+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
4 Апрель 2019, 11:19

Таң йондоҙолай балҡып

Саф мөхәббәттән яралған йәш ғаиләгә йәм өҫтәп тыуған сабыйға исемде лә матурҙан, мәғәнәленән һайлай атай менән әсәй: Сулпан – таң йондоҙо, яңы көн билдәһе. Ҡыҙыбыҙ йондоҙҙай балҡып, тирә-йүнгә нур һибеп йәшәһен тигән изге маҡсатты күҙ уңында тотҡандыр улар. Юрағандары юш килә: бөгөн Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова – изге мәғрифәтселек юлында балалар күңеленә аң-белем нуры өләшкән абруйлы уҡытыусы, ғаиләһендә йорт усағының йылыһын бәпләп һаҡлаған, йөрәк наҙын ғәзиздәренә тигеҙ бүлгән әсә һәм һөйөклө ҡатын, дуҫтары һәм туғандары өсөн тоғро иптәш, серҙәш һәм кәңәшсе. Быйылғы уҡыу йылының башында яуаплы вазифаға тәғәйенләнгән: Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры йөгөн тартыуға ла үҙенә генә хас сәм һәм тәүәккәллек менән тотонған ул.

«Беҙ – барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән...»
Атаһы – Илеш районының Әтәс ауылы егете Мәүләүи менән әсәһе – Әбйәлил районының Ишҡол ҡыҙы Рәхилә, борондан килгән йолаға ярашлы, башта ир кешенең тыуған яғында төпләнә. Тап ошонда тәүге балалары Сулпан донъяға килә. Әммә тиҙҙән йәш ғаилә Әбйәлилгә ҡайтырға була, артабан инде урман-таулы Белорет яҡтарын үҙ итә. Атаһын, һөнәре буйынса бухгалтерҙы, ҡуш ҡуллап урман хужалығына эшкә алалар.
Сулпандың бала сағы Абҙаҡ ауылында үтә. Ул ваҡытта был тарафтарҙың күп өлөшө кеше аяғы баҫмаған, үҙенең тәү хозурлығын һаҡлаған төбәк була.
– Әле Абҙаҡ гөрләп торған ял үҙәге, тау саңғыһы базаһы булараҡ билдәле, ә мин бәләкәй саҡта урмансылар йәшәгән бер нисә генә йорттан тора ине. Өйөбөҙ янынан ғына йылға аға, иртәнсәк торам да шунда төшөп битемде йыуам. Унан инде тауға үрмәләп, ҡояш ҡалҡҡанын көтә башлайым. Тау битләүендә Ҡояш апайҙың йылы нурҙарына иркәләнеп ултырыу – шул тиклем рәхәт! Бына шулай, ҡустым Ринат менән тәбиғәт балалары булып үҫтек. Уйнарға балалар булмағас, беҙҙе уратып алған мөхит менән танышыуҙан, ундағы мыжғып торған тормошто күҙәтеүҙән йәм таба инем, – тип йылы хәтирәләргә бирелде Сулпан.
Тәбиғәт үҙенең яратҡан ҡыҙына матурлыҡты нескә тойоу һәләте менән бер рәттән ныҡлыҡ та бирә. Яҙмыш уны сабырлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа бик иртә һынай – 11 генә йәшендә ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеһен – әсәһен юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килә. Ҡайғы-һағыштар күңелгә уңалмаҫ яра һалыуға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә, атаһы яңынан ғаилә ҡороп ебәрә. Сулпан мәктәптә тырышып уҡып, киләсәген балаларға аң-белем биреүгә арнарға хәл итә. Тәүҙә Белорет педагогия училищеһын, артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Яратҡан эш – ярты бәхет
Мәктәп, ундағы гөрләп торған тормош, бер ғаиләләй булып эшләгән хеҙмәттәштәре тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер Сулпан Мәүләүи ҡыҙы. Ул педучилище тамамлаған 1993 йылда Белорет ҡалаһында тәүге башҡорт кластарын туплау эше башлана. Мәғариф бүлегенән уҡыу йортона килеп, иң яҡшы уҡыған, училищены «ҡыҙыл» дипломға тамамларға йыйынған ҡыҙҙарҙы класс етәксеһе итеп һайлап алалар. Ҡаланың 14-се гимназияһында асылған тәүге башҡорт кластарының береһен етәкләү бурысы Сулпан Мәүләүи ҡыҙына ышанып тапшырыла. Шулай итеп, ул шаулап-гөрләп торған мәктәп тормошона сума.
1995 йылда Белоретта айырым башҡорт гимназияһы үҙ ишектәрен аса. Бөгөн ул билдәле яҙыусы, ошо районда тыуып үҫкән олуғ шәхес Яныбай Хамматовтың исемен йөрөтә.
Ғәҙәттә, башҡорт мәктәптәренең үҙенә генә хас мөхите була. Балалар ҙа бында, тырышып уҡыу менән бер рәттән, халҡыбыҙға хас әҙәп-әхлаҡ сифаттарын нығыраҡ һеңдереп үҫә. Рух тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Сулпан Мәүләүи ҡыҙы ла күңеленә яҡын ошо мөхиттә йөҙөп йөрөп эшләй. Ситтән тороп уҡып, юғары белемле филолог дипломына эйә булғас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта башлай. Күңелен һалып, яратып башҡарған хеҙмәте тиҙҙән уңыштары менән дә һөйөндөрә: 2004 йылда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында иң юғары баһаға – Гран-приға лайыҡ була. Был еңеүе «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем менән дә билдәләнә.
Башҡорт гимназияһы директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын лайыҡлы башҡарған Сулпан Уйылдановаға тағы ла яуаплыраҡ бурыс – 21-се мәктәптә фән буйынса урынбаҫар эшен ышанып тапшыралар.
– 1300 бала уҡыған ҙур мәктәптә, рус телле мөхиттә тиҫтә йылға яҡын эшләү етди тәжрибә, сынығыу булды, – ти Сулпан Мәүләүи ҡыҙы. – Бынан бер нисә йыл элек тә мине Башҡорт гимназияһының директоры вазифаһына тәҡдим иткәйнеләр. Әммә ул ваҡытта үҙ-үҙемә ышанысым самалы ине, баҙнат итә алманым. Был юлы инде үҙемдә ниндәйҙер тәүәккәллек, эске дәрт һәм сәм тойҙом. Шөкөр, коллектив та таныш, берҙәм, беҙҙә үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Директор ханым башҡорт теле уҡытыусылары Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы Ҡаһарманова, Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы Байрамғәлина, робот техникаһы буйынса түңәрәк асып, ошо өлкәлә ҙур уңыштарға ирешкән физика һәм информатика уҡытыусыһы Гөлшат Рәшит ҡыҙы Юлсурина, республикала тиңе булмаған (хаҡы 16 миллион һум!) технопарк нигеҙендә балаларға биотехнологиялар серҙәрен төшөндөргән Альмира Фуат ҡыҙы Таһирова, компьютерҙа моделдәр яһау һәм график дизайн нескәлектәрен өйрәткән Линара Муллайән ҡыҙы Ғәзизова һәм башҡаларҙың тырыш хеҙмәтен айырып билдәләне. «Яңылыҡҡа асыҡ, заманса фекерләгән берҙәм коллектив менән эшләү – үҙе бер бәхет», – ти Сулпан Мәүләүи ҡыҙы.
Бөгөн Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы педагогия училищеһының элекке бинаһында урынлашҡан. 1916 йылда төҙөлгән йорт заман талаптарына яуап бирмәй, шарттар булдырыу мөмкинлеге лә сикле. Әлбиттә, урындағы етәкселек ярҙамынан ташламай, гимназияны бында күсерер алдынан капиталь ремонт үткәрелгән. Мәктәп коллективы ла бинаны мөмкин тиклем яҡшы торошта тоторға тырыша. Шулай ҙа улар киләсәктә иркен, яҡты, заманса белем усағында уҡытыу тураһында хыяллана һәм был хыял мотлаҡ тормошҡа ашыр, тигән яҡты өмөт менән йәшәй.
Ул донъяға тик яратып баға...
Сулпан бала сағы ниндәй мөхиттә үтеүе тураһында өҫтәрәк һөйләп үткәйне. Ул әле лә тәбиғәт балаһы булып ҡала һәм үҙен уратып алған донъяға тик яратып, ҡәҙерләп һәм оло хөрмәт менән баға.
– Ныҡ арып киткән саҡтарымда тәбиғәттән көс алам, сөнки унда бөтә нәмә шул тиклем камил, һәр нәмә гармонияла. Тәбиғәт – иҫ киткес бөйөк уҡытыусы, йәнде имләүсе, изгелеккә, яҡшылыҡҡа көйләүсе, – ти ул.
Шуға күрәлер ҙә Уйылдановтар ғаиләһе тап үҙебеҙҙәге – Башҡортостандағы ялға өҫтөнлөк бирә. Белорет ҡаяларына, мәғрур Ирәмәлгә күтәрелеүҙән, Әбйәлилдең шифалы күлдәрендә рәхәтләнеп йөҙөүҙән, Инйәр, Ҡыҙыл буйҙарын ҡыҙырыуҙан, Шүлгәнташ, Талҡаҫ кеүек хозур мөйөштәрҙә булыуҙан иҫ киткес матур тәьҫораттар, дәрт-дарман ала улар. «Урманда палаткала йәшәү, тау-ҡырҙарҙы гиҙеп еләк-емеш, бәшмәк йыйыу күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек бирә», – ти Сулпан.
Тормош юлдашы Ғайсар менән ҡыҙҙары Эльвира һәм Әлиәгә матур тәрбиә, белемгә ынтылыш бирә алғандар. Эльвира – Башҡорт дәүләт медицина университетының өсөнсө курс студенты, Әлиә 6-сы класта уҡый. «Ҡыҙҙарым икеһе ике төрлө холоҡло. Өлкәне етди, төпсөр, бала саҡтан һүрәт төшөрөү менән мауыҡты, әле лә был шөғөлөн ташламай. Әлиә, кинйәкәү булараҡ, иркәрәк, терегөмөштәй етеҙ, йөҙөү менән етди шөғөлләнә. Уларҙың тормошта үҙ урындарын табыуын, изге күңелле булып үҫеүен теләйем», – ти бәхетле әсә. Белорет егете Ғайсар ҙа ғаиләһен етеш, матур тормошта йәшәтеү өсөн бар тырышлығын һала, әлеге ваҡытта алыҫ Себер тарафтарына йөрөп эшләй.
Туған йәнле Сулпан ҡустыһы Ринаттың ғаилә ҡороп, килене Алена менән өс бала үҫтереп матур йәшәүенә, ғәзиз атаһының һәм Әнисә инәһенең Абҙаҡтағы бала саҡ хәтирәләрен һаҡлаған йәненә яҡын йорт усағын һүндермәй ғүмер итеүенә ҡыуана. Тормошҡа яратып баҡҡанға күрә, яҙмышы ла уға мәрхәмәттәрен күрһәтеп, юлдарын асып торалыр.

Белорет ҡалаһы.

Читайте нас: