Артист булырға хыяллана ҡыҙ. Красноусол башҡорт гимназияһында белем тауына тырмашып үрләгән сағы. Яратҡан уҡытыусыһы уның теләген аҙ ғына икенсе йүнәлешкә үҙгәртә – артистарҙың ғаиләһен ҡарарға ваҡыты булмай бит, тип филология йә журналистиканы һайларға кәңәш итә. Республика олимпиадаһында беренсе урын яулаған Светлана автоматик рәүештә БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инеп китә.
Эргәлә генә торған телеүҙәккә битараф ҡала алмай Светлана, зәңгәр экрандарҙың серле тулҡындары, әйтерһең дә, үҙенә тарта ҡасандыр артист булам тип йөрөгән ҡыҙҙы. Уҡып бөткәс тә «Юлдаш» радиоһында алып барыусы булып эш башлай. Иң яратҡан, әле һаман һағындырған тәүге эш урыны ул. Татыу коллектив тиҙ үҙ итә йәш белгесте. «Хеҙмәткәрҙәр иҫ киткес дуҫ йәшәй бында. Был йәһәттән баш мөхәррир Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаеваның роле ҙур. Эш күп, баш күтәрергә лә ваҡыт юҡ ҡай саҡ, шулай ҙа йәштәр йыйылған ерҙә уйын-көлкөгә һәр саҡ урын табыла. Күмәкләп һыу инергә, еләк йыйырға йөрөнөк. Көнөбөҙҙөң ҙур өлөшө эштә үтә бит, шуға ла унда дуҫтарса, туғандарса мөнәсәбәт хөкөм һөрөргә тейеш, тип уйлайым», – ти һәләтле журналист.
Радионан һуң «Туған тел» телеканалына урынлашып, ҡотлауҙар тапшырыуын асып ебәрә. «Йырым һиңә, ҡәҙерлем!» тапшырыуының исеменән башлап барлыҡ нескәлектәрен уйлап табырға, үҙемә алып та барырға тура килде», – тип хәтерләй ул йылдарҙы.
Кейәүгә сыҡҡас, тормош иптәше Марселдең тыуған яғына – Ишембай ҡалаһына ҡайтып китәләр. Бында урындағы телевидениела диктор һәм башҡорт редакцияһы мөхәррире вазифаларын башҡара. Бәләкәсенә бер ай тулғас, «яңылыҡ уҡырға ғына» саҡырып алалар, шулай эшкә тағы башы-аяғы менән сумғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Бер нисә йылдан, ҙур ҡалала балаларға тейешле белем бирергә мөмкинлек күберәк булыр, тигән өмөт менән ғаилә Өфөгә күсә. БЮТ каналдарында эш башлағас, бер-бер артлы икенсе һәм өсөнсө сабыйҙары тыуа. Декрет ялында ла тик ятмай тынғыһыҙ әсә, «Ашҡаҙар» радиоһының, «Ҡурай» телеканалының социаль селтәрҙәге төркөмдәрен алып бара. Үҙ эшен аса. Ә уның башланғысы былай.
Радиола Филүс Ҡасимов менән бергәләп иртәнге тапшырыу һә тигәнсе үтеп китә. «Һеҙҙең менән тура эфир бик ихлас килеп сыға. Алда ҙур мәшәҡәттәр көтә, беҙҙең байрам тантанаһын алып барығыҙсы», – тип мөрәжәғәт итә бер мәл таныш булмаған апай. Ул саҡта тамада һөнәре таралмаған әле. Яңылыҡҡа асыҡ булырға кәрәк, ти үҙенә Светлана һәм тәүәккәлләргә була. Шулай яңы шөғөлө барлыҡҡа килә. Хәҙер был эште яратып башҡара ул. Бер юлы «Сәләм» телеканалында ҡотлауҙар тапшырыуын башлай.
«Һин эшкә байрамға килгән кеүек йөрөйһөң, тиҙәр. Ысынында шулай. Унан кинәнес алам. Һәр геройым ҡәҙерле. Уларҙың үҙ яҙмыштары, хистәре бар. Ҡотлау текстары яҙғанда шул геройҙарымды күҙ алдыма килтерәм дә, «ҡаршыма ултыртып, арҡаларынан һөйөп-һөйөп алам». Яратып яҙам! Һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ йылдарын үткән, башҡа төрлө юғалтыуҙар кисергән геройҙарым өсөн илап та ҡуям. Ә бәхеттәре өсөн ҡыуанам. Йән һөйгән хеҙмәттең башҡаса булыуы мөмкин дә түгел!» Был юлдар – Светлананың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Һуңғы йылдарҙа айыҡ туйҙар, мәжлестәр арта барыуы айырыуса ҡыуандыра уны. «Эсмәгән ҡунаҡтарҙы ҡуҙғатып булмай» тигәндәре менән төптө килешмәй. «Иркенләп, кинәнеп, ихлас байрам итәбеҙ! Саф йөрәктән илап та ебәрәләр, йырлап та!» – ти ул.
Ҡотлаусыларҙың исемен, балаларын, һөнәрен иҫәпкә алып, айырым шиғыр юлдары бағышлай. Алып барыусы – артист түгел, ул табынды көйләп ебәреүсе, ти Светлана. Осрашыуҙан баҙап ҡалған, бер-береһен белмәгән кешеләрҙең тиҙҙән матур итеп аралаша башлауы, күңел асыуы дәртте арттыра. Бар аралыҡты үҙе менән тултырмай, ҡунаҡтарға йырларға ла, бейергә лә, башҡа һәләттәрен күрһәтергә лә мөмкинлек бирергә тырыша.
Байрам үткәреү күп көстө ала. Йөрәгеңде асып һалаһың бит! Төрлөһө була: дәртләнеп, күңел йырлаған мәлдәр ҙә, һығып алынған лимондай булып илап ҡайтҡан саҡтар ҙа...
Күптәрҙең милли туй йолаларын белеп бөтмәүе көйөндөрә. «Килен һөйөү» тигән бик матур йолабыҙ бар. Шуға оҡшатып, «кейәү һөйөү»ҙе уйлап сығарҙылар хәҙер. Был бит төптән дөрөҫ түгел! Халҡыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла ир-аттан алға сығып аҡыл өйрәтмәгән. Кәләш алырға ҡарар иткән икән, егет кеше ғаилә башлығы булырға, уның өсөн яуаплылыҡ алырға әҙерлеген белдерә. Ә бала кеүек күреп, апай-еңгәләрҙең арҡаһынан һөйөп тороуы ир баланың бәҫен төшөрә, минеңсә, – ти Светлана, әсенеп. – Никах мәлендә атай кешенең кейәү буласаҡ кешегә ҡыҙын етәкләп килтереп тапшырыуы ла – башҡа халыҡ йолаһы. Әҙергә хәҙер килтереп тотторолғандың ҡәҙере булырмы? Башҡорттарҙа егет ҡыҙҙы эҙләп, алдындағы һынауҙарҙы үтеп, көс түгеп яулап алған. Туйҙа атай менән ҡыҙҙың талғын бейеүе лә беҙҙеңсә түгел. Асыҡ күлдәк кейгән (ҡыҙғанысҡа, хәҙерге күлдәктәр башлыса шундай) ҡыҙы менән ҡосаҡлашып бейеп йөрөргә атайҙар ҡыйынһына, ҡыҙына ла бик уңайһыҙ. Йолаларыбыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға кәрәк ине».
Халҡыбыҙ йолаларын тәрәндән өйрәнергә теләге көслө уның, шуға ла белемен камиллаштырырға хыяллана. Бәләкәстәре үҫә төшкәс, ул теләген тормошҡа ашырыр әле. Мортазаға – һигеҙ, Нурсолтанға – биш, Мәҙинәгә өс йәш кенә әле. «Эшкә ашҡынып, балаларға тейеш ваҡытты тәләфләргә ярамай, – ти Светлана. – Тәүге сабыйым менән быны аңлап етмәгәнмен – бер айҙан эшкә сыҡтым, ә ҡалғандары менән танһығым ҡанғансы декретта ултырҙым. Һәр баланың үҙенә генә тәғәйен ваҡыты була. Бер мәл генә бит ул бәпес саҡтары, үтә лә китә... Балаларыбыҙ өсөн тәү сиратта үҙебеҙ яуаплы. Ҡолаҡ тешләтеүгә үк барып етмәһә лә, уларҙы яҡшы ғаиләләр менән аралаштырыу, дуҫлаштырыу – беҙҙең бурыс. Йәш саҡта бит, хистәргә бирелеп, аҡылды алға ҡуймайһың, шуға балаларға йүнәлеш биреү кәрәк.
Күп балалы ғаилә булыуҙан ҡурҡмайыҡ. Тормош ысынбарлығын күрә беләйек. Әле төпкөл ауыл балаларының да сит ҡалаларға, хатта икенсе ҡитғаларға уҡырға китергә мөмкинлеге бар. Ғәзиздәребеҙҙе сикләй алмайбыҙ, улар һайлаған юлды ихтирам итергә тейешбеҙ – ҡоштар ҙа бит балаларын осора. Берҙән-бер генә ҡошсоғобоҙ сит илгә китеп, шунда тороп ҡалһа, ни эшләрбеҙ? Күмәк булһалар, ҡайһыһылыр яныбыҙҙа ҡалыр, тигән өмөт бар».
Әсә кешенең уйланыуҙары урынлы. Үҙенең ғәзиздәренә: әсәһе Ғәйшә апайға, атаһы Фәрит ағайға күркәм тәрбиә өсөн мәңге рәхмәтле ул. Ғафури районы Ташбүкән ауылы ҡыҙы дүрт балалы ғәҙәти ғаиләлә үҫә. Ауыл ерендәге барыбыҙға хас булғанса, хеҙмәт тәрбиәһе алып буй еткерә. «Атай-әсәйем миңә тулы ирек бирҙе, теләктәремә ҡаршы төшөп, ҡанаттарымды ҡайырманы», – тиеүендә тәрән мәғәнә ята.
Светлана шиғыр, йыр ҙа яҙа, үҙе йырлай. «Йырға бик әһәмиәт бирмәйем. Күңелемә килгәндә яҙҙырам да онотам. Мин йырсы түгел, йырлаусы алып барыусы. Йырҙың һүҙҙәрен йөкмәткеле итергә тырышам», – ти үҙе.
Әле Светлана донъяларҙың матур яҡҡа үҙгәреүен, тормош иптәше Марселдең Себер яғынан бөтөнләй ҡайтыуын көтә. Вирус ҡотороуы ғаилә башлығын эшһеҙ ҡалдырған, шуға ла ул алыҫҡа китергә мәжбүр булған. Ҡулы оҫта уның, тимерҙән ҡойоп ҡуйғандай әйберҙәр эшләп ҡуя, семәрҙәрен үҙе уйлап таба. Ауырлыҡтар үтер, киләсәктә Марсель дә үҙ эшен асыр, тип өмөтләнәйек. «Ишембайҙа йәшәгәндә шөғөлө буйынса заказдарға ваҡыты ла етмәй ине, ә Өфөлә көнәркәшлек көслө. Ипотека түләр өсөн даими килем кәрәк, әлегә шул ғына икеләндерә. Ир-егеттең уңышында төп терәк – ҡатын-ҡыҙ. Сабыйҙарымдың атаһын был йәһәттән ҡеүәтләргә лә көс табырмын, тип уйлайым. Балаларға үҫкән саҡта атай кәрәк. Ир-егеттәребеҙҙең ғаиләһенән ситтә йөрөүе яҡшы түгел. Аҡылыңды, оҫталығыңды дөрөҫ көйләһәң, бында ла аҡса эшләргә була», – ти Светлана, яҡты уйҙарға бирелеп. Тормошта бит барыһы ла тигеҙ генә бармай. Бөгөн ҡояш көлә, иртәгә күктәрҙе күкрәтеп ямғыр ҡоя... Хоҙай биргәнгә шөкөр итеп, һәр кем үҙе эргәһендәгеләргә бәхет өләшергә ынтылһа, донъя ниндәй матур, нурлы, яҡты булыр ине.