+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
3 Август 2020, 12:45

Шағир ҡатыны Маһиҙә

Шағир уға йомшаҡ ҡына итеп: «Маһиҙә-ә!» – тип өндәшер, Маһиҙәһе шунда уҡ килеп етер ине. Бала кеүек ҡурсаланы ул Шағирҙы. Етемлектә ҡағылып-һуғылып үҫкән, әммә күңел алсаҡлығын, кешегә ҡарата итәғәтлеген, ихтирамын юғалтмаған, бала күңелле ижад кешеһе ине Маһиҙәнең тормош иптәше. Уның яҙған шиғырҙары күберәк тыуған яғын – Баймағын, уның һәр бер ташын, үләнен данлаһа ла, шиғри юлдар теҙмәһендә ҡатын үҙенә арналғандарын да белә һәм ғорурлана. Күбеһенә көйҙәр яҙылып, билдәле йырҙар булып киткән.

Абдулхаҡһыҙ дүрт йыл
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың вафатына сентябрҙә дүрт йыл була, ә июль айында уға 90 йәш тулды.
– Абдулхаҡты иҫләмәгән бер генә көн дә, уны хәтерләмәгән бер генә минут та юҡ. Ул һәр ваҡыт беҙҙең менән йәшәй, – тип һөйләй Маһиҙә Игебаева.
Шағирҙың илһамиәте, тоғро дуҫы, фекерҙәше һәм ғүмерлек тормош юлдашы Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы 43 йыл ғүмерен нәшриәткә бағышлаған, халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев менән улар 66 йыл татыу тормош кисергән. Ижад кешеһенең ҡатыны булыу еңел түгел. Психологтар әйтмешләй, һәр уңышлы ирҙең артында булдыҡлы ҡатын тора бит.
– Мин уның өсөн йәшәнем. Әсә наҙын күрмәй үҫкән малай ине бит ул. «Мин һинең тере сағыңды күрергә тилмерәм» тигән шиғыры ла бар Абдулхаҡтың. Атаһын кулак тип һөргөнгә һөргәндәр, әсәһе вафат булған. Өс малай урам уртаһында ҡалған. Өҫтө-башы, аяҡтары бысраҡҡа ҡатып һоранып йөрөгәндәр. Бөгөн кемдең ҡапҡаһын шаҡырмын, кем ҡатыҡ эсерер икән, тип уйлай торғайным, тип хәтерләй ине ағайың. Шуға ла мин уға әсә лә булырға тырыштым, ҡурсаланым, уның ижадына һәр яҡлап ярҙам иттем. «Мин, Маһиҙә, һинһеҙ тын да ала алмайым. Мине бер үк ҡалдырып китмә», – тиер ине. Эй, Абдулхағым, мин ҡалдырмам, һин китеп барма, тиһәм дә, ул алдан китте... Абдулхаҡһыҙ дүрт йыл... Һәр көн уны хәтерләүҙән, ҡыҙым Фәниә менән уның мәҙәктәрен иҫкә төшөрөп һөйләшеүҙән башлана.
«Өфөлә таныштыҡ»
Маһиҙә Игебаева хәҙерге Күгәрсен районының Үрге Сорғояҙ ауылында тыуып үҫкән. Иҙел буйында урынлашҡан ике урамлы бик матур ауылдарҙың береһе ул. Маһиҙә тыуыр алдынан уның ике ҡыҙ туғаны сабый сағында вафат була. Шуға ла ҡыҙыҡай ғаиләлә көтөп алынған, яратҡан бала иҫәпләнә. «Иҫ белгәндә беҙҙең алты мөйөшлө, башы ҡыҙыл ҡалай менән ябылған, ике соланлы өйөбөҙ бар ине», – ти героиням.
Ә ғүмерлек тормош юлдашы Абдулхаҡ менән танышып китеүен, үҙе бер әкиәт инде, тип хәтерләй Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы.
10-сы класҡа уҡырға барырға тейешле ҡыҙҙы көтмәгәндә Өфөгә интернатҡа барырға «димләй» башлайҙар. Шулай итеп, ике ҡыҙ баш ҡалаға уҡырға юллана. Ҙур ҡалаға килеп төшкәс, ҡыҙҙар элекке Сталин һәм Гоголь урамдары киҫешкән ерҙәге аҡланға, ҡулдарындағы төйөнсөктәрен сисеп, ял итергә ултыра. Шул мәлдә алдарына ҡып итеп ике егет килеп баҫа. Егеттәр ҡыҙҙарҙан уны-быны төпсөнә башлай.
– Ләкин беҙгә сит кеше менән һөйләшмәҫкә ҡушып ебәргәстәр, ауыҙыбыҙға һыу алған кеше һымаҡ тик ултырабыҙ. Шунан былар, ҡыҙҙар телһеҙ икән, тип көлөшә-көлөшә китеп барҙылар. Интер­нат ашханаһына инһәк, баяғы икәү шунда ашап ултыра. Улар пединституттың етем студенттары икән, стипендия алғансы шунда туҡланып йөрөргә тейеш булғандар. Береһе – Шәриф Йәнбәков, икенсеһе Абдулхаҡ Игебаев ине. Танышлыҡ шунан башланды. Дуҫлаштыҡ, шунан мөхәббәт уянды. Шиғыр яратҡан кеше булараҡ ни, уның бар ижады ла күңелемә ятты. Тауышы моңло, һөйләгән һүҙе татлы ине...
«Күкрәк көсө менән мал таптыҡ...»
Абдулхаҡ Игебаев күп кенә мөхәббәт шиғырҙарын хәләле Маһиҙәгә арнаған. Ғаилә тормошо ауырлыҡ менән башлана. Мостай Кәрим әйткәнсә, Абдулхаҡ ғүмере буйы күкрәк көсө менән мал тапҡан шәхес булып ҡала. Уның тормош рәүеше лә ғүмеренең аҙағынаса ябай шарттарҙа, бәләкәй фатирҙа үтә. Бала сағында хәйер һораһа ла, һуңынан әҙип «ишектәр ҡағырға» яратмай, хатта юлда, осраҡлы табылған аҡсаны ла ул алмай ине, тип хәтерләй яҡындары.
Ҡыҙҙары Фәниәгә ни бары ун ай тигәндә, насар тормош шарттарында йәшәгән йәш ғаиләгә бәлә килә. Маһиҙә ҡаты ауырып китә. Ҡатынын шифаханаға ебәрергә лә аҡсаһы булмай шағирҙың. Абдулхаҡ, яңы ғына алынған берҙән-бер сифатлы пальтоһын һатып, путевкаға аҡса өҫтәй.
– Шуға күрә ғүмер буйы һаулығымды һаҡларға тура килде. Артыҡ ҡояшҡа сығыуҙан, ҡыҙы­ныуҙан тыйылдым. Бар нәмәне еңелсә генә ҡулландым, самалап ашаным. Һаҡланғанды Аллаһ Тәғәлә, үҙем һаҡлармын, тигән бит. Май айында миңә лә 90 йәш тулды.
Бәхетле яҙмышлы шағир
Абдулхаҡ Игебаевтың вафаты ла күҙ асып йомған арала булды, ти Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы. Кис көнө һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, ә иртәгәһенә шағир ауырымай-һыҙланмай ҡапыл китеп бара.
– Үҙенең ҡәҙерен белеп, баһалы сағында баҡыйлыҡҡа күсте. Бөтә булған юғары исемдәрҙе алды, ҡәҙерле булды. Баймағым, тип үлде, ҡояштың сағыуы, уныңса, тик Баймаҡта ғына, ҡоштарҙың матуры, үләндең һутлыһы, тауҙарҙың мәғруры тик Баймаҡта ғына ине. Бөгөн баймаҡтар уны хәтерләйме икән? Абдулхаҡ Игебаевты, совет әҙәбиәтенә лайыҡлы һалдат килде, тип ҡаршы алдылар һәм ул шулай лайыҡлы китте лә. Мин дә зарланмайым тормошома. Ауыр саҡтар ҙа, араға инеүселәр ҙә күп булды. Ләкин бер-беребеҙгә булған ихтирамыбыҙ һүрелмәне. Хәҙер беҙҙең төп бурысыбыҙ – Абдулхаҡ Игебаевтың ижадын мәңгеләштереү, – ти шағирҙың тоғро тормош иптәше.
Бөгөн шағирҙың эш кабинетында уның яҡындары – ҡатыны Маһиҙә, ҡыҙы Фәниә – әҙиптең ижадын бер бөтөн итеп туплау эше менән мәшғүл. Томдар әҙерләй улар. Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙына был эш ят түгел. Нәшриәттә эшләгән осоронда ул – «Башҡорт халыҡ ижады»ның 17 томын әҙерләгән кеше. Баҫма – минең ғорурлығым, ти. Әҙиптең ҡыҙы Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙы – философия фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт аграр университетында студенттарға белем бирә, әллә күпме ғилми хеҙмәттәр авторы.
Ҙур әҙип тормошҡа уны тәү күргән сабый күҙе менән баға, тигән совет яҙыусыһы Константин Паустовский. Был һүҙҙәр халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың булмышын билдәләй кеүек. Сабый күңелен һаҡлаған ҙур әҙип, ә уның янында һәр ваҡыт оло йөрәкле, сабыр, түҙемле ҡатыны Маһиҙә булған – шағирҙың ғүмерлек мөхәббәте һәм ижадҡа илһам биреүсеһе...
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: