Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫкән Гөлназ бәләкәстән ҡарап тороуға бик тыныс тойола. Һүрәт төшөрөргә яратыуын күреп, уны етенсе синыфҡа Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһына бирәләр. Әммә ул саҡта фермерлыҡ менән шөғөлләнгән әсәһенең тупраҡты, малды яратыуы, баҫыуға сәскән үҫентеләрен бәпестәй итеп ҡарауы ҡыҙҙа ла ергә сикһеҙ тартылыу уята. Юғары белемде Башҡорт дәүләт аграр университетында зоотехника һәм малсылыҡ продукттарын эшкәртеү технологияһы буйынса ала. Ошо уҡ уҡыу йорто студенты Айнурҙы ул тыуған ауылында осрата. Туғандарына килгән егет менән улар бер-береһен тәү күреүҙән оҡшата. Әсәйем «уйындан ҡайттың да Айнурҙы һөйләнең дә һөйләнең» тип һаман көлөп хәтерләй, ти Гөлназ. Буласаҡ ҡәйнәһе уларҙың туйынан ике ай алда ысын донъяға күсә, үлер алдынан хеҙмәт һөйгән ғаиләлә үҫкән Гөлназды килен итеп күргеһе килеп, «Хәлиҙәнең ҡыҙын ал» тип улына васыят әйтә. Икенсе курста өйләнешә йәштәр. Тәүге мөхәббәт емеше булып Нурфаяз тыуа.
Йәш пар ғаилә башлығының тыуған ҡалаһы Дәүләкәндә төпләнә. Айнурҙың бәләкәстәр менән тиҙ уртаҡ тел табыуын күреп, таныштарының, бигерәк бәпес яратаһың, балаларығыҙ күп булыр, моғайын, тип юрауҙары юш килә. Өлкән улдарына әле 15 йәш, унан килә Алһыуға – 13, Аэлитаға – 12, Аделинаға – 10, Диниярға – 8, Артурға – 5, Исламға – 4, Викторияға – 2 йәш, ә төпсөктәре Самираға ни бары ете ай.
Тәрбиәлә төп иғтибар баланың рухи һәм физик яҡтан һау булып үҫеүенә йүнәлтелергә тейеш, тип иҫәпләй Ҡорманаевтар. Ҡыҙҙары-улдары спорт ярыштарынан алып ҡайтҡан миҙалдарҙың өйҙәрендә гөлләмәләй өйөлөп эленеп тороуы әйткәндәренең ҡоро һүҙ булмауын иҫбатлай. Нурфаяз бер нисә йыл баш ҡалалағы «Өфө» футбол клубында шөғөлләнгән. Дәрестән һуң автобуста барып, ҡайһы саҡ яңғыҙы, тура килгәндә атаһы менән ҡайтып йөрөгән. Әле Өфөлә, республика спорт мәктәп-интернатында уҡый. Аделиналары иһә шул тиклем гимнастика ярата, Дәүләкәндә түңәрәк булмағас, уны ла биш йәшенән алып аҙнаһына бер нисә тапҡыр Өфөгә йөрөткәндәр. Бер яҡ юлға ғына сәғәт ярым ваҡыт киткәнен, балаларҙың теләгенә ҡаршы килмәйек, тип атай-әсәй, өләсәйҙең Дәүләкән – Өфө юлын күпме тапағанын ғына уйлаһаң да, тән зымбырҙап китә. Аделина әле лә йөрөр ине гимнастикаға, тик күҙенә көсөргәнеш көслө тип табиптар тыйған, ҡыҙыҡай был хәлде ауыр кисергән, ярты йыллап эсе бошоп илаған. Әле ул ныҡлап самбо менән шөғөлләнә, Алһыу апаһы менән икәүләп ярыштарҙа ҡатнашалар. Алһыуҙары шашка ярата, ул да Өфөгә йөрөп уйнаған, сөнки үҙҙәрендә тренер юҡ, тағы ла баскетбол, саңғы менән мауыға, «бишле»гә генә уҡый. Аэлиталары йыр-моң ярата, сәхнәнән төшмәй, үҙенә килешә лә шул, фәнни конференцияларҙа ла ҡатнашып өлгөрә. Холоҡтары ла, барымдары ла һәр кеменең үҙенсә. Ҡартатаһы Аэлитаның ауылға ҡайтҡанда һарыҡтарҙы, тауыҡтарҙы ашатып, яндарынан китмәүенә ҡыуана, ә ҡайһы берҙәре мал һарайы яғына барып та әйләнмәй бит, ти икән. Спорт яғынан уларҙы аталары ҡеүәтләй. Йәйгелеккә велосипед, ҡышҡылыҡҡа коньки, саңғыларын яңырта. Ярыштарға үҙенекеләрҙе генә түгел, башҡа балаларҙы ла тейәп сығып китә өйҙә сағында. Вахта менән эшләгәс, ҡайтыуын һағынып көтөп торалар. Инглиз теленән өйгә эштәрен ҡарау ҙа уның өҫтөндә. Әйткәндәй, шәхси транспорт мәсьәләһен Ҡорманаевтар дәүләт ярҙамы менән хәл иткән. Республикабыҙ Башлығы Р. З. Хәмитов тапшырған алты йөҙ меңгә улар «тимер ат» алған.
Сәләмәт тормош алып барыуҙары ҡыуаныслы һөҙөмтәләр ҙә килтергән. Башҡортостан кимәлендә уҙған «Ғаилә ҡиммәттәре – 2017» фестивалендә «Спорт менән илһамланып» тигән номинацияла еңгәндәр. Былтыр Ҡорманаевтар өсөн тағы бер һөйөнөслө ваҡиға булған. Гөлназ Фаил ҡыҙы Рәсәй кимәлендә ғаиләлә лә, йәмғиәттә лә берҙәй егәрлелек күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙар араһында уҙған «Уңышлы әсәй – 2017» проектында еңеү яулап, Мәскәүгә бүләкләү тантанаһына барып ҡайтҡан.
Алда әйтелгәнсә, тәү ҡарашҡа тыныс, хатта йомоғораҡ холоҡло Гөлназдың, күп балалы әсәнең, ғаиләлә һәр эште һәм ғәмәлде бер тәртипкә һалып алып бара алыуҙан тыш, әүҙем йәмәғәтсе лә булыуын белгәс, күптәр аптырап ҡала. Гөлназ Фаил ҡыҙы ауыл хужалығына юғары технологиялар индереү һәм экология мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына. Әле уның бер төркөм фекерҙәштәре менән Дәүләкән янында ҡаланың сүп-сарын эшкәртеүҙән электр энергияһы һәм башҡа файҙалы ресурстар алыу өсөн ҙур кластер төҙөү проектын эшләп, шуны тормошҡа ашырыр юлдар эҙләгән мәле. Ошо юҫыҡтағы идеяларын хөкүмәт кимәлендә хәл итергә хыялланған ҡатын «Сәйәси лидерлыҡ мәктәбе»н уңышлы тамамлаған. Экология мәсьәләләрен күтәргән «Йәшелдәр» партияһы ағзаһы ла, быйыл ошо сәйәси ойошма тарафынан Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың VI саҡырылышына һайлауҙарында Асылыкүл һайлау округынан кандидат булараҡ ҡатнашҡан. Депутатлыҡҡа үтмәһә лә, һайлаған йүнәлештә эшмәкәрлеген дауам итергә ниәтләй ул.
Күп балалы йәш әсә йәмғиәттә барған бер хәрәкәттән дә ситтә ҡала алмай, ти Гөлназ, сөнки уларҙың һәр береһе ғаилә тормошона туранан-тура ҡағыла. Башҡорт телен мәктәптәрҙә уҡытыуҙы һаҡлап ҡалыу буйынса Дәүләкәндәге ата-әсәләр комиссияһы ағзаһы булыуы ла шуға бәйле. Һәр уҡыусы туған телендә белем алырға һәм туған телен өйрәнергә шарттар булыуына хоҡуҡлы, башҡорт теле Башҡортостанда ла яҡлаулы булмаһа, тағы ҡайҙа ҡурсаланыр тип, ҡыҙы Аделинаның бер үҙе генә класында башҡорт теле дәресен уҡыуҙы һайлауын нигеҙләй ул.
Быйыл йәй баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында «Сулпан» студияһы (етәксеһе – Таңсулпан Ильясова-Аҡбашева) Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай янындағы Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһы менән берлектә ғаилә ҡиммәттәрен, әсәлек данын күтәреү маҡсатында ойошторған «Супер әсәй» республика бәйгеһенең төп еңеүсеһе лә тап Гөлназ Ҡорманаева булыуы, әлбиттә, һис тә осраҡлы түгел. Был бәйгелә Гөлназ Фаил ҡыҙы шулай уҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналының махсус бүләгенә лайыҡ булды. 2018 йылда Ҡорманаевтар ҡатнашҡан ҙур саралар исемлегендә шулай уҡ «Халыҡ-ара экологик форум», «Донъя – ул беҙ» мәҙәниәттәр фестивале, «МедиаГвардия» федераль проектының республика форумы, «Республиканың йәш ҡануниәтселәре форумы», социаль әүҙем ғаиләләр өсөн уҙғарылған «Өлгө ал!» республика ярышы, Дәүләкәндә үткән «Балаларҙы рухи-әхлаҡи тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле» тип аталған семинар һәм башҡа байтаҡ проекттар бар. Әйткәндәй, исемлектәге һуңғы сарала Гөлназ Фаил ҡыҙы үҙе төп ойоштороусыларҙың береһе булараҡ сығыш яһаған.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2018) һанында уҡығыҙ.