«Әсәйем таң һарыһынан һандуғас моңон тыңларға уята торғайны. «Ниндәй ҡөҙрәттәр менән бәләкәй генә ҡош эсенә шул ҡәҙәр моң һыя?» – тип хайрандар ҡалам. Өмөт, һөйөү, йәшәү тантанаһы – мең яңғырашлы ноталар ғаләмгә оса, әйтерһең, һандуғас ысыҡҡа хәтлем донъяны йырға күмеп ҡалырға талпына», – ти Гөлнур. Тылсымлы ҡош телдәре уның йәненә күсеп, булмышын биләгән, күрәһең.
...Бормалы Дим, ҡараш етмәҫ зөмрәт туғайҙар, күләгәһе менән көн ҡайнарлығынан ауылды ышыҡлаусы Көнаҙы тауы. Уның итәгендәге Ҡунҡаҫ ауылы боронғолоҡтоң иң матур ҡанундары һаҡланған бер донъя була.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделбарый Иҙрис улы һәм Рәшиҙә Ғәбделғәзиз ҡыҙының ғаиләһендә ете бала үҫә. «Заманына күрә, етеш йәшәнек. Атайым да, әсәйем дә бик тырыш ине. Ауылдағы тәүге телевизорҙы беҙ алдыҡ. Өй түрендә мандолина, гармун булды. Дебет кәзәһе, ҡуян тоттоҡ, ҡышын ҡулыбыҙҙа – мамыҡ бейәләй, башыбыҙҙа ҡабарып торған шәл ине. Дим аша күрше Илсеғолға йөрөп уҡыныҡ. Ғаиләләге ете баланан бөгөн икәү генәбеҙ...» – тип хәтер ебен һүтә Гөлнур Барый ҡыҙы. Үҙен ҡурсаулы, ҡанатлы иткән бала саҡ иленә ул күңеле менән ғүмер буйы һыйынасаҡ:
Йән иретер шундай ил бар, имеш.
Иртә-кисе ҡоштар һайрауына,
Был матурлыҡ һис бер үтмәҫ кеүек...
...Аҡ толпарҙай елеп, йылдар уҙасаҡ. Моңға ғашиҡ ҡыҙ йөрәген төбәктәге иң оҫта гармунсы – Миәкә районы Ерекле ауылының Хәниф тигән егете яулаясаҡ.
Арғымаҡ ине, – тип хәтерләйәсәк һуңынан шул бәхетле миҙгелде Гөлнур. Бөткөһөҙ мәшәҡәттәр, хисапһыҙ шатлыҡтар, ҡатмарлы һынауҙар менән тулы тормош юлында ижад Гөлнур өсөн күңел бушатыр тоғро дуҫына әйләнә. Бәхеттәрҙең иң олоһон кисереп, өс балаға ғүмер бүләк иткәс яралған йөрәк йырҙары һәр әсәнең кисерештәренә ауаздаштыр.
Торналар көньяҡҡа осҡанда,
Аҡҡоштар күк йөҙөн ҡосҡанда,
Йондоҙҙар балҡытҡас Ҡош юлын,
Был донъяға, балам, һин тыуҙың.
Аҡ ҡайындар кейенде алтындан,
Ялҡындай балҡыны уҫаҡтар,
Һин, бәпес, һыйындың ҡосаҡҡа... – Ҡөҙрәтле был һүҙҙәр баш балаһы Рөстәм өсөн урғылһа, түбәндәгеләре – Гөлнараһына төбәп яҙылғандарҙан:
Күктә фәрештәләр бәпестәрҙе
– Мин әннәгә булам, әннәгә, – тип,
Һин өндәшкәнһеңдер иң тәүҙә...
...Һандуғас йырламай тора алмаған кеүек, Гөлнур яҙмайынса йәшәй алмай. Ләкин шиғырҙарының баҫылыуы, уларҙы китап итеп сығарыу уның өсөн мөһим түгел. Балалары иһә икенсе төрлөрәк уйлай. Әллә нисә шиғырын көйгә һалған улдары. «Парлыларға», «Туй йыры», «Айлы кис» тигән йырҙарҙы бигерәк тә яратып башҡаралар. Яҡын арала Рөстәм, Гөлнара, Нияз, әсәһенең бөтә ижадын йыйынтыҡ итеп туплап, исем туйы үткәреүҙе маҡсат иткән. Гөлнур Ғиззәтуллинаның йондоҙло минуттары, тимәк, алда әле!
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2020) һанында уҡығыҙ.