-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ
26 Март 2018, 14:04

Ихласлыҡтан ҡотло донъяһы

Уныңкеүектәр янында күңелде ниндәйҙер рәхәтлек, һиллек биләп ала. Сөнки барбулмышынан алсаҡлыҡ, һәр ғәмәленән ихласлыҡ, дәрт-дарман бөркөлгән кешеләр гелиғтибар үҙәгендә.

Уның кеүектәр янында күңелде ниндәйҙер рәхәтлек, һиллек биләп ала. Сөнки бар булмышынан алсаҡлыҡ, һәр ғәмәленән ихласлыҡ, дәрт-дарман бөркөлгән кешеләр гел иғтибар үҙәгендә. Улар башҡалар менән бер тартыныуһыҙ иркен аралаша, бар ерҙә лә үҙ һәм яҡын. Ябай тиҙәр ундайҙар хаҡында. Әммә был бер ҡатлы ябайлыҡ түгел, киреһенсә, бәҫле, баһалы. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлегенең баш белгесе Фирүзә Иншар ҡыҙы Солтанбаеваның бай булмышы, ҡотло донъяһы, тынғыһыҙ эше менән яҡынданыраҡ танышҡас, күңелдә һоҡланыу һәм хөрмәт билгеһе ҡатыш тыуған уйҙар былар.
...«Мин – атай ҡыҙы! Төҫөм менән дә, холҡом менән дә тап уға тартҡанмын», – ти Фирүзә ғорурланып. Ғорурланмаҫлыҡ та түгел шул, бер ниндәй рәсми исем-шөһрәттәргә эйә булмаһа ла, төбәгебеҙҙә халыҡ йырсыһы булып танылған данлыҡлы Иншар Солтанбаевтың ҡыҙы бит ул! Ә олатаһын, йәшләй генә Сталинград һуғышында ғүмере өҙөлгән Әхмәҙулла Солтан­баевты, яуҙаштары «һандуғас» тип атап йөрөтә.
«Атайым заманында Өфө сәнғәт училищеһында уҡый, филармонияла эш башлай. Ә әсәйем Мәрзиә Ғәйзулла ҡыҙы Фәйзи Ғәскәровтың ансамблендә бейей. Һоҡланғыс талантҡа эйә ҡәҙерлеләрем, бәлки, ҙур артистар ҙа булып китер ине, әммә ауырсылыҡ, торлаҡ мәсьәләһе үҙенекен итә һәм атайым ғаиләһен тыуған яҡтарына, Ейәнсураға, күсереп алып ҡайта. Иҫәнғолда тәү башлап музыка мәктәбе ойоштора, уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә, ә әсәйем баш-көллө мәҙәниәт эшенә сума», – тип һөйләй Фирүзә Иншар ҡыҙы...
...Донъяһы ҡотло Фирүзәнең, һәр нәмә үҙ урынында, зауыҡ та, йылылыҡ та бар. Ғаилә ағзаларының һәр береһе уға ғына ҡарап торған кеүек, сөнки уның ихласлығы, күңел йылыһы барыһына ла етә. Тормош юлдашының билдәле шәхес – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған опера йырсыһы Руслан Хәбибуллин булыуы хаҡында үрҙә яҙып үткәйнек. «Руслан кеүек ир-егеттәр донъяла бик һирәктер ул», – тигәйне Фирүзә һәм ошоноң менән барыһы ла әйтелгәндер, моғайын.
Өлкән ҡыҙы Лиана Хәбибуллина күптәргә әсәһенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ таныш. 90-сы йылдар башында «Сәңгелдәк», «Иләү» тапшырыуҙарын алып барыусы, башҡорт фильмдарында төшөүсе моңло тауышлы йырсы Лиана бөгөн Американың Лас-Вегас ҡалаһында йәшәй. Иптәше Динис Уйылданов – Ейәнсура егете. «Ҡыҙым 10 йәшендә үк «мин ҙурайғас, Америкала йәшәйәсәкмен», ти торғайны. Бәләкәйҙән ныҡ үҙ аллы булды. 2-се класта уҡығанында компьютер алып биреүебеҙҙе һораны. Ундай техниканың беҙҙә яңы һатыла башлаған мәле, иҫ киткес ҡиммәт. Әммә баланың ынтылышын һүндермәйек тип, машинабыҙҙы һатып, компьютер алдыҡ. Был аҙымыбыҙға күп таныштарыбыҙ аптырағайны. Ә беҙ Лиананың компьютерҙы уйнау өсөн түгел, үҙен үҫтереү, сит телдәр өйрәнеү өсөн һорауын аңлап ҡараныҡ», – тип балаларының бәләкәй сағына бәйле матур хәтирәләрен яңыртты Фирүзә Иншар ҡыҙы...
...Атай-әсәй өсөн балаларҙың бәхетен, уңышын татыуҙан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр ул. Киләсәктә өләсәй булыу ҡыуанысын кисереп, ейән-ейәнсәрҙәремде тупылдатып һөйөү бәхете яҙһын, тием. Тағы ла туғандарым менән аралашып йәшәүҙән йәм табам, хатта дүрт-биш туған апай-ағайҙарымды, һеңле-ҡустыларымды яҡшы беләм. Атайыбыҙ рухына тоғролоҡ һаҡлап йәшәүсе әсәйем янына йыш ҡайтырға тырышабыҙ. Ҡайным менән ҡәйнәмдең яҡын йәшәүе донъябыҙҙы тағы ла ҡотлораҡ, бөтөнөрәк итә», – тип ғәзиз кешеләренең һәр береһе хаҡында ихлас һөйөү менән бәйән итте Фирүзә ханым...

Читайте нас: