+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2020, 17:56
Победа 1945-2020

Яугиргә – яңы фатир

96 йәшлек Сергей Петрович Оловянников – Өфө районында бөгөн алты бөртөк ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе. Уның бөтә ғүмере ошо районда үткән. Миловка ауылында тыуған, шунда үҫкән, уҡыған. 1942 йылда фронтҡа киткән. Яуҙағы батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Һуғыштан һуң тыуған еренә ҡайтып, ғаилә ҡорған һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда ветеринария фельдшеры булып эшләгән. Яугирҙең бихисап юбилей миҙалдары, отличие билдәләре бар.

11 февралдә Сергей Петрович Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл” миҙалын алып шатланған. Һәм күп тә үтмәй, ул тағы ла бер оло ҡыуаныс кисерә – ветеранға бөтә уңайлыҡтары булған фатир асҡысын тапшыралар.

Аҡһаҡал ғүмер буйы үҙ йортонда йәшәгән, нигеҙен ҡалдырыу хаҡында уйлап та ҡарамаған. Ләкин йөҙгә етеп килгән кешегә заманса шарттарҙа йәшәү күпкә уңайлыраҡ буласаҡ. Ҡотло фатирҙа уға рәхәтләнеп ғүмер итергә яҙһын.

Фото Өфө районы хакимиәте сайтынан алынды.

Читайте нас: