+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
31 Май 2019, 13:05

Ул тормошҡа ғашиҡ

Гүзәллек бәйгеһендә еңеү – Вильнара Йәнтүринаның бала саҡ хыялы. Быйыл ул «Урал аръяғы һылыуы – 2019» конкурсында ҡатнашып, 14 һылыуҡай араһында Гран-приға лайыҡ була.

Межгорье ҡалаһында йәшәүсе Зарифа Кинйәбай ҡыҙы һәм Велор Көмөшбай улы Янбаевтар ғаиләһендә ижад ғәли йәнәптәре хөкөм һөрә: әсә кеше режиссер булһа, ғаилә башлығы – элекке хеҙмәт уҡытыусыһы, ағас эше оҫтаһы. Шуға ҡыҙҙарының сәнғәтте яратыуы һис тә генә осраҡлы түгел. Ул музыка мәктәбендә фортепианола уйнарға өйрәнә, аҙаҡ хореография бүлеге асылғас, шунда күсә.
Бәләкәйҙән бейеүгә ғашиҡ ҡыҙ Өфөлә Рудольф Нуреев исемендәге башҡорт хореография колледжын тамамлай. 2008 йылдан алып ҡаланың «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә солист, уңышлы эшләп йөрөй.
Бөгөнгө көндә Вильнара үҙ ғаиләһе менән баш ҡалала төпләнгән. Иптәше Нәсим менән 9 йәшлек улдары Булатты тәрбиәләйҙәр. Уның яратҡан шөғөлдәре – футбол һәм спорт бейеүе. Йәнтүриндар әүҙем ялды хуп күрә: йәй тәбиғәткә сығыу, йылғанан кәмәлә йөҙөп төшөү менән ял ваҡыттарын үткәрһә, ҡышын саңғы һәм сноу­бордта шыуыу өсөн йыш ҡына Абҙаҡҡа барырға ярата.
– Эш буйынса гастролдәр менән Рәсәй һәм сит илдәр буйлап йөрөргә тура килә. Ошо ваҡытта атай-әсәйем, ҡәйнәм Миңлегөл Вәкил ҡыҙы һәм ҡайным Мәүлиәр Миңнулла улы – ҙур таяныс, – ти, рәхмәтен белдереп, Вильнара.
Матурлыҡты нисек һаҡларға, тигән һорауыма, дөрөҫ туҡланырға, бер нимәгә ҡарамай, көн һайын бейеү йәки спорт менән шөғөлләнергә, тип яуаплай Вильнара. «Иң мөһиме – үҙ өҫтөңдә эшләү. Китап уҡыу, театрға йөрөү, туған телде белеү ҙә кәрәк был тормошта».
«Гүзәллек бәйгеһенә килгәндә, беҙ өс бүлә көс һынаштыҡ: тәүҙә үҙебеҙ хаҡында һөйләнек, һуңынан ижади һәләттә көс һынаштыҡ, сәхнәлә дефиле күрһәттек. Сәхнәгә беренсе тапҡыр сыҡҡан ҡыҙҙар өсөн конкурсҡа әҙерләнеү осоро мөһим булғандыр. Бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе яҡындарыма, бәйгене ойоштороусы Наил Сырлыбаевтың продюсерлыҡ үҙәгенә рәхмәтемде еткерәм», – тине Вильнара.
Читайте нас: