+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
8 Октябрь 2019, 18:24

«Ғүмер бер генә!..»

Яратҡан эшең бер мәл ҡәнәғәтлек килтермәй башлап, йылдар буйы көн дә уны башҡарыуҙан толҡа тапмайынса, йәнең ҡайҙалыр талпынғанда, ни эшләргә? Был кисереш байтаҡ кешегә таныш. Ләкин күнегелгән мөхитте, оҫталыҡ туплаған һөнәреңде, бер туғандай яҡынға әйләнгән хеҙмәттәштәреңде ҡапыл ташлап, билдәһеҙлеккә атлау һәм таныш булмаған өлкәлә өр-яңы сифатта балҡыу өсөн йөрәк кәрәк. Иглин районы Иглин ауылында йәшәүсе Зөлфиә Исмәғилева – шундай ҡыйыу йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.

…Күҙ күреме етмәҫ офоҡтарға ын­тылып, кәртәнән сыға алмайынса сапсып-үрәпсегән арғымаҡҡа оҡшата үҙенең ул сағын. Ошо осор уның икенсе бәпес табыу теләге менән янған, тик табиптар сабыр итергә ҡушҡан ваҡыт менән тап килгәнгәме икән, күңелендә бер уй бөрөләнә лә тынғы бирмәгән хыялға әйләнә: «Балалар менән эшләргә теләйем!» «Шул уйҙы ысын итһәм, үрһә­ләнгән арғымаҡтай йәнемә ял ал­ырмын һымаҡ тойолдо», – ти ул. Ялҡынлы ниәтен ире Илнур ҙа хуплай. Ә Зөлфиәнән бер йәшкә генә оло апаһы, Сибайҙағы «Урал аръяғының эшлекле донъяһы» ойошмаһы етәксеһе Әлфиә Насретдинованың: «Ғүмер бер генә! Хыялды әле, көс-ғәйрәтең ташып торғанда, тормошҡа ашырмаһаң, ҡасан?!» – тиеүе иһә оҙаҡҡа һуҙмайынса аныҡ маҡсаттар ҡуйыуға этәргес бирә. Бөгөн Иглинда гөрләп эшләүсе «Балалыҡ һәм ғаилә» төбәк үҙәге шулай барлыҡҡа килә.
Зөлфиә, ойоштороу мәшәҡәттәренә туҡталып тормайынса, уға ҡанат ҡуйған тәүге уңыштары менән уртаҡлаша. Үҙәк киләсәктә бер нисә йүнәлеш буйынса эшләйәсәк. Башта уҡ асылған моделдәр студияһы, моғайын, артабан да төп йүнәлеш булып ҡалыр. Унда әле 5 йәштән 15 йәшкәсә, 16 йәштән 20 йәшкә тиклемге ике төркөмдә 25 ҡыҙ шөғөлләнә.
…– Килбәтһеҙ өйрәк бәпкәләренең күҙ алдында кескәй аҡҡошҡа әйләнеүен күреүҙән, үҙемдең дә шул мөғжизәгә ҡатнашлығым барлығын белеүҙән әйтеп бөткөһөҙ кинәнес алам, – ти Зөлфиә Рауил ҡыҙы.
Ни өсөн ул матурлыҡ тәрбиәләүгә баҫым яһарға булған? Сөнки, уныңса, күп ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙың төп бәләһе үҙен баһалап еткермәүҙән килә, подиум иһә ҡыҙҙарға, эске матурлыҡтарын балҡытып, гүзәл икәндәрен тойорға ярҙам итә, ышаныс өҫтәй. «Барлыҡҡа килгән был тойғо уларҙы ғүмер буйы ҡалҡандай көс булып оҙатып барасаҡ», – ти ул.
…Студия мартта асылһа, тәүге күр­һәтмә сығыштар апрелдә үк ойошторола. Тиҙҙән ике ҡыҙсыҡ республика кимәлендә үткән «Бәләкәй һылыуҡайҙар» конкурсында призлы урындарҙы яулай. Ә август аҙағында уҙған мода күрһәтеү байрамы тотош район тормошонда иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнә. Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанға йыйылған халыҡ ҡыҙыл келәм буйлап уҙған кескәй гүзәлдәрҙең ысын моделдәй ҡупшы атлауына, образға инеп, оҫта сығыш яһауына ихлас тамаша ҡыла. Был көндә урындағы дизайнерҙар тәҡдим иткән кейем өлгөләре араһында бигерәк тә заманса милли күлдәктәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
…Үҙәк хужабикәһенә әле бер тин дә табыш килтермәй. Ата-әсәләр индергән аҡса фитнес-клубта зал арендалауға, Өфөнән йөрөп эшләүсе белгестәр хеҙмәтенә түләүгә китеп тора. Бәлки, киләсәктә ниндәйҙер төшөм инер. Ләкин Зөлфиә уны үҙмаҡсат итеп ҡуймай. Йәшәрлек килемде төп һөнәренән ала: юриспруденция тулҡынынан төшөп ҡалырға теләмәгән өлгөр ҡыҙ Өфөлә автосалонда юрист булып та эшләй. Ә үҙәк – уны илһамландырған, ижади эҙләнеүҙәргә әйҙәгән, ғәмле һәм сәмле иткән, йөрәгендәге осҡондо ялҡынға әйләндергән урын.
«Тормош юлы буйлап йөрәгеңә ҡәҙерле кеше менән атлау, ғүмереңде күңелгә ятҡан эшкә арнауҙан тыш, бәхет өсөн тағы бер нәмә мөһим, – ти ул, – йәшәгән урыныңдың, ҡорған ояңдың йәнгә яҡын булыуы». Байтаҡ ваҡыт кеше фатирында көн иткән йәш ғаилә, туғандарының кәңәшен тыңлап, бура килеш ҡыйығы ябылған өй һатып ала. «Бөтә эште үҙ ҡулыбыҙ менән башҡарып, ҡурсаҡ өйө һымаҡ төҙөп бөтөп ҡуйҙыҡ. Ләкин ни ғәләмәт: күскән ваҡытта тупһаһын атлап үтеү менән тамсы ла йән тартмауын тойҙом. Аңлата алмаҫлыҡ хискә буйһоноп, шул уҡ көндә әйберҙәрҙе кире тейәп сығып киттек һәм тиҙҙән һатып та ебәрҙек. Ирем Илнур – һөнәре буйынса төҙөүсе, үҙ йортобоҙҙо икәүләшеп башта хыялыбыҙҙа ҡорҙоҡ. Яйлап уның проектын эшләнек, күпме кирбес китәсәген бөртөкләп һананыҡ. Теп-теүәл ике йылдан 200 квадрат метрлы ике ҡатлы йортобоҙҙо күтәрҙек. Һәр кирбесен үбеп кенә һалғанғалыр, өйөмдө шул тиклем яратам. Йүгереп-йүгереп бүлмәләрен йыйыштырыу ҙа, ишек алдын мең төрлө сәскәгә күмеү ҙә һис мәшәҡәт түгел. Донъяға бәләкәй тәҙрәләр аша ҡарағым килмәйенсә, ун туғыҙ оло тәҙрә ҡуйҙырғайным. Уларҙы рәхәтләнеп, шатлана-шатлана йыуам!» – тип һөйләй ул.
Әҙәм балаһына ғүмерҙең ҡабатланмаҫ – бер генә бирелгән бүләк булыуын белгәнгә, йөрәк тауышын тыңлап йәшәй Зөлфиә. Ҡалыптарҙан азат зиһенле һылыу ҡабыҙған йондоҙҙарға һоҡланыр көндәребеҙ алда әле, тип ышанабыҙ.

Иглин районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: