+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
23 Март 2020, 17:05

Валентина Гагарина – ҙур шәхес, тоғро ҡатын һәм әсә

Ер йөҙөндәге беренсе космонавт Юрий Гагариндың 85-се йәше менән барған ҡатыны Валентина Гагарина ошо көндәрҙә арабыҙҙан китте. Был ауыр ваҡиға уның барлығын күптәрҙең яңынан иҫенә төшөрҙө, юғиһә, онотҡайнылар, ә йәштәр шундай кеше менән замандаш булыуын хатта белмәүе лә ихтимал. Ошо хәл үтә лә баҫалҡы ҡатын хаҡындағы иҫтәлектәрҙе барларға мәжбүр итте.

Бер ваҡытта ла күкрәк ҡағып йөрөмәгән, телевидение-баҫмаларҙың күп һанлы геройы булмаған, хатта депутатлыҡҡа ынтылмаған Валентина Ивановна Гагарина ниндәйерәк кеше булды икән, тигән фекер тыуҙы.
Уның үлеменә бәйле социаль селтәрҙәрҙә бихисап фотолар, мәҡәләләр донья күрҙе. 50-60-сы йылдарҙа төшөрөлгән фоторәсемдәрҙән беҙгә бәхетле Гагариндар ғаиләһе, матур йәштәр ҡарай. Ул ваҡыттағы барлыҡ совет кешеләре кеүек үҡ ябай, күркәм ғаилә.
Ваҡыт үтеү менән шуға инанаһың, легендар кешенең ҡатыны булыу Валентинаға ҙур яуаплылыҡ өҫтәгән, әлбиттә. Тик уны лайыҡлы күтәрә белгәндәр бик һирәк.
Юрий менән Валентина 1957 йылда, беҙгә күрше генә Ырымбур ҡалаһында өйләнешә. Сөнки Валентина Ивановна тап ошо ҡалала тыуып үҫә. Ҡыҙ фамилияһы Горячева, атаһы ашнаҡсы булып эшләй, әсәһе – өй хужабикәһе. Ике ағаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Валентина медицина йүнәлешендәге һөнәр үҙләштерә, ә Юрий Гагарин Ырымбур осоу училищеһын тамамлай. Йәштәр шунда таныша. Өйләнешкәндән һуң, бер нисә йылдан уларҙың Елена һәм Галина исемле ҡыҙҙары тыуа.
Ә был ғаиләне бөтә ер йөҙөнә билдәле иткән ваҡиға 1961 йылдың 12 апрелендә була. Юрий Гагарин орбитаға осҡан беренсе космонавт булып таныла. Ғаилә дан-шөһрәткә күмелә. Уларҙы төрлө рәсми сараларға саҡыралар, Юрий Алексеевич менән Валентина Ивановна илдең беренсе кешеләре менән генә аралаша, рәсми осрашыуҙарҙа хатта табын бүлешә. Фотола уларҙы Никита Хрущев, уның ҡатыны Нина Петровна эргәһендә, Кремлдең Яңы йыл балында һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа күрергә мөмкин. Валентина ­– Никита Хрущевтың тәҡдиме менән, беренсе космонавтың ҡатыны булараҡ, Ленин ордены менән бүләкләнә. Уларҙың ябай ғына фатирҙарына яҙыусылар, хәбәрселәр, артистар килә, ураған һайын интервью алалар, телевидениеға төшөрәләр, радиоға саҡырылар. Ә Юрий Алексеевичҡа эш күбәйә, ул рәсми сараларға йөрөй, сит илдәргә сыға. ғаиләһенә ваҡыты ла ҡалмай.
Ҡапыл төшкән дан йәштәрҙе үҙгәртә алмай, күрәһең. Улар һәүетемсә тормош менән йәшәүен дауам итә. Юрий Алексеевич элеккесә осоу һынауҙарын үткәрә...
Тормош иптәше һәләк булғанда Валентина дауаханала ятҡан була. Көн элгәре Юрий Гагарин уға килеп: “Бына һауығып сыҡһаң, берәй ергә, төпкөлгә китербеҙ, урманда палатка ҡороп, йылға буйында балыҡ тотоп, уха бешерербеҙ, усаҡ яғырбыҙ”, – тип йыуатып китә. Шунан башҡа ул ирен күрә алмай.
Юрий Гагарин һәләк булғас, Валентина: “Ул үҙенең яратҡан күгенә китте”, – тип әйтә. Уға ни бары 32 йәш була.
Шул көндән Валентина Ивановна киң даирәгә сыҡмай, бер кем менән аралашмай, интервью бирмәй. Тик 1980 йылдарҙа, беренсе кешенең йыһанға осоуона 25 йыл тигәндә, “108 минут һәм бөтә тормош” тигән китап сығара.
Ул элеккесә Мәскәү өлкәһенең Йондоҙло ҡаласығында йәшәүен дауам итә. Уларҙың тәүге алған фатиры, 4-се ҡатта була. Уның тәҙрәһенән Юрий Гагаринға ҡуйылған һәйкәл күренеп тора. Иренән ҡалған барлыҡ байлыҡ – ике фатир, иҫке генә “Волга” автомашинаһы һәм югослав гарнитуры. Тол ҡатын Мәскәүҙәге фатирына күсеп тормай. Уның яуабы былай була: “Әгәр ҙә беҙ баш ҡалаға күсһәң, минең ҡыҙҙарыма иғтибар көсәйәсәк. Ә бында, космонавтар ҡаласығында барыһы ла бер тигеҙ, барыһы ла Советтар Союзы Геройҙарының балалары”.
Валентина Гагарина: «Фатирҙа тыныс... Мин бер үҙем һәм һаман нимәлер көтәм... Уның башҡа бер ҡасан да килмәйәсәген, өйгә инеп ҡыуаныстар менән бүлешеп, тынысландырмаясағын белһәм дә һаман да бер мөғжизә көтәм... Бына ишектәге ҡыңғырау шылтыраны. Балалар: “Атай ҡайтты!”– тип ҡысҡырышып ишеккә ташлана. Мин дә ишек төбөндә таныш тауышты ишетермен кеүек. Ләкин бер-ике минут ваҡыт үтә, яуап юҡ. Тик тыныслыҡ. Оҙон-оҙаҡ, һағышлы тынлыҡ.....” – тип яҙа үҙенең китабында.
Ниндәй ғазаплы минуттар кисергән ҡатынды аңлауы ҡыйын түгел. Башҡа ул тормошҡа сыҡмай, иренә тоғро ҡала. Ике ҡыҙын үҫтерә, унда-бында күренеп тә бармай, рәсми сараларға ла йөрөмәй тиерлек.
Валентинаның тыуған көнөндә, йыл һайын уға раузалар тотоп Валентина Терешкова килә. Йыһанға ҡағылышы булған ике ҡатын нимә хаҡында һөйләшкәндәрҙер, уныһы ҡараңғы. Был иһә Валентина Ивановнаның ябыҡ тормош алып барыуына бәйлелер, күрәһең. Ул 2011 йылда Рәсәй Космонавтика федерацияһының Гагарин ордены менән бүләкләнә, Мәскәү өлкәһенең почетлы гражданы тигән исемгә лайыҡ була.
Юрий һәм Валентина Гагариндарҙың ике ҡыҙы – Елена менән Галина йәмғиәткә кәрәкле кешеләр булып үҫеп, буй еткерә. Елена – “Мәскәү Кремле” музейының генераль директоры, Галина – профессор дәрәжәһенә етә. Валентина Ивановнаның ике ейәне бар – Екатерина һәм Юрий. Гагариндарҙың ғаилә традицияһы – һәр йылды Юрий Алексеевичтың тыуған көнөндә Йондоҙло ҡаласығындағы фатирҙа йыйылыу. Өҫтәл артында улар легендар аталары, ҡарталарының тормош юлын хәтергә төшөрөр булған.
Валентина Гагарина вафат булғас, уның хаҡында, легендар шәхестең лайыҡлы ҡатыны, тип яҙҙылар. Тормош иптәше хаҡындағы иҫтәлектәрҙе ғүмеренең аҙағынаса таҙа, саф итеп һаҡлаған һәм үҙен һәр тарафта ла әҙәпле, ябай итеп тота белгән Валентина халыҡ яғынан бындай юғары баһаға һис һүҙһеҙ лайыҡ. Рәсәй халҡы өсөн Юрий Гагарин ни тиклем бөйөк булһа, уның Валентинаһы ла иренең исеменә бер генә тап та төшөрмәгән. Иренән ҡалып, ул 53 йыл яңғыҙ йәшәгән. Үҙ яҙмышын лайыҡлы ҡабул иткән ғорур Валентинаның тормошо үҙе бер батырлыҡ түгелме ни?
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: