+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
29 Июнь 2021, 15:21

Ҡыпсаҡ ҡыҙы Вәғиҙә

Йылайыр районында тәбиғәт ҡосағына һыйынып ҡына ултырған матур бер ауыл бар. Ул – Йомағужа, ә халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлә. Татыу, эшһөйәр, асыҡ күңелле, туған йәнле халыҡ йәшәй унда.

Вәғиҙә Фазылйән ҡыҙы Солтанғолова – Ҡыпсаҡ ҡыҙы. Бәләкәйҙән сылтырап аҡҡан Һаҡмар һыуын кисеп, Йылайыр йылғаһы менән Һаҡмар ҡушылған ерҙә һыу инеп, эре аҡ таштарына ятып, хыялдар ҡорорға яратҡан ҡыҙҙың иң ҙур теләге кешеләргә изгелек таратыу, ярҙам итеү була. Ошо нурлы ғына уй уны Сибай медицина училищеһына әйҙәй. Ҡулына диплом алғас, Вәғиҙә Фазылйән ҡыҙын юллама буйынса өс йылға Яңауыл ҡалаһына эшкә тәғәйенләйҙәр. «Йәшлек ҡаламды, тәүге тәжрибә үткән йылдарымды һағынып иҫкә алам», – ти әңгәмәсем. Артабан, белемен камиллаштырырға тип, Өфөгә юллана һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау бүлегенә уҡырға инә. Бер аҙҙан кейәүгә сыға, улы тыуа.
Ҡатмарлы 90-сы йылдар башланып торған ауыр саҡтар. Өҫтәүенә, Өфөлә – фенолға бәйле ваҡиғалар. Шул сәбәпле Солтанғоловтар ғаилә башлығының тыуған яҡтарына, Федоровка районы Оло Сытырман ауылына, ҡайтырға мәжбүр була. Унда Вәғиҙә апай мәктәптә балалар уҡыта, һуңынан, академик отпускыһы тамамланғас, медицина университетынан Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына күсә һәм уны уңышлы бөтөрөп ҡуя. Шул йылдарҙан алып хәҙерге көнгәсә Вәғиҙә апай кешеләрҙең һаулыҡ һағында – әле ул Өфө урта махсус музыка колледжында 20 йылға яҡын шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Эшенә яуаплы ҡараған, балалар һаулығын үҙ иңенә һалған Вәғиҙә апайҙы уҡыусылары ла, коллегалары ла бик ныҡ хөрмәт итә.
Колледжда башлыса ауыл балалары уҡый. Байтаҡтарының исеме бөгөнгө көндә республикабыҙҙа ғына түгел, сит тарафтарҙа ла киң билдәле. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың исемен телгә алыу ғына ла уҡыу йортоноң мәртәбәһен бермә-бер арттыра.
Вәғиҙә апайҙы башҡаларҙан айырып торған төп сифаттарының береһе – уның киң күңеллеге, кешеләргә һәр саҡ ярҙамға ашығыуы. Бөтә туған-тыумасаһын, уларҙың балаларын, яҡындарын, баш ҡалаға үҙ йомоштары менән, дауаханаға тип юлланған барлыҡ таныш-тоноштарын, уҡырға килгән ауылдаштарының балаларын үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған, тел булышлығы ғына түгел, ҡул, матди ярҙам да күрһәткән, төплө кәңәштәрен йәлләмәгән, оло йөрәкле, изге күңелле ханым ул. Баш ҡалабыҙҙың Пушкин урамында урынлашҡан Өфө дәүләт сәнғәт институты ятаҡханаһының бәләкәс кенә бүлмәһендә кемдәрҙе генә һыйындырманы икән уның мәрхәмәтле йөрәге. Бер ваҡыт шулай 10 кеше иҙәнгә йәйелеп ятып йоҡланыҡ, тип көлә ул, үткәндәрен иҫләп. Ә изгелекле, мәрхәмәтле йөрәге уға әсәһе Сәғиҙә Сәләх ҡыҙынан күскәндер, моғайын.
– Элек бит халыҡ бигерәк тә бер-береһенә ярҙамсыл, асыҡ, игелекле булды. Әсәйем ихлас, яҡты күңелле ине, үҙенән башҡаларҙы әүлиәләй күрә торғайны. Беҙҙән бер ҡасан да халыҡ өҙөлмәне. Яңғыҙы өс балаһын аяҡҡа баҫтырһа ла, күпме генә ыҙалыҡтар күрһә лә, күңеле яратыуҙан туҡтаманы, кешеләрҙән биҙмәне, һәр береһенә алсаҡ йөҙөн, йылы һүҙен, ҡайнар сәйен йәлләмәне. Күрше-күләндәре менән матур итеп татыу донъя көттө. Баҡса янындағы эскәмйәһенә ултырыр ҙа урамдан үткән һәр кешене йылмайып сәләмләр, хәл-әхүәлдәрен белешер, яратып-һөйөп ҡалыр, тәҙрәһенән сиртеп кенә төшкө сәйгә саҡырып алыр ине. 80 йәшендә, өйөнә телефон сымы һуҙҙырып, рәхәтләнеп балаларының,туғандарының, ейән-ейәнсәрҙәренең, алыҫтағы ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының хәлен белеп ултырыр, журнал-гәзит биттәрендә яҡын, йә белгән кешеләре хаҡында мәҡәлә сыҡһа, матур итеп ҡырҡып алып, быяла аҫтына һалып, ҡәҙерләп һаҡлар ине. Баланыҡы кеүек саф, инсафлы, асыҡ ине ҡәҙерлемдең күңеле, – ти әңгәмәсем.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: