес моңло итеп башҡара. Резидә лә бәләкәйҙән йырлап үҫә, мәктәп, район сәхнәләрендә сығыш яһай. Ғаиләләге йырлы-моңло мөхит тә, йәнтөйәгенең һоҡланғыс тәбиғәте лә кескәй ҡыҙсыҡтың моңло күңелен ҡанатландыра. Ауылын уратып алған мәғрур тауҙарға, бормаланып аҡҡан Нөгөш йылғаһына, сылтыр шишмәләргә һоҡланыуы йөрәгенән йыр булып урғыла.

Бер мәл Бөрйәнгә һәләтле йәштәрҙе табыу маҡсаты менән Өфө сәнғәт училищеһынан уҡытыусылар килә. Резидәгә лә бәхетен һынап ҡарарға кәңәш итәләр. Күп тә үтмәй баш ҡалаға һынау тоторға саҡырыу килеп төшә. «Мин уҡырға ингән йылды сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә бер урынға ун кеше дәғүә итте. Махсус саҡырыу менән килһәм дә, дөйөм конкурс нигеҙендә имтихандар тапшырып, уҡырға инеп киттем. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, күренекле педагог Флүрә Ноғоманованың класында белем алыу бәхете тейҙе. Курсыбыҙ бик көслө булды. Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында бер тулҡын булып башҡорт эстрадаһына аяҡ баҫтыҡ», – тип хәтерләй ижад юлының башын Резидә Әминева.
«Миләш», «Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә», «Балан емеше» кеүек моңло йырҙары менән тиҙ арала тамашасы күңелен яулай Бөрйән ҡыҙы. Конкурстарҙа ҡатнашып, һөнәри оҫталығын арттыра, яңынан-яңы йырҙар яҙҙыра. Концерттар, гастролдәр, алҡыштар, сәскәләр... Әммә тормошҡа сығып, ике ҡыҙға әсәй булғас, ҡапыл сәхнәнән ситләшә, арыу уҡ ваҡытҡа эстрада күгенән юғалып тора. «Йырсы, бигерәк тә сәнғәт юлын һайлаған ҡатын-ҡыҙ өсөн икенсе яртыңдың һине аңлауы, һөнәреңә хөрмәт-ихтирам менән ҡарауы бик мөһим. Ул ваҡытта ҡыйын ине, күңелем әрнеп илаған саҡтарым да күп булды. Ә хәҙер үҙемде балаларыма, музыкаль мөхәррир булараҡ радиолағы ғәҙәти эшемә арнауым, бәлки, дөрөҫ тә булғандыр, тип уйлайым. Уның ҡарауы, ҡыҙҙарым инсафлы, тәртипле булып үҫте, минең өсөн өҙөлөп торалар. Бер аҙ ҙурайғас, «әсәй, һинең бит йырлағың килә, йырла», тип дәртләндерҙеләр. Тормошомдоң шул һынаулы, ҡатмарлы осороноң эҙемтәһе булдымы икән, ҡыҙҙарымды баштан уҡ сәнғәткә ылыҡтырманым, уларҙың сәхнә кешеһе булыуын теләмәнем. Алинам юристлыҡҡа уҡып сыҡты, төрлө яҡлап үҫешә. Айгөлөм Мәскәү финанс университеты филиалында I курста уҡып йөрөй. Әммә Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт ҡасан да булһа үҙ шытымдарын бирмәй ҡалмай. Алинаның минең менән сәхнәлә сығыш яһағаны бар. Күптән түгел Айгөлдөң дә уҡыу йортонда уҙған сара мәлендә йырлауын тыңлап, тауышы барлығын астым. Мәлендә уларҙың музыкаль һәләтенә тейешле иғтибар бирмәй, бәлки, дөрөҫ тә эшләмәгәнмендер, тип тә уйлайым хәҙер. Бөгөн Алина менән Айгөл – минең өсөн серҙәш тә, кәңәшсе лә. Сәхнә өсөн кейем һайлау, дөрөҫ итеп макияж ҡулланыу йәһәтенән ҡыҙҙарым – иң ҙур ярҙамсыларым, заманса әйткәндә – имиджмейкерҙарым. Хоҙайымдан уларға бәхетле яҙмыш теләйем», – балаларының бөгөнгө уңыштарына һөйөнгән, киләсәге өсөн борсолған әсәнең уй-теләге шул.
44 йәшендә Резидә Әминева өсөнсөгә әсә булыу бәхетен кисерә. Бөгөн Айбулат икенсе синыфта яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй. Улы хаҡында айырым бер наҙ, хәстәр менән һөйләй йырсы ханым: «Ул йәштә әсә булыу, йәш саҡтағынан айырмалы рәүештә, бөтөнләй икенсе төрлө хистәр бүләк итә икән. Шул тиклем танһыҡ күреп, һәр мәленең ҡабатланмаҫ булыуын аңлап үҫтерҙем улымды. Әле лә үҙем дә, апайҙары ла тупылдатып яратып ҡына торабыҙ, әммә Айбулат яйлап балалыҡ осоронан сыға бара. Элек радио-телевидениела яңғыраған йырҙарҙы отоп алып, эй ихлас йырлай торғайны, хәҙер ул шөғөлөн дә ҡуйҙы, ояла, тартына башланы. Шулай ҙа эштән арып ҡайтып ингән саҡтарымда, «әсәй, һағындым, мин һине ныҡ яратам», – тип ҡосаҡлап алыуҙары йәнемә ял, күңелемә дауа булып яғыла».
Улы тыуыуы йырсының ижадын яңы бер нур менән балҡыта. Билдәле йырсылар Фәрүәз Урманшин, Филүс Ҡасимов менән башҡарған һоҡланғыс дуэт­тары күптәрҙең күңеленә хуш килде. Мәҫәлән, «Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр» үҙе бер легендаға әйләнде. «Фәрүәз менән башҡарған был йырҙан, дөрөҫөн әйткәндә, ялҡып та киттек. Бер мәл концерттарҙа уны репертуарға индермәй башланыҡ, әммә башҡарыуыбыҙҙы һорап залдан мөрәжәғәт итәләр. Халыҡ яратҡас, йырламай сара юҡ», – тип йылмая Резидә ханым. Тап ошо осорҙа үҙе лә көйҙәр яҙа башлай. Башта был шөғөлөн халыҡҡа танытырға уңайһыҙлана, үҙе йырлағанда ла авторын әйтмәүҙе хуп күрә. Бөгөн Резидә Әминеваның йырҙарын ижадташ дуҫтары ла бик теләп башҡара.
Бына шулай, оҙаҡ йылдар дауамында радиола музыкаль мөхәррирлек эше менән йыр сәнғәтенә хеҙмәт итеүҙе бер ҡатар алып бара Резидә Рәүеф ҡыҙы. «Сәхнәнән ситләшеп торған мәлемдә, сәнғәт минһеҙ ҙә йәшәй бит, тип уйлай торғайным. Бер мәл шуны аңланым: ҡасандыр күңел талабым ҡушыуы буйынса ошо өлкәне һайлағанмын, Хоҙай Тәғәлә моң тигән илаһи тылсымдан миңә лә өлөш бүлеп биргән икән, тимәк, йырларға тейешмен. Әммә әрһеҙләшмәйем, тамашасымды ялҡытҡым, бер көнлөк йырҙар менән биҙҙергем килмәй. Үҙ баһамды белеп, үҙ юлымдан барам», – ти йырсы. Ысынлап та, Резидә Әминеваның ижадына ла, булмышына ла тыйнаҡлыҡ тигән матур сифат хас. Ундайҙар ялтырауыҡ данға ҡыҙыҡмай, шаулы шоуҙарға ылығып бармай, ә тыныс ҡына сәнғәт тигән һоҡланғыс та, ҡатмарлы ла донъяға фиҙакәр хеҙмәт итә.
Йырсы ижадташ дуҫтары менән бергә ҙур концерттар ҙа ойоштороп ала. Был – ижадыңа үҙенә күрә байҡау яһау, эштәреңде барлау сараһы ла, ти ул. Әле лә Резидә ханымдың ошондай хәстәрҙәр менән янып йөрөгән сағы. «Хистәремде әйтеп бирер өсөн...» концертында танылған йырсылар Фәрүәз Урманшин, Филүс Ҡасимов, Роза Аккучукова, Венера Рәхмәтуллина, Хәсән Усманов, Флёра Шәрипова, Рауил Харрасов, бер туған һеңлеһе Зәбирә Әминевалар ҡатнашыуы көтөлә.
«Үҙ юлымдан барам...» – тине әңгәмә барышында Резидә ханым. Ысынлап та, йыр сәнғәтендә уның үҙе ярған юлы, үҙ тауышы, үҙ тамашасыһы бар, һәм ошо сихри донъяла ул иҫ киткес бәхетле.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

"Башҡортостан ҡыҙы" №1, 2017

Читайте нас: