+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
22 Март 2023, 15:51

"Тауҙар ҡарағайы"на мәҙхиә йырлап...

  Кисә әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағаналарының береһе булған талантлы прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Сабир Шәриповтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы “Ҡарағайы ине тауҙарҙың...” тип исемләнгән  хәтер кисәһе үтте.

"Тауҙар ҡарағайы"на мәҙхиә йырлап...
"Тауҙар ҡарағайы"на мәҙхиә йырлап...

Кисә әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағаналарының береһе булған, талантлы прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Сабир Шәриповтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы “Ҡарағайы ине тауҙарҙың...” тип исемләнгән  хәтер кисәһе үтте. Башҡортостан Яҙыусылар союзы, “Әҙәбиәт. Музей. Мәҙәниәт” социаль-мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү буйынса коммерцияға нигеҙләнмәгән автономиялы ойошма, Башҡортостан Милли әҙәбиәт  музейы   менән берлектә ойошторолоп, Белорет районының Шығай ауылында һәм Белорет педагогия колледжында уҙған был әҙәби кисә күңелдәргә наҙ ипкене бөрктө. Сабир Нәғим улы хаҡында үҙ иҫтәлектәре менән уның һөйөклө ҡатыны, филология фәндәре докторы, хөрмәтле уҡытыусы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова уртаҡлашты. Яҙыусының күңел йылыһын тойоп, уның фатихаһы менән әҙәбиәттә ныҡлы аҙымдарын яһаған, яҡындан аралашҡан ижадташтары: Фәрзәнә Аҡбулатова, Салауат Әбүзәр, Миләүшә Ҡаһарманова, Хисмәт Юлдашев, Айгиз Баймөхәмәтовтар иң йылы хәтирәләре менән бүлеште. Уларҙың сығышынан  һуң Сабир ағайҙың тауҙар кеүек юғары, мөһабәт, бөйөк, шул уҡ ваҡытта бик ябай, эскерһеҙ, ихлас, киң күңелле булыуына йәнә бер тапҡыр инандыҡ һәм һоҡландыҡ. Кисәне музыкаль яҡтан Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Римма Амангилдинаның һоҡланғыс йырҙары һәм Салауат Әбүзәр менән Хисмәт Юлдашевтың  рухлы шиғырҙары биҙәне.

 “Тауҙар ҡарағайы”на мәҙхиә йырлап, әҙиптең рухын шатландырған Иҙел башы халҡына, үҙе белем алған күренекле педагогия колледжы коллективына, сарала ҡатнашҡан барлыҡ яҡташтарына ла оло рәхмәт! Бөтә донъя шиғриәт көнөндә  үткәрелгән  күңел байрамы күңелдәрҙе  күктәргә күтәрҙе!

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: