+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Март 2020, 18:57
Победа 1945-2020

«Һалдат хаттары» акцияһы

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы «Һалдат хаттары» акцияһы иғлан итә.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы «Һалдат хаттары» акцияһы иғлан итә.

Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле 1418 көнө һәм төнө ҡаҡшамаҫ рух ныҡлығы, Ватаныбыҙға тоғролоҡ символы булараҡ мәңгелеккә тарихҡа инде. Беҙҙән алыҫая барған Еңеүле май көнөнөң әһәмиәтен йылдар үтеү менән беҙ тағы ла нығыраҡ тоябыҙ. Үкенескә ҡаршы, һуғыш ветарандары ҡоро йылдан-йыл һирәгәйә. Ә күпме яугир тыуған яғына, ғәзиз яҡындарына әйләнеп ҡайта алманы. Тик хаттары һәм фотоһүрәттәре генә ҡалды иҫтәлеккә. Үлемһеҙ полк колонналарында үтә хәҙер үҙҙәрен данға күмгән яу батырҙары.

Билдәле булыуынса, 2020 йыл, Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Эйе, Ватаныбыҙҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан ҡурсалап алып ҡалған батырҙар тураһында хәтер бер ҡасан да юйылырға тейеш түгел!

Хөрмәтле журнал уҡыусылар, һеҙҙе «Һалдат хаттары» акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ. Олатайҙарығыҙ, ҡартатайҙарығыҙ, атайҙарығыҙ фронттан яҙған хаттарҙың күсермәһен, фотоһын, ҡәҙерле кешегеҙҙең шул осорҙағы фотоһүрәтен көтөп ҡалабыҙ.

Бер кем дә,бер нимә лә онотолмаған!

Читайте нас: