+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
30 Апрель 2019, 13:30

Хеҙмәткә арналған ғүмер

Кушнаренко районы Ҡормаш ауылы ҡыҙы Мөнирә Шәйбәкова менән «Башҡортостан ҡыҙы»н 30 йылдан артыҡ дуҫлыҡ бәйләй. Билдәле шағирә Әнисә Таһирова баҫмала эшләгән сағында «ҡорос ат»ты эйәрләп, тыуған баҫыу-ҡырҙарында тир түгеп дан ҡаҙанған сая һылыу, «Хеҙмәт даны» ордены кавалеры, Паша Ангелина призы эйәһе, XXVII съезд делегаты хаҡында яҙырға бара. Хеҙмәт кешеһенә мәҙхиә йырлаған шул замандан алып әлеге көнгәсә уларҙы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Әнисә апай менән хәл-әхүәлдәребеҙҙе шылтыратышып белешеп торабыҙ», – ти Мөнирә ханым. Ә үҙенә бағышланған «Ҡормаш ҡыҙы» поэмаһын ул ғүмерендәге иң ҙур бүләктәрҙең береһе тип ҡабул иткән.

«Шофер булам!»
Колхозсы Шәмсиникап Сөләймән ҡыҙы һәм уҡытыусы, парторг Ғабдулла Шәйбәк улы Шәйбәковтарҙың 9 балалы ғаиләһендә донъяға килә ул. Эшкә тилбер, уңған ҡыҙ ағайҙары эргәһендә бутала, шул рәүешле уға техника ене ҡағыла.
8-се класты тамамлағас, колхоздың йүнәлтмәһе буйынса машина йөрөтөүселәр курсына уҡырға бара. Бойҙай араһындағы арыш башағы кеүек, 32 ир-ат уҡыған төркөмгә ылығып китә ул. Башлаған эшен аҙағына тиклем еткерергә өйрәнгән Мөнирәлә ташлап ҡайтып китеү теләге ҡалҡып ҡуйһа ла, тиҙ баҫыла. Ҡулына танытма алып, тыуған «Большевик» колхозына эшкә тәғәйенләнгән ҡыҙҙы, тәжрибә туплаһын тип, комбайнсы ярҙамсыһы итеп ҡуялар. Бер аҙҙан үҙен «ГАЗ-51» машинаһына ултырталар. Һөт тә, иген дә ташый унда. Аҙаҡ «ГАЗ-63»тә колхозды яғыулыҡ менән тәьмин итә. Ошо ваҡытта килә инде уға шағирә Әнисә Таһирова. «Эштән ҡайтҡанымда әсәйем менән сөкөрләшеп һөйләшеп сәй эсеп ултыралар ине. Иҫке генә машинам менән Әнисә апайҙы ялан-ҡырҙарҙы байҡап ҡайтырға алып сығып киттем. Аҙаҡ минең хаҡта «Башҡортостан ҡыҙы»нда мәҡәлә яҙып сыҡты. Унда ҡалтырап бөткән машинала эшләүемә хәтле телгә алынған. Журналда мәҡәлә баҫылғас, өр-яңы машинаға ултырттылар», – тип хәтирәләргә бирелә Мөнирә Ғабдулла ҡыҙы.
Үҙенә трактор ота
Киске мәктәптә урта белем ала Мөнирә. Техникумда агрономия бүлеген тамамлай. Әммә «ҡорос ат»ын ташламай. «Ул ваҡытта райондың беренсе секретары хәҙер күптән мәрхүм Тәржемант Хәби­брахман улы Ғәлиев ине. Ул минең һәр башланғысымды хупланы: партияға алыуға ла булышлыҡ итте, берҙән-бер ҡатын-ҡыҙға яңы машина бирмәй йонсота тип, рәйесте тәнҡит утына тота ине. Техника ла етешмәй ине шул ул заманда. Әкренләп ышаныстарын яуланым, шикелле. Яңы машина бирҙеләр. «ГАЗ-53», «ГАЗ-63», «ГАЗ-51», «Газ-52» кеүек әллә нисә төрлө машина алмаштырғайным инде уға хәтле. Яңы етәксе килгәс, мине тракторсылар әҙерләү курсына уҡырға ебәрҙе», – тип һөйләй ул.
Мөнирә ханым республика ер һөрөүселәр бәйгеһендә еңеп, «Т-150» тракторын үҙенеке итеү хоҡуғын ала. Үҙенең дә даны республикала ғына түгел, бөтә ил күләмендә яңғырай башлай. Коммунистар партияһының республика, СССР күләмендә үткәрелгән конференцияларында ҡатнаша ул. Борис Ельцин партбилетын ташлап сығып киткән иң һуңғы съезд булараҡ тарихта ҡалған XXVII съезға барғанында ла ул яҡташтары мәнфәғәтен ҡайыра: Кушнаренкола мәҙәни-спорт комплексы төҙөүгә, районда газ үткәреүгә ҡағылышлы документтарға ҡул ҡуйыуҙарына өлгәшә. Съездан ҡайтыуын Башҡор­тостанда дүрт күҙ менән көтөп алалар. Данлы механизатор республика гәзит-журнал биттәренән төшмәй, журналистарҙың иғтибар үҙәгендә була. Ҡайтҡас та тракторын ташлап ҡуймай Мөнирә. «Һалам-бесәнен дә килтерҙем, утынын да алып килеп ауҙарҙым. Уның хаҡына биргән иҫерткес эсемлектәрҙән баш тарттым, рәхмәткә генә эшләп йөрөнөм. Мин әле лә коммунист булып ҡалам. Партияның яҡты хыял-идеалдарына ышанам», – ти Мөнирә ханым.
Техникаға мөхәббәт
Ҡатынға район үҙәгенән фатир бирәләр. Мөнирә апай әле лә шунда тора. Съездан һуң райондаштары өй ҙә һалып бирә. Әммә Мөнирә Ғабдулла ҡыҙы байлыҡ йыймай, артыҡ мал туп­ламай, ҡотло донъяһында тыныс ҡына, кешеләргә ярҙам итеп, йәшәй бирә. Ғүмер буйына уны техникаға мөхәббәте йәшәтә. Ләкин, Әнисә Таһирова әйтмешләй, «яратҡан эшенән айырылмау өсөн уға ни тиклем үҙен-үҙе аямай эшләргә тура килә». «Күмер­тауға, Салауатҡа ашлама алырға ярты тәүлек бара инек. Барып туҡтағас та әле ҡайта һалып китмәйһең, сират. Ҡоролай туҡла­наһың. Ҡайтҡанда, ярай, тракторың ватылмаһа», – тип хәтерләй ул ваҡыттарҙы Мөнирә апай. Юлдарға көрт һалған ҡарлы буранда ла, батҡаҡлы иткән ямғырҙа ла Мөнирә апай, «ҡорос ат»ын егеп, маҡсатына табан бара. Ул шулай тәрбиәләнгән.
Хеҙмәт һөйөүсән ғаилә
«Туғыҙ баланан, атай рәйес булғанғамы, күбебеҙ колхозда ҡалды: Марат, Зәбих – механизаторҙар, Әсмә, Лена, Венера – һауынсылар, Туймазы районында йәшәгән Резеда, Флида – мал ҡараусылар, Өфө ҡала­һында төпләнгән Сәлифә – төҙөүсе. Барыһы ла эштә маҡтаулы булды, орден-миҙалдары бар. Атай-әсәйебеҙ балаларын йәне-тәне менән хеҙмәт һөйөүсән кешеләр итеп үҫтерә алған.
«Крестьянка» журналының Паша Ангелина призын, ғәҙәттә, 6 мартта тапшыра инеләр. Самолет менән Мәс­кәүгә остом. «Рәсәй» ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар. «Ҡатын-ҡыҙ меха­низаторҙар клубы»на ағза итеп алдылар. Призды РСФСР ауыл хужалығы министры Месяц Валентин Карпович тапшырҙы. Баҫма логотибы менән сынаяҡ-бүләкте район музейына тапшырҙым. «Крестьянка»ның баш мөхәррире Галина Семенова ине. 1986 йылда журналда минең хаҡта яҙып сығарҙылар», – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Мөнирә ханым. Хеҙмәт кешеләрен күтәргән был баҫма ябылды, ни үкенес! Заман башҡа – заң башҡа шул. Колхоздар тарҡалғас, тракторсы Мөнирә лә һөнәренең кәрәкһеҙ булып ҡалыуына эсе боша. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ревкомиссия рәйесе, автомеханик вазифаларын башҡарһа ла, яңы офоҡтар асҡан, йөрәген ҡанатлы иткән илһамлы мәлдәрен һағына.
Еңел машинала әле лә рәхәтләнеп елдерә Мөнирә. Уңышлы эшләгәне өсөн «тимер ат»ты үҙенә бүләк итеп тә бирәләр. Фиҙакәр эше өсөн Баш­ҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, РСФСР ауыл хужалығы отличнигы исемдәре би­релгән, «Хеҙмәт даны» ордены, Паша Ангелина премияһы, ВДНХ-ның өс бронза миҙалы менән бүләкләнгән, тағы әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ Мөнирә Шәйбәкова бөгөн яҡташтарының ғорурлығы. Район тарихы уның яҙмышынан айырылғыһыҙ. 70 йәшлек юбилейы тантанаһын ҙурлап үткәрә кушнаренколар. «Ошондай данлы хеҙмәт юлы үткән, намыҫсан, теүәл кешеләр хаҡында йәштәр белеп үҫергә тейеш, – ти район китапханалар селтәре директоры, Кушнаренко ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миңзәлә Вәлиева. – Мөнирә апай күптәргә өлгө булырлыҡ данлы хеҙмәт юлы үтеп кенә ҡалмаған, саф күңелен, иң гүзәл кешелек сифаттарын һаҡлаған».
Журналыбыҙ йылъяҙмаһындағы, әҙәбиәт тарихындағы сағыу шәхес булараҡ та яҡын һәм ҡәҙерле беҙгә Мөнирә Шәйбәкова. Үҙ заманының ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе ул. Ә улар онотолмаҫҡа тейеш.

Кушнаренко районы.

Читайте нас: