+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
3 Февраль 2021, 15:43

Тормош ҡәҙере ҡиммәт

Уны беләбеҙ ҙә, белмәйбеҙ ҙә кеүек. Сөнки Зөһрә, шәхес булараҡ, күп яҡлы: йә диңгеҙ, көслө дауыл кеүек көрәшсе, йә уйланыусан, борсолоусан, тәрән фекерле ижадсы. Ә, ғәмәлдә, кем ул Зөһрә Бураҡаева?

– Мин – әҙәби мөхиттә, ижади ғаиләлә үҫкән кешемен. Бала саҡта атайымдың, тылсымлы кабинетына инеп, шунан ҡулъяҙмалар тотоп сыҡҡаны, беҙ йоҡларға ятҡас ҡына әсәйем менән нимәлер шым-шым һөйләшеп, кәңәшләшкәндәре иҫемдә ҡалған. Әсәйемдең ҡулъяҙмалары аш өҫтәленең тартмаһында ята торғайны. «Ваҡыт эҙләмәгеҙ, уйлап йөрөгөҙ-йөрөгөҙ ҙә, саҡ ҡына мөмкинлек сығыу менән ултырып яҙығыҙ», – тип өйрәтә ине ул. Беҙҙең бала саҡ Матбуғат йортонда үтте. Балалар баҡсаһынан, һуңынан 20-се мәктәптән беҙ – бер төркөм балалар – шунда йүгерешеп барыр, кабинеттан кабинетҡа инеп, сәй эсеп йөрөр инек. Кәтибә инәй, Зөһрә апай, Сабир ағай тип йөрөткән кешеләр шул ваҡытта уҡ билдәле әҙиптәр ине. Ә инде атайым вафат булғас, беҙҙең фатирҙа Гөлсирә апай Ғиззәтуллинаның йәшәүе, әсәйгә булышыуы – күҙ алдында әҙибәнең тыуыуы ине...
Әле лә яҙмышым да, йәшәү рәүешем дә ошо әҙәби мөхит менән бәйле. Әсәйемдән, тынғыһыҙ журналист һәм йәмәғәт эшмәкәренән, әҙәби һүҙгә, туған телгә һөйөүҙән башҡа, уларҙың киләсәге өсөн борсолоу ҙа күскән. «Мин әйтмәһәм – кем әйтер? Мин эшләмәһәм – кем эшләр?» – тигән яуаплылыҡ менән үҫтек беҙ.
– Һеҙҙе үҫтергән, тәрбиәләгән мөхит, ысынлап та, ябай түгел. Әсәйегеҙ – яҙыусы, күренекле йәмәғәтсе, милләт әсәһе Мәрйәм Бураҡаева, атайығыҙ – ғалим Диҡҡәт Бураҡаев. Көслө династияны дауам итеүселәр бит һеҙ, Мәрйәм апай Бураҡаеваның ҡыҙҙары...
– Ваҡытында ике көслө кеше – атайым менән әсәйем – төплө ғаилә нигеҙен ҡорған. Ләкин беҙҙең арҡа терәрлек, ярҙам итерлек туғандарыбыҙ булманы. Быны айырыуса атайым донъя ҡуйғас тойҙоҡ. Ҡырҡы ла тулмаған әсәйем, тол ҡалып, барыһын да үҙе йырып сыҡты, үҙ көсөнә генә ышанып йәшәне. Ул бик көслө шәхес, ысынында Ил инәһе. Ундай кешеләр бик һирәк тыуа, тип уйлайым. Көслө шәхес балаһы булыуы еңелдән түгел, әлбиттә. Һәр тарафта сағыштырыу бара, унан төрлө һүҙҙәр ҙә ишетеп ҡуяһың. Әммә беҙ ҙә үҙ юлыбыҙҙы таптыҡ һәм ул – тик шәхсән беҙгә генә ҡағылған юл. Ә төрлө һүҙҙәрҙән өҫтөн булыу – ул әсәйем мәктәбе.
– Тура әйткән – туғанына ярамаған, ти халҡыбыҙ. Айырыуса бөгөнгө заманда ғәҙел, үтә дөрөҫ, тура булыуҙан нисек ҡурҡмаҫҡа?
– Һәр рухлы башҡорттоң – үҙ көрәш майҙаны. Ә мин бәләкәй саҡтан башҡорт батырҙары һәм Бәндәбикә кеүек ил инәләре, тыйылған шәхестәр тураһында ла белеп үҫтем. Әсәйемдең суверенитет өсөн көйөп-янып йөрөүҙәре үҫмер сағыма тура килде. Беҙҙең туралығыбыҙ, гражданлыҡ позициябыҙ яҡшы туғандарыбыҙҙа хуплау таба. Ә инде насар туғандарыма ярамауым өсөн бошонмайым.
Әммә һәр тарафта ла, хатта юғары урындарҙа ла, рухым, халҡым, тип янған кешеләр бар. Мин уларға ышанам.
Урал батырҙың һүҙҙәрен дә оноторға ярамай. Ул – ғүмер буйы дейеү-йыландарға, Ҡатил батшаларға ҡаршы яңғыҙ көрәшкәндән һуң, уландарына:
Ҡулдаш булыр илемдә
Батыр ирҙәр бар ине.
Шулар ҡәҙерен белмәнем,
Батырлыҡҡа маһайып,
Кәңәш ҡороп торманым,
Яңғыҙ башым уйланым,
Уңмаҫ юлды һайланым.
Атай-олатайҙарыбыҙ беҙгә Урал батыр аманаты аша берҙәмлек, кәңәш ҡороп өйрәнеү тураһында әйткән. Беҙҙең эске берҙәмлек әлеге көндө көсәйә бара, бер-беребеҙҙе, батыр, тип хупларға, танырға өйрәндек.
– Милләт, тел буйынса төрлө фекерле кешеләр менән нисек уртаҡ тел табаһығыҙ?
– Беҙ тыумыштан ике теллелек мөхитендә үҫкәнбеҙ, хәҙерге заманда социаль селтәрҙәр, интернет, телевидение арҡаһында ауыл-ҡала сиктәре юйылды. Тик «һау булмаған билингва» тигән күренеш бар. Кеше ике телде бутап һөйләшә, һөҙөмтәлә – башҡорт теле лә юҡ, руссаһы ла самалы ғына. Ошондай белемһеҙлектән, тел ғәриплегенән ҡурҡырға кәрәк. Был донъя кимәлендәге яман күренеш, ул ике, ҡайһы саҡта өс телле ғаиләләргә ҡағыла. Тәү сиратта туған телеңде һаҡлауҙы үҙең өсөн маҡсат итеп ҡуйырға кәрәк. Тел белеү – ул шул телдә фекерләү, фекерҙәреңде еткерә алыу тигән һүҙ.
Был рус теленә лә ҡағыла. Рус теле лә беҙҙең яҡлауға һәм ярҙамға мохтаж.
Минең аралашҡан кешеләрем араһында, дуҫтар-таныштар даирәһендә төрлө милләт вәкилдәре бик күп. Йәш саҡтан уҡ тел, милләт, дин тураһында бик аңлы кешеләр менән генә һөйләшергә, тип әйткән инем. Бәхетемә, ундайҙар бар. Ә ҡайһылары менән сетерекле мәсьәләләрҙе күтәрмәйем, ул файҙаһыҙ бәхәскә китә, араларҙы һыуыта.
Ә былай мин бик бәхетле кешемен, сөнки яҡын фекерҙәштәрем – әсәйем, Таңсулпан һылыуым, Гөлнур апайым, уның ҡыҙы Әмилә бар. Улар – рухташтарым да, ижадташтарым да. Беҙ бер китаптарҙы уҡыйбыҙ, сәнғәт мәсьәләһендә лә фекерҙәребеҙ уртаҡ. Балаларым да үҫеп етте – егерме йәшлек Айназа, ун алты йәшлек Айсулпан ҡыҙҙарым, ун биш йәшлек Юрматы улым – улар ҙа хәҙер минең серҙәштәрем һәм ышаныслы кешеләрем. Заман йәштәренең нимә менән йәшәгәнен мин уларҙан беләм, бик күп нәмәләргә уларҙан өйрәнәм.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: